Тары ҡоймағы

  • Он — 600 г
  • 1 аш ҡалағы шәкәр
  • 1 йомортҡа
  • 25 г әсетке
  • 1 балғалаҡ тоҙ
  • 3 стакан һөт
  • 5 балғалаҡ иретелгән аҡ май
  • 2 стакан тары ярмаһы

3 стакан йылымыс һөттә әсеткене иҙеп, шәкәр, тоҙ, 5 балғалаҡ иретелгән аҡ май, йомортҡа һарыһы, 300 г он һалып ҡамыр иҙәбеҙ ҙә, табаҡтың өҫтөн таҫтамал менән ҡаплап, 1,5-2 сәғәткә йылы урынға ҡабартырға ултыртып ҡуябыҙ. Ҡамыр күтәрелгәнсе 4 стакан һөттә тары ярмаһынан бутҡа бешереп алабыҙ. Һуңынан уны ҡамырға ҡушып, күпертелгән йомортҡа ағы һалып, ҡабаттан 20 минутҡа йылы урынға ҡабартырға ҡуябыҙ.

Тарының файҙаһы

үҙгәртергә

Составында:

  • макроэлементтар: фосфор, кальций, магний, натрий, калий, хлор, көкөрт;
  • микроэлементтар: никель, кобальт, алюминий, тимер, цинк, йод, баҡыр, хром, марганец, фтор, молибден, бор, кремний;
  • витаминдар: РР, бета-каротин, витамин А, витамин В1(тиамин), В2 (рибофлавин), В6 (пиридоксин), В9 (кислота фолиевая), витамин Е.
  • аҙыҡ сүстәр — 46,3 %,
  • витамин В1 — 26 %,
  • витамин В2 — 20 %,
  • витамин РР — 28,5 %,
  • магний — 32,5 %,
  • фосфор — 40 %,
  • тимер- 19,4 %.
  • цинк — 24,3 %,
  • баҡыр — 56 %,
  • марганец — 92,5 %,
  • хром — 15,6 %,
  • молибден — 27,9 %,
  • кремний — 2513, 3 %,
  • кобальт — 58 %.

Энергетик ҡиммәте: 100 г 298 ккал энергияға эйә

Тарының шифаһы

үҙгәртергә

Тарынан бешерелгән ризыҡтар организмды ауыр металдарҙан, антибиотиктарҙың тарҡалыу продукттарынан һәм ҡалдыҡтарынан, ҡан тамырҙарынадағы холестерин ҡатмаҡтарынан таҙарта.

Аҙ ҡанлылыҡтан, йөрәк һәм нервы сирҙәренән дауалай, бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта. Тирләтеү һәм бәүел ҡыуыу үҙенсәлеге һарыһыу йыйылғанда файҙалы. Һөйәктәрҙе нығыта.

Тарынынан бешерелгән ризыҡтар:

  • Панкреатиттан — ашҡаҙан аҫты биҙе эшмәкәрлеге боҙолоу
  • Гипертониянан (бөтә стадияһында ла);
  • Шәкәр диабетынан;
  • Геморройҙан;
  • Гаймориттан
  • Циститтан
  • Бәүелдәге аҡһымдан һаҡлау үҙсәнлегенә эйә.