Ҡышҡы йәйғор -2021. Сәсәндәр мәктәбе/Төбәгемдең сихри урындары - Мәндем йылғаһы

Төбәгемдең сихри урындары



Кешегә иң ғәзизе – тыуған әсә, иң ҡәҙерлеһе – тыуған тупраҡ, иң татлыһы – тәү эскән һыуың, иң йылыһы – һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме – тыуған өйөң, иң йәмлеһе – туған тәбиғәтең. Тыуған ил тыуып- үҫкән ерҙән башлана. Ысынлап та, тыуған еремде, уның тәбиғәтен бер ниндәй һүҙҙәр менән асып бөтөрөп булмай. Был матурлыҡты күреп тә бөтөрөрлөк түгел.

Минең тыуған яғым – Ғафури районының Сәйетбаба ауылы. Мин быны бөтә ғорурлығым менән әйтәм. Тыуған яғым иҫкиткес матур, бай тәбиғәтле, төрлө һәм йомарт. Бында бейек тауҙар, серле урмандар, мул һыулы йылға-күлдәр, киң яландар бар. Урмандарына инһәң, һине зифа буйлы аҡ ҡайындар, ҡупшы кулдәкле шыршылар ҡаршы ала. Болондарында йөҙөп йөрөрлөк, төрлө-төрлө сәскәләр үҫә. Зәңгәр күккә, йылы аяҙ көнгә, урмандың төрлө биҙәктәренә һоҡланып туя алмайһың . Ер аҫтында хазиналар ята. Ә борғаланып- борғаланып аҡҡан Мәндем йылғаһы, һалҡын шишмәләре генә ни тора! Минең тыуған ауылым бик матур ерҙә урынлашҡан. . Ата-бабаларыбыҙ бик белеп килеп төпләнгән был ерҙәргә. Мәғрур тауҙар теҙмәһе ел-дауылдан, бурандарҙан һаҡлаһа, көмөш һыулы шишмәләре тәнгә шифа, йәнгә дауа! Сәй эсергә шифалы үләндәре бихисап, үрелеп ҡабам тиһәң еләк-емеше, бөрлөгәне тулышып бешә. Үҙҙәрендә күпме тарих һаҡлаған Битерле, Түрешле, Асанай, Бүләк яландары, Сейәлетүбә, Аҡбейек, Йәнекәй тауҙары, селтерәп аҡҡан Гөлйәмилә, Гөлбәзирә,Бикәнәй,Ғәйшә,Таш башы,Әтәс ҡойолары үҙҙәре генә ни тора!!! Тыуған тәбиғәтебеҙгә тәрән һөйөү һаҡлаған атайым Бужан, Аҡбейек тауҙарына, Битерле, Түрешле яландарына, Мәндем, Өйә йылғаларына бағышлап иҫ киткес сихри көйҙәр ижад итте. Ижад итмәҫлекме һуң!? Сөнки, бындағы һәр бер үлән, һәр бер ағас талғын ғына бәүелгәндә ниндәйҙер көй көйләгәндәй.

Минең бөгөнгө бәйән итәсәк яҙмам ошо тирәлә барлыҡҡа килеп үҙендә күпме иҫ киткес мөғжизәгә,сихри көскә эйә булған әкиәти атамалар тураһында.Йәй етеү менән беҙ, атайым менән урман-ҡырҙарға сәйәхәткә сығырға яратабыҙ.Ошо сәйәхәттән мин үҙемә бик күп кәрәкле мәғлүмәттәр туплай барам.Былтырғы йәй Бужан тауҙарына барырға тура килде.Юл буйы атайым ошо яҡҡа бәйле төрлө легендалар һөйләп барҙы,шулар менән уртаҡлашып китәйем.

Ҡаранйылға ауылын сығып,уң яҡҡа киткән юлда “Кәзә ташы” тип аталған тау бар.Был тау әллә ни ҙур ҙа түгел,һүҙем тау тураһында түгел,ә шуның аҫтынан килеп сыҡҡан шишмә хаҡында булыр.Был шишмә Ҡаранйылға йылғаһының башынан башлана.Уның исеме лә ҡыҙыҡ ҡына “Ҡайнауыҡ”тип атала.Ер аҫтынан урғылып-урғылып биш ҡойо сығып ята.Бына ошо ҡойолар ҡайнап килеп сыҡҡан кеүек,шуның өсөн дә уға ошондай исем ҡушҡандарҙа инде.Был ҡойоларҙы ныҡлабыраҡ ҡараһаң, ҡулдың биш бармағына оҡшап тора ул.Бына ошо шишмәләр сихри көскә эйә лә инде.Был шишмәләр Ҡаранйылға йылғаһына ҡушыла.Аҡса һалып теләктәр теләһәң,ҡабул була, тиҙәр.Ысынлап та шулайҙыр ул,беҙҙә аҡса төшөрөп,юлыбыҙҙың уң булыуын теләп,ҡуҙғалдыҡ.Бер ниндәй ауырлыҡһыҙ,нисә саҡрымдарға һуҙылған Бужан тауҙарын көнөндә урап та ҡайттыҡ.Биология уҡытыусыһы Гөлшат Шәһит ҡыҙы Мусина ошо ҡойолар тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне; “беҙ бәләкәй саҡтарҙа, бынан күп йылдар элек,Ҡаранйылға ауылына Сириянан бер мулла килә.Һәм уны ауыл халҡы ошо шишмәгә алып бара.Мулла шунда уҡ аптырап ҡала,үҙендә нимәлер һиҙгәндәй була. Бындай мөғжизәне беренсе күреүем тип аптырап ҡала был мулла.Рәхәтләнеп,шишмәләрҙең ҡушылған ерендә һыу ҡойоноп сыға һәм үҙендә ниндәйҙер еңеллек тоя,үҙен яңы тыуған сабый кеүек хис итә.Уның менән бергә булған халыҡта уның артынса төшөп һыуҙа рәхәтләнеп ҡойоналар,Улар ҙа үҙҙәрендә еңеллек тоя;аяҡ-ҡулдары һыҙламай башлай,нимә теләйҙәр шул ҡабул була.Халыҡ күп йылдар ошо урынға килеп теләктәр теләп,һыу ҡойонор булғандар.

Икенсе яҙмам тағы ошо ауыл эргәһендә ятҡан “Әбей ташы” хаҡында булыр.Был ташта үҙендә ниндәйҙер мөғжизә һаҡлай. Йәй көнө ҡоролоҡ була ҡалһа,ауылдың олоһо ла, кесеһе лә ошо таш янына килер булған, сөнки ошо таш янына килеп,уны йыуып, теләктәр теләһәң,һәр ваҡыт ямғыр яуған, ашлыҡтар ишелеп уңған.Ул таш әле лә бар. Уның төҙөлөшө лә ҡыҙыҡ ҡына: ике ҡолағы ла бар, хатта сөйөп яулыҡ ябынған кеүек. Үкенескә күрә, йәй көнө фотоға төшөрөп алынмаған, әле уның эргәһенә барып булмай.

Өсөнсөһө; Сәйетбаба ауылына килеп кергәс тә, бынан күп йылдар элек һул яҡта зыярат булған.
Хәҙер ул зыярат юҡҡа сыҡҡан, мал-тыуар,кешеләр тапап сиҙәм ергә әйләндергәндәр. Тик ошонда бер ҡәберҙе халыҡ ҡәҙерләп һаҡлай,Уның тирә-яҡын тимер рәшәткә менән уратып алдылар,эргәһенән кеше лә өҙөлмәй.Был “Әбйәлил ишан”дың ҡәбере.Заманында бик уҡымышлы кеше була. Үҙенең доғалары, им-томдары менән күпме кешене аяҡҡа баҫтырған ул.Атлай алмағаны атлап киткән,күрмәгәне күреү һәләтенә эйә булған, ә инде түшәктә ятҡаны тороп ултырған тип һөйләйҙәр боронғо әбей-бабайҙар. Әле лә халыҡ уның эргәһенән китмәй,Әбйәлил ишан эргәһенә барһаң,үҙеңдә киләһе көнгә ышаныс уяна,йәшәүгә дәрт өҫтәлә,ауырыуҙар юҡҡа сыға, тиҙәр.Әлбиттә,мин дә уның эргәһенә барам,теләктәр ҙә теләйем.Ҡабул булалыр тим,сөнки мин үҙемә яңынан-яңы эш төрҙәре уйлап табып ҡына торам. Ҡасандыр ҡумыҙ, ҡурай, думбыра кеүек музыкаль инструменттар эшләһәм, бөгөн, иһә,үҙемдә яңы шөғөл таптым. Өй шарттарында бәшмәк үҫтерәм,ҡыш көнө рәхәтләнеп бәшмәк ашайбыҙ.

Ауылымды уртаға бүлеп Өйә йылғаһы аға. Эргә-тирәләге ниндәй генә ауылды алма, һәр береһе ниндәйҙер йылға буйында урынлашҡан, шул иҫәптән минең Сәйетбабам да Мәндем йылғаһы янында урынлашҡан. Олатайым һөйләүенсә, элек Мәндем, Өйә йылғалары ҡолас етмәҫлек, көҙгөләй ялтырап ятҡан, ҡыйыуҙар ғына икенсе ярға йөҙөп сығыр булған.
Ошо Өйә йылғаһының бер яғында “Шайтан соҡоро” тип аталған урын бар.Бына ошо урынды бик хәүефле урын тип белә ауыл халҡы.Элегерәк Өйә йылғаһының ошо тирәһенә һыу инергә килгән кешеләр араһында көндә бер кеше йылғаға батыр булған һәм ошо тирәлә йөрөгән малда зыянлар булған тип һөйләйҙәр. Ә хәҙер йылғаның һыуы кәмегәс,батыу осраҡтары юҡ,кеше лә хәҙер ул тирәгә барырға бик баҙнатсылыҡ итмәй.

Шулай уҡ ҡайһы бер ҡойоларҙа бик үк сихри көскә эйә түгел.Ошо ҡойоларҙың береһе тураһында бик яҡшы булмаған хәбәрҙәр ишеткәнем бар. Ауылымды сығып,әҙерәк барғас та ер аҫтынан сөмбөрләп кенә “Ғәйшә ҡойоһо” сыға. Ни өсөн ” Ғәйшә ҡойоһо” һуң? Күрше ауылдан беҙҙең ауылға килен булып төшкән кәләш,үҙенең эргәһендә генә һыу сығып ятыуын теләп,көндә сығып, соҡор ҡаҙыған. Һәм бер ваҡыт соҡолған урындан сөмбөрләп кенә һыу сыға башлаған. Ғәйшә тигән ҡатын уның тирә-яғын таҙартып, ағастар ултыртҡан.Был тирәне үҙе үлгәнсе тәрбиәләп торған.Ул үлеп киткәс,халыҡ уның исемен ҡойоға ҡушҡан да инде. Йәй көндәре бесәндән ҡайтҡан кешеләр ошо ҡойо янында туҡтап,һыу эсеп,бит-ҡулдарын йыуыр булғандар.Туҡтаған һәр бер кеше ҡайтып та етә алмай,юлда уҡ ауырыр булған тип һөйләйҙәр. Ул ҡойоноң тирә-яҡын ауылдашыбыҙ Рифат бабай кәртәләп матурлап ҡуйҙы. Хәҙер унан кеше һыу эсеп бармай.

Һәр төбәктең тәбиғәте лә дауа.Урманына сығып,ағастарға һөйәлеп серҙәреңде һөйләһәң,ауырыуҙар юҡҡа сыҡҡандай, йүкә ,мәтрүшкә,кәзә һаҡалы кеүек дарыу үләндәре менән сәй эсһәң, тын юлдары асылып киткәндәй тойола. Беҙ,ошо байлыҡты һаҡларға,легендаларҙы,сихри көскә эйә булған урындарҙы киләсәк быуынға өйрәтергә бурыслыбыҙ.Ҡасандыр атайыма ошо урындар хаҡында олатайым һөйләгән булһа,хәҙер ул миңә аңлата,ә мин киләсәктә үҙемдең балаларыма,ейәндәремә һөйләргә тейешмен.Бындай урындарҙа бер ваҡытта ла оноторға ярамай,хатта ниндәйҙер билдәләр ҙә ҡуйырға кәрәктер,тип уйлайым.


Байбулдин Юлдаш 9 кл, Сәйетбаба мәктәбе Етәксеһе: Иҙрисова Зилә