31-се ҙур гонаһ

76 оло гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби

31-се ҙур гонаһ— бәүелгә ҡарата иғтибарһыҙлыҡ.

Бәүелгә ҡарата иғтибарһыҙлыҡҮҙгәртергә

Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Кейемеңде сафла!" ("Мүдәҫҫир", 4).

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ике ҡәбер араһынан үтеп барғанда: "Улар икеһе лә ғазап кисерә. Әммә был ғазаптар ҙур гонаһтар яһаған өсөн түгел. Уларҙың береһе кесе ярауҙан таҙарынмаған, икенсеһе ғәйбәт һөйләгән ", - тигән.

Әнәс (радиаллаһу ғәнһү) Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шундай һүҙҙәрен еткерә. "Һейҙектән таҙарынығыҙ, сөнки ҡәбер ғазаптарының күп өлөшө нәҡ шуның, аркаһында".

Шулай уҡ, үҙенең тәнен һәм кейемен һейҙек тамыуҙан һаҡламаған кешенең намаҙы ҡабул ителмәйәсәк.