76 оло гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби

27-се ҙур гонаһ

Ҡатындың, ҡыҙҙың (һ.б. нәҫелдәге ҡатын-ҡыҙҙарҙын) насар холҡона иғтибар итмәү

үҙгәртергә

Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Зинасы ир зинасы ҡатынға йәки мөшрик ҡатынға ғына әйләнер. Зинасы ҡатын зинасыға йәки мөшриккә генә иргә сығыр. Мөьминдәргә улар - харам" (Нур,3).

Аллаһ илсеһе (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Ожмахҡа өс төркөм кеше эләкмәйәсәк:

  • Ата-әсәһен ололамаусы;
  • Ҡатын-ҡыҙҙарын кыҙғана белмәүсе (бында, ҡатын-ҡыҙҙарын ҡурсалау, кейемен, ризығын, һүҙҙәрен, холҡон шәриғәт ҡушҡанса булдырырға тырышыу тип аңларға кәрәк. Шулай уҡ быны көнсөллөк тип тә аңларға кәрәк. Ир үҙенең ҡатынын, ҡыҙын, ҡыҙ туғандарын сит ирҙәрҙән көнләшергә тейеш. Сит ирҙәрҙән ҡурсаларға, йәберләтмәҫкә тейеш);
  • Ирҙәргә оҡшарға тырышыусы ҡатын-ҡыҙҙар".

Был гонаһты шул осраҡтарҙа аңларға була, әгәр:

  • Ире ҡатыны шикле юлда тип шөбһәләнһә лә, әммә уны ныҡ яратһа;
  • Тиҙ арала ҡатыныңа ҙур булған бурысыңды түләргә кәрәк;
  • Көс етмәҫлек мәһәрҙе түләргә кәрәк.
  • Ғаиләлә бәләкәй балалар булып, айырылышыу осрағында ҡатыны иренән ғаиләне аҫрау өсөн аҡса һораһа, ә ул ярлы булһа.

Әммә ниндәй генә осраҡ булмаһын, ҡыҙғаныу тойғоһо булмағанға изгелек юҡ.