76 оло гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби

18-се ҙур гонаһ

ҒИФФӘТЛЕ ҠАТЫН-ҠЫҘҒА ЯЛА ЯҒЫУ

үҙгәртергә

Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Зина кеүек эштәрҙән пак, әшәкелектән хәбәре булмаған, намыҫлы мөьминәләргә (ғәйбәт) нахак яла яғыусылар донъяла ла, Әхирәттә лә ләғнәтләнер. Уларға бик тә хәтәр ғазаптар әҙерләнгән"(Нур, 23).

"Намыҫлы һәм саф ҡатындарға (зина ҡылды тип) нахаҡ һүҙ әйткән кешеләр дүрт шаһит килтерә алмаһа, һәр береһен һикһән тапкыр ҡамсы менән һуғығыҙ. Бынан һуң уларҙан бер ҡасан да шаһитлыҡ һоралмаҫ. Улар фасиҡтарҙын да фасиғы -боҙоҡ әҙәмдәрҙер" (Нур, 4).

Аллаһ илсеһе (салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) беҙгә ете һәләкәтле гонаһтан ҡасырға бойорған һәм улар араһында был турала хатта уйламаусы ғиффәтле иманлы ҡатын-ҡыҙҙарға яла яғыуҙы ла әйтеп уҙған.

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Мосолман - ул башҡа мосолмандарға теле менән дә, ҡулы менән дә зыян килтермәгән кеше", - тигән.

Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Гонаһ ҡылмағандары көйөнсә, "был ир менән был ҡатын гонаһ ҡылды" тип нахаҡ яла яғыусылар, һис иликһеҙ, үҙ өҫтәренә ҙур гонаһ алыр" (Әхзәб, 58).

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Ҡиәмәт көнөндә үҙенең ҡолон зина ҡылыуҙа ғәйепләүсене ҡаты язаға тарттырасаҡтар. Әгәр теге ҡол ысынында ла ундай булмаһа -тигән.

Ҡөрьәндәге аятты ҡарамайынса, мосолмандарҙың әсәһе Ғәйшәгә (радиаллаһу ғәнһү) яла яғыусы хаҡлы түтел, сөнки ул Ҡөрьәнгә ҡаршы килә.