76 оло гонаһ

11-се ҙур гонаһ

Һуғыш яланынан ҡасыу

үҙгәртергә

Ҡурҡаҡлыҡ - динебеҙҙән түгел. Бигерәк тә һуғыш яланында, ҡәрҙәштәреңдең гүмере һинән торғанда. Рухи ауырыуҙарҙан һанала. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылғанда ҡурҡаҡлыҡтан һыйына торған булған.

Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Яңынан һуғышыр өсөн сигенеү, үҙегеҙҙекеләр менән ҡушылыу йәки уңай урын алыу өсөн ваҡытлыса һуғыш ҡырынан китеү ярай, әммә башҡа шарттарҙа сигенеү - Аллаһтың асыуына дусар булыуҙыр. Уларҙың урыны -йәһәннәмдер. Ул бик тә хәтәр яза урыны" (Әнфәл, 16).

Аллаһ илсеһе (салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ете һәләкәтле гонаһты һанаған ваҡытта һуғыш яланынан ҡасыуҙы ла (дезертирлыҡ) әйтеп үткән.