Ҡышҡы йәйғор -2021. Сәсәндәр мәктәбе/Мәжик

Мәжик (Мәжит) тауы



Был тауҙың тарихы тураһында, миңә, ауылыбыҙҙың аҡһаҡалы, Сөләймәнов Зөлфәр бабай һөйләне.
Мәжик тауы менән минең тыуған ауылымды Еҙем йылғаһы ғына айырып тора. 1906-1910 йылдар тирәһендә Толпар ауылында Мырҙаҡайҙан(Сәйетбабанан) килеп Сәйфуллин Әбйәлил тигән кеше муллалыҡ иткән. Әбйәлил мулла Үтәш мәҙрәсәһендә уҡыған булған. Уның менән бергә, был мәҙрәсәлә, башҡорт халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ҙа белем алған. Нисәнсе йылдар икән билдәһеҙ, Мәжит Ғафури Иҙел башы яғына үтеп барышлай Толпарҙағы дуҫы, һабаҡташы Сәйфуллин Әбйәлилгә туҡталып китә. Әбйәлил дуҫын күргәс бик шатланған. Улар Еҙем йылғаһы аша сығып, тауға үрмәләгәндәр. Был тау башынан ауылымдың тәбиғәте матур булып күренә. Әбйәлил менән Мәжит Ғафури тау итәгендә ултырып, оҙаҡ ҡына хәбәрләшкәндәр.
Ошонан һуң Әбйәлил мулла менән Мәжит Ғафури һөйләшеп ултырған тауҙы Мәжит тауы тип йөрөтә башлайҙар. Әлеге көндә ниндәй сәбәптәндер, был тауҙы Мәжик тауы тип атайҙар. Минең уйлауымса, был тауҙың тарихын белмәүҙән киләлер.


Шәйәхмәтов Ансар. 4 б класы КБГИ Толпар ауылынан. Етәксеһе Альбина Ҡолманова