76 оло гонаһ

6-сы ҙур гонаһ

Ата-әсәне тыңламауҮҙгәртергә

Аллаһ Тәғәлә әйтә: "Раббың бары тик үҙенә генә ғибәҙәт ҡылыуығыҙҙы, ата-әсәгеҙгә лә изгелекле булыуығыҙҙы ҡәтғи рәүештә бойорҙо. Уларҙың береһе йәки икеһе лә һеҙҙең янда ҡартайһа, уларға: уф (туйҙым һеҙҙән), тип әйтмәгеҙ; уларға ҡысҡырмағыҙ; икеһенә лә яҡшы мөғәмәләлә булығыҙ. Миһырбан һәм түбәнселек менән улар алдында (күңел) ҡанаттарын йәй ҙә әйт: "Раббым, сабый сағымдан алып улар мине нисек яратып үҫтергән булһа, һин дә уларға шулай мәрхәмәтле бул", - тип доға ҡыл" (Исра, 23,24).

"Беҙ кешеләргә ата-әсәгә изгелекле булыуҙарын васыят иттек. Әгәр улар һин танымаған, белмәгән башҡа бер нәмәне Минә тиңләштерһәләр (һәм шуға инанырға ҡушһалар, шул саҡта ғына), уларға итәғәт итмә. һеҙ Минең янға (Ҡиәмәттә) ҡайтарыласаҡһығыҙ. Шул саҡта Мин һеҙ ҡылғандар траһында хәбәр бирермен" ("Ғәнкәбүт", 8).

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ете һәләкәтле гонаһты һанаған ваҡытта ата-әсәне тыңламауҙы ла телгә алып үткән.

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тигән: "Аллаһтың нигмәте атайҙың ниғмәтендә булыр, ә Уның асыуы атайыңдың асыуында булыр".

"Һинең атайыңа булған яҡшы мөғәмәләң ожмахҡа иң яҡшы ишектән инеүгә сәбәп булыр. Бөгөндән башлап һинән тора: уның хоҡуҡтарын тотоу һәм ишек аша үтеү йәки хоҡуҡтарын боҙоу һәм уға ҡарай юлды юғалтыу "Ожмах әсәйҙәрҙең аяғы аҫтындалыр".

Бер көндө Аллаһ илсеһенә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сәхәбәләрҙең береһе һуғыш походында ҡатнаша аламы икәнлеген һорарға килгән.

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм):"Ата-әсәйең иҫәнме?" - тип һораған. "Эйе", - тип яуап биргән сәхәбә. Аллаһ илсеһе (салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Улармы ҡарау һинең йыһатың булһын - тип яуап биргән.

Бер көндө Аллаһ илсеһенән (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) кемгә яҡшы мөғәмәлә итергә кәрәк, тип һорағандар, быға ул: "Әсәйеңә, атайыңа, һиңә иң яжын апайыңа, ағайыңа, һуңынан инде башҡа яҡын тугандарыңа - тип яуап биргән.

Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип әйтеүен еткерәләр: "Ожмахҡа түбәндәгеләр инмәйәсәк: ата-әсәһен хөрмәт итмәгән, күрһәткән изгелеккә аҙһыныусы, эскесе һәм сихырсылыҡҡа ышаныусы".

Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр (радиаллаһу ғәнһү) һөйләй: "Бер көндө Аллаһ илсеһенә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бер кеше шунда! \ һорау менән килгән: "Эй, Аллаһ илсеһе! Ниндәй гонаһтар бөйөк тип һанала?"

Аллаһ илсеһе шулай тип яуап бирҙе:

  • Аллаһҡа тиңдәшлек ҡуйыу.
  • Унан һуң? - тип һораны ул кеше.
  • Ата-әсәне тыңламау, - Пәйғәмбәребеҙҙең киләһе яуабы шул булды.
  • Унан һуң? - тип һораны ул кеше.
  • Ялган ант биреү, - тип яуап бирҙе Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм).

Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр (радиаллаһу ғәнһү) Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шундай һүҙҙәрен еткерә: "Ата-әсәһен тыңламаған һәм тәҡдирҙе инҡар иткән ожмахҡа инмәйәсәк

Бер кеше Аллаһ илсеһенән (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Эй, Аллаһ илсеһе! Әгәр ҙә мин намаҙ уҡыһам, Рамаҙан айында ураҙа тотһам, зәкәт түләһәм һәм Аллаһ йортона (Бәйтуллаһ) хаж ҡылһам, һин миңә нимә эшләргә ҡушырһың?"

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Был ҡағиҙәләрҙе үтәгән һәм ата-әсәһен хөрмәтләгән кеше пәйғәмбәрҙәр, диндар кешеләр һәм шәһиттәр янында булыр", тип яуап биргән.

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: "Бөйөк Аллаһ ата-әсәне хөрмәтләмәүҙән башҡа һәр төрлө гөнаһ-хатаны Ҡиәмәт көнөнә тиклем кисектереп тора9 ләкин Аллаһы Тәгәлә ата-әсәһен хөрмәтләмәгән кешене язаларга ашыға.

Әбү Хөрәйрә (радиаллаһу ғәнһү) еткерә: "Бер бала ла атаһына рәхмәт әйтеп бөтә алмаясаҡ. Бала әгәр үҙенең атаһын ҡоллоҡта табып, уны һатып алып, иреккә сығарһа ғына яҡшылыҡ менән яуап ҡайтара алыр".

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Үҙенең ата-әсәһен хөрмәтләмәгән кешегә Аллаһтың ләғнәте булһын", -тигән.

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шулай уҡ былай тигән: "Инәй (әсәйҙең апаһы) - әсәй кеүек"

Кәғб әйтә: "Аллаһ менән ант итәм! Әгәр кеше ата-әсәһенә ҡаршы барһа, Аллаһы Тәғәлә уны юҡ итергә һәм язаларға ашыға. Ә ата-әсәһенә яҡшы мөғәмәләлә булған кешенең Аллаһ ғүмерен оҙонайта һәм изге эштәрен арттыра".

Әбү Бәкр бин Әбү Мәрйәм һөйләй: "Мин Тәүратта шундай һүҙҙәр уҡыным: "Атаһына һуҡҡан кешене үлтерергә кәрәк". Үәхб әйтә: "Тәүратта шунда ҡағиҙә бар: "Әсәһенә һуҡҡан кешене үлтерергә кәрәк".