76 оло гонаһ

12-се ҙур гонаһ

Зина ҡылыу

үҙгәртергә

Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Зинаға яҡын килмәгеҙ, был - фәхишәлек һәм боҙоҡ юл!" (Исра, 32).

  • "Һәм улар Аллаһынан башҡа икенсе илаһҡа доға ҡылмайҙар, Аллаһ харам ҡылған йәнде хаҡһыҙға үлтермәйҙәр һәм зина ҡылмайҙар, әгәр берәй бәндә быларҙы эшләһә, язаһын алыр (Фурҡан, 68).
  • "Зина ҡылған ҡатын менән иргә йөҙ тапҡыр таяҡ һуғығыҙ. Әгәр Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә инанған булһағыҙ, (Аллаһтың дине ҡушҡандарын үтәүсе булһағыҙ) уларҙы ҡыҙғанмағыҙ. Уларҙы язалағанда (бер нисә) мөьминдең шаһит булып тороуы шарт.

(«Ибн Ғәббәс (радыяллаһү ғанһү)гә күрә, был шаһиттар дүрт кешенән алып, ҡырҡҡа саҡлы булырға мөмкин. Зина — хаттин ашыу, Аллаһ тарафынан ҡуйылған сиктәрҙе (хәдте) боҙоу иң ҙур гонаһтарҙан һанала. Аяттағы яза никахлы булмаған, өйләнмәгән егет менән ҡыҙға бирелә. Әгәр ҙә никахлы булып та, башҡалар менән зина ҡылғандарға рәжем язаһы бирелә. Йәғни, таш менәм бәреп үлтереү». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

  • Зинасы ир зинасы ҡатынға йәки мөшрик булған ҡатынға ғына өйләнергә хаҡлы.
  • Зинасы ҡатын да зинасы йәки мөшрик ирҙән башҡаға кейәүгә бармаҫ.
  • Мөьминдәрҙең - зинасылар менән (өйләнеүе, енси) мөнәсәбәттәргә кереүе харам һаналыр. ("Нур", 2).

Бер ваҡыт Аллаһ илсеһенән (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бөйөк гонаһтар тураһында һорағандар.

  • Ул: "һине яралтҡан Аллаһҡа ширек ҡуйыу", - тигән.
  • "Ә унан һуң?", - тип һорағандар. "Тамағын ҡарай алмаҫмын, тип ҡурҡып, үҙеңдең балаңды үлтереү".
  • "Ә унан һуң?", - тип һорағандар. "Күршеңдең ҡатыны менән зина ҡылыу", - тип яуап биргән.

Икенсе бер хәҙистә Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үо сәлләм): "Әгәр мосолман зина ҡыла икән, ул быны кафыр булараҡ башҡара. Әгәр мосолман урлаша икән, ул быны кафыр булараҡ башҡара. Әгәр мосолман хәмер эсә икән, ул быны кафыр булараҡ башҡара- тигән. •

Тағы ла бер хәҙистә Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип әйткәне еткерелә:

  • "Мосолман зина ҡыла икән, ул иманынан яҙа һәм был гонаһы уның өҫтөнә шәүлә булып тора.
  • "Бөйөҡ Аллаһы Тәғәлә зинасының һәм эскесенең иманын, кеше өҫтөнән күлдәк сискән кеүек үк, тартып ала "

"Өс төркөм кешеләр барҙыр, улар менән Аллаһы Тәғәлә ҡиәмәт көнөндә һөйләшмәйәсәк, уларға ҡарамаясаҡ һәм гонаһтарын ғәфү итмәйәсәк:

- Зинасы ҡарт;

- Алдаҡсы имам (етәксе);

- Тәкәббер ярлы

"Аллаһы Тәғәлә дүрт төркөм кешегә асыулы. Улар:

  • Ант итә-итә һатыу итеүсе;
  • Тәкәббер ярлы";
  • Зинасы ҡарт;
  • Ҡул аҫтында булыусыларға зөлөм итеүсе имам (етәксе).

Ир-атҡа тыйылған ҡатындар - әсәй,.апай, атайыңдың ҡатыны һәм башҡа ҡатындар менән зина ҡылыу бөйөк зина ҡылыу һанала. "Тыйылған ҡатындар менән зина ҡылыусыны үлтерегеҙ".

Был темаға хәҙистәр бик күп. Түбәндәге риүәйәтте Бәра'әнең бабаһы килтерә:

"Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ирҙең үгәй әсәһе менән яҡынлыҡ ҡылған өсөн уларҙы үлтерергә һәм мөлкәтен бишкә бүлергә ҡушҡан".