76 оло гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби

35-се ҙур гонаһ— донъялыҡ өсөн белем алыу һәм уны донъялыҡ өсөн йәшереү.

Донъялыҡ өсөн белем алыу һәм уны донъялыҡ өсөн йәшереү

үҙгәртергә

Аллаһы Тәғәлә: "Бәндәләрҙең ғилемлеһе генә Аллаһтан ҡурҡа!" (Фатыр, 28).

"Эйе, Беҙҙең тоғро ҡулланма итеп күндереп, китапта аңлатҡан асыҡ аяттарыбыҙҙы йәшергән әҙәмдәргә Аллаһтың һәм кешеләрҙең ләғнәте" (Баҡара, 159).

"Эйе, Аллаһ күндергән китаптарҙағы ғилемде йәшергән, уны аҙ ғына булған хаҡҡа һатҡан кешеләр үҙ эсен ут менән тултыра..." (Баҡара, 174).

"Китап күндергән кешеләренән Аллаһ: "һеҙ уны кешегә аңлатырһығыҙ, йәшермәҫһегеҙ!" - тип һүҙ алды. Улар уны артҡа ташлап, бик әҙ нәмә отто. Яман бит уларҙың отҡан нәмәһе!" (Әли Ғимран, 187).

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Ғилем өйрәнеп, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшеү урынына, матди ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерер өсөн генә ғилем алған кеше Ҡиәмәт көнөндә ожмах еҫен һиҙмәйәсәк- тигән.

Үрҙә тамуҡҡа эләккән кешеләрҙең береһенә былай тип әйтелеүе тураһында Әбү Хөрәйрә (радиаллаһу ғәнһү) еткергән хәҙис килтерелеп үтелгәйне: "Һин ғилемде кешеләр һиңә: "Ул ғалим тип әйтһендәр өсөн өйрәндең... Улар шулай тинеләр ҙә".

Джәбирҙан (радиаллаһу ғәнһү) еткерелә: "Ғилемде ғалим булып күренер, ябай халыҡҡа ҡаршы көрәшер һәм кешеләрҙең ышанысын яулар өсөн өйрәнмәгеҙ. Тамуҡ шундай кешеләргә! Тамуҡ шундай кешеләргә! "

"Кем ғалим булып күренер, ябай кешеләргә ҡаршы көрәшер һәм кешеләрҙең ышанысын яулар өсөн белем ала, шул тамуҡҡа эләгә.

Икенсе бер хәҙистә: "Аллаһ уны тамуҡҡа ташлай - тип әйтелә.

"Берәйһенән ғилем алыу ниәте менән һорашһалар, ә ул дөрөҫлөктө йәшерһә, Ҡиәмәт көнөндә уға уттан йүгән кейҙерерҙәр"