42-се ҙур гонаһ

76 ҙур гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби


42-се ҙур гонаһ— Ҡатындың иренә буйһонмауы, итәғәт ҡылмауы.

Ҡатындың иренә буйһонмауы, итәғәт ҡылмауыҮҙгәртергә

“Аллаһ кешеләрҙе бер-береһенән өҫтөн ҡуйыуы сәбәпле, ирҙәр— ҡатындарҙың етәксеһе һәм һаҡлаусыһы, туйҙырыусыһы һәм кейендереүсеһе. Шуға күрә лә иманлы ҡатындар әҙәпле. Улар Аллаһ һаҡларға ҡушҡан серҙе (ғиффәтлелек һәм намыҫтарын) һаҡлаусылар.

Буйһонмау ғәләмәттәре күренһә, ҡатынығыҙҙы өгөтләгеҙ, ятаҡта яңғыҙ ҡалдырып китегеҙ. Шулай ҙа яйға килмәһә, ҡурҡырлыҡ итеп һуғығыҙ. Әгәр ҡатын яйға килһә, уны кәмһетә торған сара эҙләмәгеҙ. Аллаһ — олуғтыр, Ул — бөйөктөр.” (Ниса, 34).

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Әгәр ире ҡатынын түшәккә (яҡынлыҡ ҡылырға) саҡырһа,, ә тегеһе баш тартһа һәм ул асыуланып йоҡлап китһә, фәрештәләр ҡатынга таң атҡансы ләгнәт уҡый ”.

Бохари менән Мөслим шундай хәҙис еткерәләр: “Ире менән түшәк бүлешмәүсе ҡатынды фәрештәләр ҡәһәрләйәсәк”.

Икенсе бер хәҙистә әйтелә: “Йәнем Уның ихтыярында булган Аллаһ менән ант итәм, әгәр ир ҡатынын түшәккә саҡырһа, ә ул баш тартһа, ирен ҡәнәғәтләндергәнсе Аллаһ ҡатынды язалаясаҡ”.

“Ҡатыны ире өйҙә булган саҡта, әгәр уның рөхсәте булмаһа, үҙ теләге менән (нәфел) ураҙа тоторга рөхсәт ителмәй һәм әгәр уның рөхсәте булмаһа, йортҡа кемделер булһа индерергә ярамай ”.

“Әгәр мин тагы ла башҡаға сәждә ҡылырға ҡуша алһам, мин ҡатынға иренә быны эшләргә ҡушыр инем ”.

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үэ сәлләм) ире тураһында нимәлер әйткән Мөхсинә инәһенә түбәндәге һүҙҙәрҙе әйткән: “Уның менән нисек мөғәмәлә итеуеңә иғтибарлы бул, сөнки ул һинең ожмахың һәм тамуғың”.

“Ирһеҙ булдыра алмайынса, иренә рәхмәт әйтмәгән ҡатынға Ҡиәмәттә Аллаһ хатта ҡарамаҫ”.

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Фәрештәләр рөхсәтһеҙ өйҙән сыҡҡан ҡатынды ул кире әйләнеп ҡайтҡансы йәки тәүбә иткәнсе ҡәһәрләйәсәк”.

Был тема буйынса бик күп хәҙистәр еткерелгән.