Ҡышҡы йәйғор -2021. Сәсәндәр мәктәбе

* * *


Сәләм һиңә, Викидәреслегем!
Ҡабул итсе мине үҙ итеп,
Һағынып та киттем әле һине,
Быны әйтәм һиңә сер итеп...



Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе, йәғни мин мәктәптең етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә 1 февралдән марттың 15--нә тиклем интернеттә ижад бәйгеһе үткәрҙем.бына ошондай шартнамә ҡуйып:


Ҡышҡы йәйғор - 2021

Балаларҙың ижади һәләтен асыу, һәм үҫтереү, илһөйәрлек һәм туған телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында Башҡорт тарихы йылына арнап районыбыҙҙың Сәсәндәр мәктәбе Ғафури районы Башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә район уҡыусылары өсөн Интернет ижади бәйге иғлан итә. Уҡыусыларҙың ижад емештәрен Сәсән тауышы төркөмөнә ебәрергә кәрәк. Ҡышҡы йәйғор - 2021 ижад бәйгеһендә 5 номинацияла урындар билдәләнәсәк.

  1. ТАНЫШТЫРЫУ. (Ҡайҙан, ҡайһы ырыу балаһы, ораның, ҡошоң, тамғаң, ниндәй һыу эсәһең, тауың, ниҙәр яратаһың, ҡыҫҡаһы үҙең менән таныштырыу - шиғри телдә)
  1. ӘКИӘТТӘР - (Әкиәт ижадын проза телендә лә, шиғри телдә лә мөмкин)
  1. .ҠОБАЙЫР йәиһә ЙЫР ( Шиғри телдә)
  1. ЕР - ҺЫУ, АУЫЛ АТАМАЛАРЫНА АРНАЛҒАН ИЖАД ( Топономик инша )
  1. ЙӘШ ХӘБӘРСЕ (Район һәм республика гәзит -журналдарына мәҡәләләр яҙып өйрәнеү)

Номинациялар буйынса ижади эштәрҙе ҡабул итеү 1 февралдән 15 мартҡа тиклем СӘСӘН ТАУЫШЫ төркөмөндә барасаҡ. Ҡабул итеү тамам булғас, абруйлы жюри еңеүселәрҙе билдәләйәсәк.

Еңеүселәрҙе номинациялар буйынса бүләктәр көтә! Ҡатнашыусылар ҙа буш ҡалмаясаҡ.Теләгән кешеләр бер нисә номинацияла ҡатнаша ала. Балаларҙың ижадын СӘСӘН ТАУЫШЫ төркөмөнә килтереп еткереү өсөн балалар үҙҙәре генә булдыра алмаһа уларға башҡорт теле уҡытыусыларының йәиһә әсәй, өләсәйҙәренең ярҙам итеүҙәрен һорала. Ниндәй мәктәптән нисәнсе синыфтан икәнегеҙҙе , исем -фамилияғыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ.

Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә

Ижади эштәр

Беләһегеҙме , бәйгенең шул тиклем шәп үткәнен! 71 ижад эше ҡабул ителде уҡыусыларҙан. Баһалама комиссияһы тикшереп урындар ҙа билдәләнек, финанс табаһы ғына ҡалды бүләктәр алырға. Әле эҙләйем. Балалар шундай һәләтлеләр, ижад эштәре һоҡланырлыҡ! Биш номинация ла гөрләп торҙо һәр көн һайын! Хәҙер һеҙҙең иғтибарға балалар ижадының тарихҡа, топонимикаға ҡағылғандарын тәҡдим итмәксемен.Үҙем ижадсы сәсәниә булғас, балаларҙы ла ижад юлынан алып киттем мин. Ҡышҡы йәйғор бәйгеһен Ғафуриҙә инде өсөнсө йыл үткәрәм. Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә 29.03.2021