- Ағас башында көмөш алҡа.
- Ағас башында алтын йөҙөк,
Уның бер яртыһы өҙөк.
- Күктә тора кәүҙәһе,
Ергә төшә шәүләһе.
- Көндөҙ йоҡлай, кис уяна.
- Өй башында ярты икмәк.
- Ҡапҡа башында
Ҡобрам мөгөҙө.
- Ябыҡ тирмәлә ярты икмәк.
- Бәләкәй генә икмәк
Бөтә ғәләмгә етә.
- Күк һыйырҙа көмөш мөгөҙ.
- Кәштә башында аҡ ҡалас.
- Кәштә башында ярты күмәс.
- Тәгәс тулы аҡ май.
- Күк тирмәлә көмөш ырғаҡ элдем.
- Төндә йылмая, көндөҙ юғала.
- Төндә түтәй ҡалҡынған,
Ҡарап ҡала артымдан.
- Төндә ауыҙын йыра,
Таң атһа, юғала.
- Ураҡ түгел — кәк(е)ре,
Ҡояш түгел — яҡты.
- Бер ҡараһаң, кителер,
Бер ҡараһаң, бөтәйер —
Үҙен күрә бөтә ер.
- Бер мәлендә ул — йом(о)ро йомғаҡ,
Бер мәлендә ул — нәҡ ураҡ.
Арымай ҙа, талмай ҙа,
Йөрөй гел ерҙе урап.
- Ҡай ваҡыт ҡояш кеүек,
Ҡай ваҡыт ураҡ кеүек.
- Кирәгәм башы аҡ яулыҡ.
- Кирәгәм осо асыла төштө,
Аҡ тәңкәһе сәселә төштө.
- Төпһөҙ даръя төбөндә көмөш беләҙегем ята.
- Күк яланда тай эҙе, ярылып ята бер үҙе.
- Тигеҙ ерҙә тай эҙе.
- Үҙенең нуры юҡ, кешенән нур ала.
Урландыҡ нур менән кем шулай алдана?