Ҡышҡы йәйғор -2021. Сәсәндәр мәктәбе/Көгөш

Көгөш



Көгөш буйы туғайында
Һайрай һандуғастары,
Көгөш йырына ҡушылып
Алыҫ китә моңдары.

Баландар ҡыҙарып бешә
Яр буйы туғайында,
Аллы –гөллө сәскәләре
Балҡып үҫә болонда.

Йәнгә рәхәт, тәнгә ләззәт
Йылғала һыу кереүе,
Һыу сәсрәтеп Көгөшөмдә
Балыҡ кеүек йөҙөүө.

Балыҡсылар ҡармаҡ тотоп
Ултыралар ярында,
Алтын балыҡ та бар тиҙәр
Беҙҙең Көгөш һыуында.

Эй, Көгөшөм, үҙең көмөш,
Һыуҙарың тоҙло имеш,
Ун ике шифалы шишмә
Көгөшкә тейгән өлөш!


Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә