76 оло гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби

34-се ҙур гонаһ— хыянат итеү.

Хыянат итеү

үҙгәртергә

"Эй, иман килтереүсе халыҡ, Аллаһка һәм уның пәйғәмбәренә хыянат итмәгеҙ. Белгәнегеҙ килеш, (уларға хыянат итһәгеҙ), үҙегеҙҙәге аманатҡа хыянат иткән булырһығыҙ." (Әнфәл, 27). ** "... Аллаһ мәкерле хыянатсыларҙы хаҡ юлға күндермәй" (Йософ, 52). Л

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән:

  • "Ышанысты аҡламаусының иманы юҡ;
  • үҙенең һүҙендә тормаусының иманы юк"
  • "Ике йөҙлө кешенең өс билдәһе бар: һөйләгән саҡта - алдай; вәгәҙә бирһә -боҙа, ә уға ышанһалар - хыянат итә ".

Ниндәй генә төрлө булмаһын, хыянат килешмәй. Әммә хыянат итеүселәр төрлө булыуы мөмкин - уларҙың ҡайһы берҙәре башҡаларынан насарыраҡ. Һеҙҙең аҡсағыҙҙы һаҡламаусы, йортоғоҙҙо һәм милкегеҙҙе һаҡламаған йәки ҙур гонаһ башҡарған кеше менән бер түгел.