Ҡыйыҡ туҡмас
Ҡыйыҡ туҡмас
үҙгәртергәҠамыр өсөн:
- юғары сортлы он 40-45 г
- йомортҡа 10 г
- һыу йәки һурпа 7-8 г
Әҙерләү ысулы
үҙгәртергәБыл туҡмас өсөн һалма икенсе төрлөрәк әҙерләнә.
Юғары сортлы ондо, иләп һауытҡа һалғас, уртаһына соҡор яһап, шунда һурпа йәки һыу, тоҙ менән йомортҡанан туҡып әҙерләнгән ҡатнашманы ҡоялар.
Ҡаты, ләкин һуҙылып торған ҡамыр баҫыла. Әҙер ҡамырҙы, күтәрелһен өсөн, еүеш таҫтамал менән ябып, 15-20 минутҡа ҡуйып торорға кәрәк.
Аҙаҡ ҡамырҙы 1-2 мм ҡалынлығындағы йәймәгә йәйеп киптерәләр һәм 1,5-3 см киңлегендәге таҫмаларға киҫәләр.
Таҫмаларҙы бер-береһенә ҡатлап һалып, дүртмөйөш, өсмөйөш рәүешендә ҡыйыҡ итеп киҫәләр.