76 оло гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби

28-се ҙур гонаһ

Ҡатындарҙың ирҙәргә, ирҙәрҙең ҡатындарға оҡшауы

үҙгәртергә

Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Төрлө гонаһтан, әшәкелектән ҡасҡан, асыуланғанда (ғәйепле кешене) кисергән кешеләр өсөн (Шура, 37).

Ибн Ғәббәс риүәйәт итә: "Аллаһ илсеһе (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡатындарға оҡшарға тырышыусы ирҙәрҙе һәм ирҙәргә оҡшарға тырышҡан ҡатындарҙы ҡарғаған".

Икенсе бер хәҙистә әйтелә: "Ирҙәргә оҡшарға тырышыусы ҡатындарға Аллаһтың ләғнәте булыр".

Әбү Хөрәйрә (радиаллаһу ғәнһү) риүәйәт итә: "Аллаһ илсеһе (салалаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡатын-ҡыҙ кейемдәрен кейгән ирҙәрҙе һәм ир кейемдәрен кейгән ҡатындарҙы ҡарғаны".

Аллаһ илсеһе (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Тамуҡ әһелдәренән мин әле күрмәгән ике төркөм кешеләр бар.

  • Уларҙың береһенең ҡулында ҡамсы буласаҡ. Улар башҡа кешеләрҙе туҡмаясаҡ (Башҡа бер хәҙистә "һыйыр ҡойроғона оҡшаған ҡамсы" тип килтерелә. Йәғни полиция дубинкалары тураһында әйтелгән).
  • Икенсе төркөм - кейенгән дә, шул уҡ ваҡытта кейенмәгән дә кеүек ҡатын-ҡыҙҙар. Уларҙың баштары дөйә үркәсенә оҡшаш (Сәстәренә төрлө прическа эшләткән ҡатын-ҡыҙҙар тураһында әйтелгән). Улар ожмахҡа эләкмәйәсәк һәм Ожмах еҫен ниндәйҙер аралыҡтан да белергә мөмкин булғанда ла улар уның еҫен дә тоймаясаҡ (Үтә күренмәле кейем, тишекле туҡымалар, тегелеше буйынса ғәүрәт күренеп торған кейемдәр пәйғәмбәребеҙ заманында булмаған).

"Ҡатындарҙың ҡурайына бейегән ирҙәр һәләк була".

Бына ҡатындарҙың ләғнәт алған бер нисә ҡылығы:

  • кейем аҫтында йәшеренгән алтын һәм башҡа биҙәүестәрҙе күрһәтер өсөн сығарып ҡуйыу;
  • мускус, амбар һәм башҡа хушбуйҙар ҡулланыу (әгәр улар башҡа ирҙәр янында булһа);
  • башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итеп торған үтә сағыу кейем кейеү.