Ҡыҫтыбый — башҡорт милли аш-һыуының бер төрө. Татарҙарҙа, шулай уҡ Урта Азияның күп кенә халыҡтары аш-һыуында ла осрай. Ҡыҫтыбый сөсө ҡамырҙан бешерелә. Эслек өсөн тары, ҡарабойҙай бутҡаһы, картуф иҙмәһе ҡулланыла.

Ҡыҫтыбый
Бөрйән районының Байназар ауылында йәшәүсе Ҡотлобаева Көнһылыуҙың эше

Ингредиенттар

үҙгәртергә

Эслек өсөн:

  • Һөт — 150 мл.
  • Тары ярмаһы — 50 г.
  • һары май — 20 г.
  • Тоҙ

Ҡамыр өсөн:

  • Он — 1 стакан.
  • Һөт йәки сей ҡатыҡ — 1 стакан
  • 1 йомортҡа
  • Тоҙ

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Ҡамырын йомортҡа һытып, һөткә йәки сей ҡатыҡҡа баҫалар. Ҡамырҙы таба ҙурлығына самалап, бәләкәй генә йоморсаҡтарға бүлеп сығалар. Йоҡа ғына итеп йәймә йәйәләр. Ҡоро табала йәймәләрҙең ике яғын да бешереп алалар. Йәймәләр һыуынмаҫ элек (һыуынһа һынырға мөмкин) яртыһына эслек һалалар. Икенсе яртыһы менән ҡаплайҙар, йәғни ҡыҫалар, тик ситтәрен бөрмәйҙәр. Өҫтәлгә бирер алдынан тышын иретелгән һары йәки шыйыҡ май менән майлайҙар. Көндәлек аҙыҡ итеп тә, ҡунаҡҡа һый итеп тә әҙерләйҙәр. Эслеге төрлөсә булһа ла, ҡамыры бер үк төрлө әҙерләнә.

 
Картуфтан ҡыҫтыбый