76 оло гонаһ

8-се ҙур гонаһ

ЕТЕМ БАЛАЛАРҘЫҢ МӨЛКӘТЕНӘ ҠУЛ ҺУҘЫУ

үҙгәртергә

Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Хәйлә һәм һылтау менән етем хаҡын ашаған кешеләр ҡарындарына утлы киҫәү тыҡҡан кеүек буласаҡтар, быныһы хаҡ, һуңынан улар ялҡынлы утҡа барып инәсәк" (Нисә,1О).

"Бәлиғлеккә ирешкәнгә саҡлы, етемдең малына ҡағылма, яҡшы ниәт менән генә ҡағыл (ул малды етем кәрәгенә тотҡанда ғына, үҙеңә алһаң, ҡайтарып биреү шарты менән йәки ул малды арттырыр булһаң ғына). Үлсәгәндә дөрөҫ үлсәгеҙ, ғәҙел бүлегеҙ. Беҙ һәр кемгә йөктө үҙе күтәрә алған ҡәҙәр генә тейәйбеҙ. Хатта яҡындарығыҙ тураһында булһа ла ғәҙеллек менән хөкөм итегеҙ. Аллаһка биргән һүҙегеҙҙә тороғоҙ. Аллаһ һеҙгә шулай васыят итте, бәлки һеҙ Аллаһты иҫегеҙҙә тотоусылырҙан булырһығыҙ" ("Әғнәм", 152).

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) атап үткән ете һәләкәтле гонаһтар араһында етем балаларҙың мөлкәтенә ҡул һуҙыу ҙа бар.

Бағыусылырға (опекундарға) етемдәрҙең мөлкәтен үҙҙәренә рөхсәт ителгән тиклем ҡулланырға рөхсәт ителә, бынан артып киткәне - харам һәм ул файҙа килтермәйәсәк. Был ҡулланырға рөхсәт ителгән өлөш гонаһлы уйҙарҙан тыш, ислам ғөрөф-гәҙәттәренә һәм сарыф итеү талаптарына тап килгән булырға тейеш.