43-сө ҙур гонаһ
← 42-се ҙур гонаһ | 76 ҙур гонаһ Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби |
44-сө ҙур гонаһ → |
43-сө ҙур гонаһ−туғандар менән аралашыуҙан баш тартыу. Туғандар менән аралашыуҙан баш тартыуүҙгәртергәАллаһы Тәғәлә әйткән: Аллаһ исеме менән бер-берегеҙҙән һораған Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм ҡәрҙәшлек ептәрен өҙөүҙән һаҡланығыҙ. Шикһеҙ, Аллаһ һеҙҙең өҫтән күҙәтеп тороусылыр.” (Ниса, 1). Һеҙ тыуып, нығыныу менән ерҙә намыҫһыҙлыҡ тарата башлайһығыҙ һәм туғандарығыҙ менән бәйләнеште өҙәһегеҙ килеп сығамы? “Ә, бәлки, һеҙ ситкә тайпылып, боҙоҡлоҡ таратып, туғанлыҡ ебен өҙөп йөрөрһөгөҙ. Уларҙы Аллаһ ләғнәтләгән. Ул уларҙы һаңғырау, һуҡыр итте” (Мөхәммәт, 22-23). Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Туғандары менән бәйләнеште өҙөүсе ожмахҡа инмәйәсәк”. “Аллаһҡа һәм Ҡиәмәт көнөнә инаныусы туғандары менән бәйләнеште яҡшыртһын ”. “Ысынында, Аллаһы Тәғәлә бөтә барлыҡтарҙы (бөтә нәмәләрҙе лә) яралтыусы ”. ” Ризығында бәрәкәт булыуын һәм үлеменең һуңлатылыуын теләүсе туғандары менән бәйләнеште яҡшыртһын ”. “Рәхим ”(туғандар бәйләнеше тип тәржемә ителә) Аллаһтың тәхетендә эленеп тора. Уны һаҡлаусыны Аллаһ һаҡлар, ә кем уны өҙә, шуны Аллаһ та өҙөр”. Икенсе бер хәҙистә: “Аллаһы Тәғәлә әйткән:“Кем туғандарының хәлен белә, Мин дә уның хәлен белермен. Ә кем уларҙың хәлен белеүҙән туҡтай, Мин дә бәйләнеште өҙөрмөн”. Аллаһы Тәғәлә әйткән: “Ә Аллаһҡа тоғро булырға вәғәҙә иткәс, һүҙен боҙған үә Аллаһтың берләштерергә ҡушҡанын айырған һәм донъяға боҙоҡлоҡ таратҡан кешеләргә - ләғнәт тә яман йорт!” (Рағд, 25). Әбү Хәрәйрә (радиаллаһу ғәнһү) Аллаһы Тәғәләнең шундай һүҙҙәрен еткерә: “Аллаһы Тәғәлә әйтә:Ысынында “рәхим” (туғандар бәйләнеше тип тәржемә ителә)” Рахман (Аллаһтың 99 исеменең береһе) һүҙенән килеп сыға. Мин туғандарса аралашыусылар менән бәйләнеш тотормон, һәм кем араларҙы өҙә, мин дә уның менән бәйләнеште өҙөрмөн!”. Был туранан-тура етеш йәшәгән, ярлы туғандары менән аралашыуҙы туҡтатҡан кешеләргә ҡағыла. Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Туғандар менән бәйләнеште сәләм биреп булһа ла тотоғоҙ", - тигән. |