76 оло гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби

17-се ҙур гонаһ

ЛӘҮӘТ (ГОМОСЕКСУАЛИЗМ)

үҙгәртергә

Ҡөрьәндә фәхишәлек арҡаһында юғалыуға дусар булған Лут халҡы тураһында тарих һөйләнелә.

Бөтә мосолман халҡы ла ләүәттең ҡурҡыныс гонаһ икәнен яҡшы белә. Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Ниңә һеҙ ирҙәргә якынлык ҡылып, Раббығыҙ һеҙҙең өсөн булдырылған ҡатындарығыҙҙан ситләшәһегеҙ..." (Шуғара, 165-166).

Ләүәт зина ҡылыуҙан күпкә аҙғыныраҡ һәм ҡурҡынысыраҡ. Был йәһәттән Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шулай тигән: "Кем бының менән шөғөлләнә (ҡылыусыларҙы, ҡылырға мәжбүрләүсене һәм бының менән файҙаланыусыларҙы) үлтерегеҙ.

"Лут халҡы шөғөлләнгән менән шөғөлләнеүселәргә Аллаһтың ләғнәте төшһөн Ибн Ғәббәс (радиаллаһу ғәнһү) һөйләй: "Был гонаһ менән шөғөлләнеүселәр өсөн иң бейек бина табырға һәм уларҙы шунан ташлап, һуңынан таш менән бәргесләргә кәрәк".

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Бер ҡатын икенсеһе менән енси бәйләнешкә инһә, быш зина ҡылыу тип һанала (ҡатындарҙың бер-береһе менән енси яҡынлығы - зина ҡылыу, мүсәхәҡә, лесбиянство)".

Шәфиғиҙәр (Имам Шафиғи (рәхмәтуллаһу ғәләйһи) нигеҙ һалған хоҡуҡи мәктәп) зина ҡылыу менән гомосексуализм өсөн яза бер үк тип һанай.