76 оло гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби

30-сы ҙур гонаһ — ҡанды, үләкһәне һәм сусҡа ( Сусҡа, ҡан, "бисмиллаһыҙ " салынған мал - үләкһә колбасаларҙа, һатып алған билмән, манты һ.б аҙыҡ-түлектә күп. Шуға ла, хәләл тип яҙылғанын ғына ашарға ярай) итен ашау.

Ҡанды, үләкһәне һәм сусҡа итен ашау

үҙгәртергә

Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Әйт һин Мөхәммәд:

— Миңә индерелгән уахиҙа: үләкһә йәки (һуйған ваҡытта) аҡҡан ҡан йәки сусҡа ите бысраҡлыҡтың үҙелер, тип әйтелгән. Аллаһтан башҡаға (бер ялған илаһҡа) атап салынған нәжес хайуандан башҡа, ашай торған кешегә харам ҡылынған бүтән бер нимә лә тапманым. Кем ошо харам ризыктарҙы ашарға мәжбүр хәлдә ҡалһа, иманынан тайпылмайынса, зарурлыҡ миҡдарында ғына ашаһа, белһен, Раббың кисерер һәм ғәфү итер, — тип. ("Әнғәм", 145).

һаналып үткәндәрҙе аҙыҡ итеп ҡулланыусы шунда уҡ гонаһлылар рәтенә инәсәк. Мосолмандар араһынан берәү аңлы рәүештә аҙыҡҡа сусҡа итен ҡулланмаҫ, тип уйлай автор.

Әгәр кеше был аҙымды эшләй икән, тимәк, уның эске донъяһы боҙоҡ, үә ул иманһыҙҙар рәтенән булып сыға. Мосолмандар өсөн сусҡа итен ҡулланыу спиртлы эсемлектәр эсеүгә ҡарағанда ла насарыраҡ иҫәпләнә.

Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шулай тип әйткәне аныҡ билдәле: "Харам менән туҡланыусы ожмахҡа эләкмәйәсәк, ә тамуҡҡа лайыҡлы.