76 оло гонаһ

7-се ҙур гонаһ

РИБА АЛЫУ

үҙгәртергә

Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Иман килтергән кешеләр! Мосолман икәнһегеҙ, Аллаһтың нәфрәтенән ҡурҡығыҙ, алынмаған рибаларығыҙҙы алмағыҙ. Шулай эшләмәһәгеҙ, Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәргә һуғыш аскан кафырҙар кеүек булырһығыҙ. Был эштәрҙән тәүбә итһәгеҙ, малығыҙ-байлығығыҙ үҙегеҙгә ҡалыр. Шулай ҡылһағыҙ, һеҙ башкаларға ҡарата ғәҙелһеҙлек ҡылмаҫһығыҙ, үҙегеҙгә лә ғәҙелһеҙлек булмаҫ" (Баҡара, 278-279).

"Риба (әжәткә биреп торған аҡсанан-малдан арттырып алынған харам керем, проценҡа биреү) ашағандар иһә шайтан зәхмәте һуҡҡан тилеләр кеүек, ҡәберҙәренән торасаҡтар. Улар: "Сауҙа итеү ҙә риба кеүек бит, - тигәндәре өсөн шундай хәлгә ҡалырҙар.

Аллаһ алыш-биреште хәләл итте, рибаны харам ҡылды. Әгәр ҙә кемдер Аллаһтан (риба алмаҫҡа) әмер килгәс, рибанан баш тартһа, әмер килгәнгә ҡәҙәр алған рибаһы ғәфү ителер. Уның эше Аллаһ хөкөмөндә булыр. Ә кем кире шул гонаһына ҡайтһа, улар тамуҡ әһелдәре булырҙар, шунда мәңгегә ҡалыр" (Баҡара, 275).

Күренеүенсә, килтерелгән аяттар Ҡөрьәндәге иҫкәртеүҙәргә ҡарамай, тағы ла процент буйынса йәшәй башлаған һәм шул арҡала оҙаҡ ваҡытҡа тамуҡҡа эләгеүселәргә алдан киҫәтеү булып яңғырай.

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Ете һәләкәтле гонаһты эшләүҙән ҡурҡығыҙ- тигән. Сәхәбәләр: "Эй, Аллаһ илеһе! Былар ниндәй гонаһтар?" - тип һораған.

Аллаһ илсеһе (салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм):

  • Аллаһҡа ширек килтереү,
  • Сихыр,
  • Хоҡуғынан башҡа Аллаһ үлтерергә тыйған кешене үлтереү,
  • Процентҡа йәшәү,
  • Етемдәрҙең мөлкәтенә ҡул һуҙыу,
  • Яу яланынан ҡасыу
  • Ғәйепһеҙ мосолман ҡатынына (зина ҡылды тип) яла яғыу.

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Риба аҡса биреүселәргә лә> алыусыларҙы ла Аллаһтың ләғнәте булыр.

Тирмизиҙың хәҙистәр йыйынтығында хәҙистең дауамы ла килтерелә: "Ялғансыны лау ялған шаһитлыҡ ҡылыусыны ла Ән-Нәсә'и Мөхәммәт шундай хәҙис еткерә: "Мөхәммәт (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) риба алыусыларҙан аҡса алыусыны, риба алыу менән шөғөлләнеүсене, шулай уҡ быларҙың барыһын да яҙып алып барыусыны ҡарғай".