33-сө ҙур гонаһ

76 оло гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби

33-сө ҙур гонаһ— ике йөҙлөлөк.

Ике йөҙлөлөкҮҙгәртергә

Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Әгәр кемдер, ирме ул, ҡатынмы, изгелек эшләгән икән, өҫтәүенә мөьмин дә булһа, ул ожмахҡа инер һәм хөрмә орлоғондағы һыҙыҡ хәтле лә рәнйетелмәҫ" (Ниса, 124).

"...халыҡ алдында яҡшатланыр өсөн генә үҙ малын сарыф иткән кеше" (Баҡара, 264).

Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Ҡиәмәт көнөндә бөтәһенән дә алда шәһитттең яҙмышы хәл ителә. Уны Аллаһ янына алып киләсәктәр. Бөйөк Аллаһ бөтә бирелгән ниғәмәттәрҙе һанап үтәсәк, ул уларҙы таныясаҡ, һәм Аллаһ: "Һин уларҙың хаҡын ҡайтарыр өсөн нимә эшләнең?" - тип һораясаҡ.

Шәһит: "Мин һинең өсөн көрәштем һәм үлтерелдем", - тип яуап бирәсәк.

Аллаһы Тәғәлә: "һин алдашаһың. һин кешеләр һине батыр тип таныһындар өсөн көрәштең. Һәм улар танынылар ", - тип әйтәсәк. һуңынан ҡарар ҡабул ителәсәк һәм уны тамуҡҡа ебәрәсәктәр.

Ҡарар ҡабул ителәсәк икенсе кеше ғилем өйрәнгән һәм башҡаларға уны өйрәткән, Ҡөрьән уҡыған кеше була. Аллаһы Тәғәлә бөтә бүләк ителгән ниғмәттәрҙе һанап үтә, һәм ул уларҙы таный.

-Һин уларҙың хаҡын ҡайтарыр өсөн нимә эшләнең? - тип һораясаҡ Аллаһ.

Кеше: "Ғилем өйрәндем һәм уҡыттым, һинең мәрхәмәтеңде яулар өсөн Ҡөрьән уҡыным", - тип әйтәсәк.

Аллаһы Тәғәлә әйтәсәк: Һин алдашаһың. һин ғилемде кешеләр һиңә: "Ул ғалим", - тип әйтһендәр өсөн генә өйрәндең, ә Ҡөрьәнде: "Ул яҡшы уҡый", -тип әйтһендәр өсөн уҡының. Улар шулай тип әйттеләр ҙә.

Һуңынан ҡарар ҡабул ителәсәк һәм уны тамуҡҡа һөйрәп алып китәсәктәр.

Киләһе кеше Аллаһы Тәғәлә бөтә ниғмәттәр менән дә бүләкләгән, бөтә нәмәһе лә булған кеше. Уны ла алып киләсәктәр, бирелгән ниғмәттәр тураһында иҫенә төшөрәсәктәр, һәм ул да уларҙы таныясаҡ.

-Һин уларҙың хаҡын ҡайтарыр өсөн нимә эшләнең? - тип һораясаҡ унан Аллаһы Тәғәлә.

Кеше: "Миңә бирелгән мөлкәтте изге маҡсаттарҙа тотонор өсөн, бер мөмкинлекте лә ҡалдырманым, һәм бының мин һинең өсөн генә эшләнем".

Аллаһы Тәғәлә: "һин алдашаһың, һин быларҙы кешеләр һиңә: "Ул - йомарт", - тип әйтһендәр өсөн эшләнең, һәм улар әйтте", - тип әйтәсәк, һуңынан ҡарар ҡабул ителәсәк һәм уны тамуҡҡа һөйрәп алып китәсәктәр".

Ибн Ғүмәр (радиаллаһу ғәнһү) еткерә: "Ҡайһы бер кешеләр миңә: "Беҙҙең менән етәкселек итеүсе кешеләр янында булғанда, беҙ бер төрлө һөйләйбеҙ, ә унан киткәс, киреһен һөйләйбеҙ", - тип әйтте, "Быға Ғүмәр: "Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ваҡытында был ике йөҙлөлөк булып һанала торғайны", - тип яуап биргән".

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм):"Әгәр кеше башҡаларға үҙенең эштәре тураһында һөйләһә, һәм уның барлығын күрһәтер өсөн сығарып ҡуйһа, ике йөҙлөләнһә, Аллаһ уға ҡайғы һалыр".

Муғәҙ (радиаллаһу ғәнһү) Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шундай һүҙҙәрен еткерә: "Хатта аҙ ғына булған ике йөҙлөлөк тә ширеккә инә".