Мәкле ләүәш
Мәкле ләүәш
Ингредиенттар
үҙгәртергәӘҙерләү
үҙгәртергә- Мәкте 5 минут ҡайнатырға ла, һауыттың башын ҡаплап, 20 минут быҡтырып алырға, иләк аша һарҡытырға.
- Йомортҡа һарыларын шәкәр, май менән туғып алғас, мәкте һәм йомшартҡыс менән ондо болғатып, бергә ҡушырға. Әгәр теләһәгеҙ, сәтләүек менән йөҙөм ҡушырға мөмкин.
- Йомортҡаның аҡтарын айырым күперткәнсе туғырға һәм, яйлап ҡына, ҡамырға өҫтәргә.
- Табаны майлап, ҡамырҙы һалырға ла 180 °C тиклем ҡыҙған духовкала 30-40 минут бешереп алырға .
- Һыуығас, ашарға ҡуйырға.
Аҙыҡ та, дауа ла
үҙгәртергә100 грамм мәк орлоҡтарында 17,5 г аҡһым, 47,5 г майҙар, 2 г углевод бар. Энергетик ҡиммәте — 505 кКал.
Витаминдарға (В1, В2, В3, В4, В6, В9, C, A, РР, D Е) һәм минераль тоҙҙарға бай (калий, магний, кальций, натрий, фосфор, тимер, баҡыр, цинк, марганец).
Орлоҡтарҙағы майҙар ҡан тамырҙарын ҡатыуҙан һаҡлай. В төркөмөндәге витаминдарҙың күплеге нервы системаһы эшен яҡшырта.
РР витамины ҡан әйләнешен тейешле кимәлдә тоторға ярҙам итә. Аллергияға, диареяға, дерматитҡа ҡаршы торорға ярҙам итә.