76 оло гонаһ

10-сы ҙур гонаһ

Кисерерлек сәбәпһеҙ Рамаҙан айында ураҙа тотмау

үҙгәртергә

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: "Рамаҙан айында кисерерлек сәбәбе булмай тороп ураҙаһын берҙе булһа ла ҡалдырған кеше, хатта бөтә ғүмере буйына ураҙа тотһа ла, уны аҡлай алмаясаҡ".

"Бер намаҙҙан икенсе намаҙға, бер йоманан икенсе йомаға, бер Рамаҙан айынан икенсе Рамаҙан айына тиклем ҙур гонаһтарҙы эшләүҙән һаҡланған кешенең бәләкәй гонаһтары ярлыҡанасаҡ".

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шулай ти: "Ислам биш бағанаға нигеҙләнгән:

  1. Аллаһтан башҡа илаһ юҡ һәм Мөхәммәт (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) уның пәйғәмбәре тип таныҡлыҡ килтереү;
  2. Намаҙ ҡылыу;
  3. Зәкәт түләү;
  4. Рамаҙан айында ураҙа тотоу;
  5. Хаж.

Ибн Ғәббәс (радиаллаһу ғәнһү) һөйләй: "Ислам асылы һәм уның нигеҙе өс терәктән тора:

  1. "Аллаһтан башҡа илаһ юҡ" тип таныҡлыҡ биреү.
  2. Намаҙ уҡыу.
  3. Зәкәт түләү.

Шуларҙың берәүһенән булһа ла баш тартҡан кеше яңылышасаҡ".

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Әгәр кеше алдашыуҙан, хәйлә буйынса эшләүҙән туҡтамаһа һәм үҙенең кафырлыгынан баш тартмаһа, уның аҙыҡтан һәм эсемлектән баш тартыуы Аллаһҡа кәрәкмәйәсәк", - тип әйткән. "Рамаҙан айына тиклем йәшәп тә ярлыҡанмаған кешегә бәлә булыр".

Бөтә мосолмандар ҙа, Рамаҙан айында кисерерлек ғөҙөрө булмай тороп ураҙанан баш тартыусы зина ҡылыусыға, башҡаларҙың мөлкәтенә ҡул һуҙыусыға йәки эскесегә ҡарағанда насарыраҡ, тигәнде ҡабул итә. Бындай ҡылыҡтар уның иманында шик тыуҙырыуы һәм уны динһеҙҙәр рәтенә индереүе мөмкин.