76 оло гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби

32-се ҙур гонаһ— һалым йыйыусы.

Һалым йыйыусы.

үҙгәртергә

"Кешене йәберләгән, золом ҡылған, донъяла нахаҡтан яуызлыҡ эшләгән кешеләргә генә шелтә бар. Уларга - ғазаплы яза!" ("Шура", 42).

Киләһе хәҙис зина ҡылған һәм таш бәреп язаланған ҡатын тураһында.

Уның тураһында Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): «Был ҡатын шул тиклем ихлас тәүбә итте, әгәр кешеләрҙе йәберләүсе һалым йыйыусы шулай уҡ тәүбә итһә, хатта уны ла мотлаҡ ғәфү итерҙәр ине *

Йәберләүсе юлбаҫарға оҡшаған. Ул бурҙан да яманыраҡ. Ул кешеләрҙең иң ҡанһыҙы, сөнки һәр ваҡыт ауырлыҡ килтерә. Уға ошо тәртип боҙоуҙарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итеүсе; мөлкәте тартып алынасаҡ ҡорбандарын күҙәтеүсе, милек йыйыусы һәм быларҙы яҙып барыусы ла (опись яһаусы ла) йәберләүсе булып һанала.

Уларға ярҙам итеүсе әрме кешеләре, абруйлы кешеләр һәм етәкселәр гонаһлы эштәрҙә ҡатнашыусы һаналасаҡ.