Сүпрәле ҡоймаҡ ҡойор өсөн кәрәк:

  • 0,5 л һөт,
  • 2 йомортҡа,
  • 2 стакан он,
  • 1 аш ҡалағы ҡоро сүпрә,
  • 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо,
  • 1 сәй ҡалағы тоҙ,
  • 1 сәй ҡалағы сода,
  • шыйыҡ май.

Нисек эшләргә

үҙгәртергә

Һөттө йылытып, уға он, шәкәр ҡомо һәм сүпрә өҫтәп, болғатығыҙ. Әсеткене ярты сәғәткә йылы урынға ҡуйып тороғоҙ. Ҡатнашмаға тоҙ, шыйыҡ май, йомортҡа, бер аҙ шәкәр ҡомо өҫтәп, миксер менән яҡшылап туҡығыҙ. Ҡоймаҡтарҙы майлы ҡыҙыу табала ҡойоғоҙ.

Белорет районы һәм ҡалаһының "Урал" гәзитенән.