Бөрйән районы топонимдары. Алфавит тәртибендә.
Һүҙлек
- Абалай– Ғәлиәкбәр ауылында, йылға, ҡылымдан яһалған.
- Абыҙгилде– Ғәлиәкбәрауылында ҡая, ороним,абыҙ (антропоним) һәм килде һүҙҙәренән яһалған.
- Ағиҙел – Бөрйән районы аша аҡҡан йылға, аҡ һәм иҙел (һыу, йылға) һүҙ-ҙәренән яһалған.
- Ағиҙел ҡасабаһы – Иҫке Собханғол ауылы эргәһендә, ойконим.
- Аҙау – Яңы Монасип, антропонимдан, бесәнлек.
- Айбикә тауы – Аҫҡар ауылында, антропонимдан.
- Айғыр ҡороҡмаған – Байғаҙы ауылында, ялан
- Айыуала – Оло Нөгөш йылғаһы буйындағы ялан, йылға.
- Айыуатҡан – Тимер ауылында, ялан, ҡая, яҙ һәм вар(ыуар – йорт) һүҙҙә-ренән.
- Айыусапҡан– Ҡолғана ауылына ҡарай, ялан.
- Айыуҙы– Яңы Монасип, Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы, гидроним.
- Айһылыу– Ғәлиәкбәр ауылында, сабынлыҡ, антропоним.
- Аҡбалсыҡ йылғаһы– Ғәлиәкбәр ауылында, йылға.
- Аҡбейек– Бөрйән районында тау, ороним.
- Аҡҡашҡа тауы. – Ғәҙелгәрәй ауылында, ороним.
- Аҡһыйыр яланы–Брәтәк ауылына ҡарай, ялан.
- Аҡбулат – Бөрйән районында ауыл, ойконим, антропонимдан.
- Аҡтау–Әтек ауылында, ороним.
- Аҡсабикә –Байғаҙы ауылы янындағы ялан.
- Аҡташ – Яуымбай ауылында, ороним, аҡ һәм таш һүҙҙәренән яһалған.
- Алағуян– Бөрйән районында, гидроним.
- Алағуян башы – Бөрйән районында, гидроним, Яңы Мөсәт ауылының тәүге атамаһы.
- Алағуян тамағы– Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы, Иҫке Собханғол ауылының тәүге атамаһы.
- Аллабирҙе – Аҫҡар ауылындағыҡалҡыулыҡ.
- Алпамыша ҡәберлеге – Исламбай ауылы эргәһендәге Йәйпе яғындағы ҡә-берлек.
- Андыҙ яланы – Яңы Монасип ауылы эргәһендә.
- Арал– Тимер ауылы менән Иҫке Монасип ауылы араһындағы Ағиҙел йылға-һының икегә айырылып аҡҡан урыны.
- Аралғыр – Яуымбай ауылында, ороним.
- Аралбай (бөткән ауыл) – ойконим, антропонимдан.
- Аралғыр – Яуымбай ауылында, гидроним, Ҡайнөй йылғаһы ҡушылдығы.
- Арал тауы –Үрге Нөгөш (Ямаш) ауылының түбәнге кисеүенән аҫтараҡ ҡар-шы тау.
- Аратау – Ғәлиәкбәр ауылында, ороним.
- Арғыҙма – Иҫке Собханғол ауылы эргәһендә, ялан, элек халыҡ йәшәгән урын.
- Арҡыры йылға – Яуымбай ауылында, гидроним.
- Арыҡтай– Ғәлиәкбәр ауылында, йылға, гидроним ялан..
- Арыҫлан ҡарт соҡоро – Яңы Мөсәт ауылына ҡарай, антропонимдан.
- Артышлытау–Үрге Нөгөш ауылы эргәһендә, ороним.
- Аҫҡар–ойконим, антропонимдан.
- Аҫҡараҡ – Ғәлиәкбәр ауылында, гидроним.
- . Аҫҡараҡ тамағы – Ғәлиәкбәр ауылында, йылға.
- Атаман – Яңы Мөсәт, заводтың хужаһы Атаманов ерләнгән.
- Атайсал – Ғәҙелгәрәй ауылы, ялан, тау исеме.
- Атъятҡан– Иҫке Монасип ауылы
- Афғанистан– Ғәлиәкбәр ауылында, тыҡрыҡҡа ҡушамат, ил исеменән.
- Аштыҡ уяһы –Яңы Монасип, тары сәскән ер.
- Аһылы (Асалы) – Ғәлиәкбәр ауылында йылға, гидроним, тау,
- Бабсаҡ ҡәберлеге – Бөрйән районында ҡурған, антропонимдан.
- Байғаҙы– ойконим, антропонимдан.
- Байтулла– Байғаҙы ауылы янында, антропонимдан.
- Баланйорт – Аралбай ауылы яғында.
- Байғотоҡ – Әтек, гидроним.
- Бажай– Аҫҡар ауылына ҡарай, ике бажа иҫтәлегенә аталған.
- Баҙал (ҡатай һуғышҡан тау) – ороним.
- Баҙ тауы – Кесе Нөгөш буйынан Исламбайға киткән яҡта дегет ҡайнатҡан урын, ороним.
- Баҙ яҡҡан соҡор – ҡара: Баҙ тауы.
- Баҙъялан – Оло Нөгөш йылғаһы буйындағы ялан.
- Баҙраш – Үрге Нөгөш ауылынан аҫта, тау, йылға,
- Баҡҡол – атропропонимдан, Исламбай ауылы эргәһендә йылға, ялан.
- Байҡаш – ойконим,Нәби ауылының бер өлөшө, ҡылымдан яһалған.
- Баймырҙа – Оло Нөгөш йылғаһы буйындағы ялан, антропонимдан.
- Байназар– ойконим, антропонимдан.
- Балаган – Тимер ауылында, атамаһы.
- Барлыбай – Үрге Нөгөш ауылы янында, ороним.
- Ба(о)тинкаташ – Ғәлиәкбәр ауылында, йылға эсендәге ҙур таш.
- Батша ҡотоғо – Ғәлиәкбәр ауылында, йылға.
- Башҡорт утары – Ғәлиәкбәр ауылында, ялан.
- Башмаҡшыуған – Үрге Нөгөш ауылында,ороним.
- Бейгилде –Бейгилде яланы элекке “Ҡыҙыл таң” колхозының ҡымыҙ ферма-һы янында.
- Бейеккүпер – Аралбай ауылы эргәһендә.
- Бесәй ташы –Янһары ауылында, ороним.
- Бесәй ояһы –Нәби ауылында тау битләүе.
- Беренсе күпер – Иҫке Собханғолда.
- Бәргәзә– Ғәлиәкбәр ауылында, аҡлан.
- Бәләтар тауы – Аралбай (бөткән ауыл) эргәһендәге тау, ороним, бәләгә та-рыным һүҙенән.
- Болаҡ– Яңы Монасип ауылы янында, гидроним, болаҡ бәләкәй йылғаны аңлата.
- Берлек – Яңы Мөсәт ауылы икенсе исеме, артель ваҡытында бирелгән рәсми булмаған атамаһы.
- Бертеш– Килдеғол ауылында, ороним.
- Бешәлетау – Әтек ауылында, йәш ҡарағайлыҡ урманы.
- Бетерә– Үҙән йылғаһының һул ҡушылдығы, гидроним.
- Бикташ – Ғәлиәкбәр, Исламбай ауылдары араһындағы йылға, бөткән ауыл, элекке исеме – Шәйек (гидроним) тамағы, антропоним.
- Билтер тауы –Нәби ауылында, ороним, билтер аяҡтың бер өлөшө.
- Бирелейорт– Килдеғол ауылы эргәһендә, ялан, Муйылтүбәнән бейек булмаған ҡалҡыулыҡ аша ята.
- Боғасы(Бүгәсәү) – Ырғыҙлы ауылында, ороним, антропонимдан, Пугачев һүҙе фонетик яҡтан үҙгәргән.
- Болаҡ – шишмә һүҙенән, гидроним
- Борсаҡһуҡҡан – Әтек ауылы янында, ялан.
- . Боһондо – Тимер ауылында йылға, гидроним,Ағиҙелдең уң ҡушылдығы.
- Бохмаш– Иҫке Монасип ауылы янында, Ағиҙел йылғаһы буйындағы ялан, йыуаш, әҙ һөйләп, боҫоңҡорап йәшәгән кешеләр ҡушаматынан.
- Бөрйән – район исеме, этнонимдан.
- Бөрйән йылғаһы – Тимер ауылы янындағы Боһондо йылғаһының уң ҡу-шылдығы.
- Бөрйән юлы – Ғәлиәкбәр ауылында, дромоним.
- Бурама тауы – Яуымбай ауылында, ороним.
- Бурташ – Яуымбай ауылында, ороним.
- Бүтәү тауы–Ҡотан ауылы янында, ороним, Пугачев тауы тип тә йөрөтөл-гән.
- Бүләкбикә ташйәки Бүләкбикә ҡаяһы– Яңы Монасип ауылында, ороним, антропонимдан.
- Бүтәгәле – Ғәлиәкбәр ауылы янында тау һырты, үлән исеменән (русса мят-лик).
- . Брәтәк – Брәтәк ауылында, ойконим, гидроним, бер итәк һүҙенән.
- Бәштин – Брәтәк ауылында, ойконим, биш тин һүҙенән.
- Бүләкташ – Нәби ауылында, ороним.
- Бүре төбө – Тимер ауылы янында, урманлыҡ.
- Бүрәнәшыуған – Үрге Нөгөш ауылында, ороним.
- Быҙау үлгән – Аралбай ауылы эргәһендә “Ҡыҙыл таң” колхозының быҙауы үлеменә бәйле.
- Бәғиҙә тауы (Ҡаршытау) –Байғаҙы ауылында, ороним.
- Бәйет тауы – Әтек ауылына ҡарай, ороним.
- Бәккән – Ғәлиәкбәр ауылы яланындағы сабынлыҡ, гидроним, Оло Нөгөш йылғаһының уң ҡушылдығы.
- Бәләтар – Яңы Мөсәт ауылына ҡарай, дромоним, бәләгә тарыным һүҙенә бәйле.
- . Бәләкәй – Үрге Нөгөш эргәһендәге тау, ороним.
- Бәләкәй Аҡбейек – Яуымбай ауылында, ороним.
- Бәләкәй Ҡыҙылташ – Яуымбай ауылында, ороним.
- Бәләкәй Ҡыпсаҡ – ойконим, рәсми атамаһы Кардон, Капаловтың утары булған.
- Бәләкәй Салажы – Әтек ауылы эргәһендә, гидроним, ялан.
- Бәләкәй Соңғор – Нәби ауылынан көнбайышта урынлашҡан, соҡор эсе мәғәнәһендә.
- Бәләкәй Шәйек – Исламбай ауылында, гидроним.
- Бәлә тауы – Брәтәк ауылына ҡарай, ороним.
- Волков йәйләүе – Брәтәк ауылында.
- Вышка– Тимер ауылының үр яғындағы Осло тау һыртындағы элекке ҡо-ролма.
- Выка –Выка Мәндәғол ауылында ялан, тәүге атамаһы – Ульяғол сабынлы-ғы, тора-бара атамаһы үҙгәргән.
- Ғилман күпере – Яңы Монасип ауылында, антропонимдан.
- Ғаффар утары –Байғаҙы ауылы янында, антропонимдан.
- Ғүмәр ыҙмаһы– Ғәлиәкбәр ауылында, ялан, антропонимдан.
- Ғәббәс утары –Байғаҙы ауылы янында, антропонимдан.
- Ғәбит уяһы– Ғәлиәкбәр ауылында, антропонимдан.
- Ғәзиз тауы– Үрге Нөгөш ауылында, ороним, антропонимдан.
- Ғәҙелгәрәй – ойконим, антропонимдан, икенсе исеме Шүлгән.
- Ғәйниә ҡотоғо– Ғәлиәкбәр ауылында, гидроним, антропонимдан.
- Ғәле тауы–Янһары ауылына ҡарай, ороним, антропонимдан.
- Ғәлиәкбәр – ойконим, антропонимдан.
- Ғәлиәкбәр соҡоро – Ғәлиәкбәрауылында, антропонимдан.
- Ғәлийән үҙәге– Аралбай ауылы эргәһендә, антропонимдан.
- Дегет тауы – Яңы Монасип ауылы эргәһендә, ороним.
- Дегәнәк – Яуымбай ауылында, ороним, үҫемлек исеменән.
- Дәүләтбай туғайы– Байғаҙы ауылы янында, антропонимдан.
- Динислам тауы –ҮргеНөгөш ауылында, ороним, антропонимдан.
- Егәйен – Ғәлиәкбәрауылында, гидроним, Нөгөш йылғаһының уң ҡушылды-ғы.
- Елдәрҡа –Нәби ауылындаялан, елле һәм арҡа һүҙҙәренән яһалған, ҡушма һүҙ, елле-ҙур, бейек тау.
- Еләклетүбә – Нәби ауылында,ороним.
- Етмәҫ – Ғәлиәкбәр һәм Исламбайауылы араһында, ялан,ҡылымдан яһалған.
- Завод –Яңы Мөсәт ауылы спирт, скипидар, дегет ҡайнатыу өсөн завод.
- Зөбәйлә ҡарандаһы–Янһары ауылында, гидроним, антропонимдан,бәләкәй шишмә.
- Зыя баҙы – антропонимдан, Нөгөш буйындағы ялан.
- Зыярат тауы– Ғәлиәкбәр ауылында, ороним.
- Зәкир солоғо – Тимер ауылында, антропонимдан.
- Зәмзәбикә шишмәһе– Яңы Мөсәт ауылында, гидроним,антропонимдан.
- Иҙәнташ– Ғәлиәкбәр ауылында, йылға эсендәге таш.
- Имес төбө –Нәби ауылында.
- Имес тауы –Нәби ауылында, ороним,XX быуат башында бында Ҡурғашлы ауылы барлыҡҡа килгән.
- Имес туғайы–Нәби ауылынан XX быуат башында имес туғайында Ҡурғашлы ауылы барлыҡҡа килгән.
- Имәнйорт – Ғәлиәкбәр ауылында, йылға.
- Инсебикә– Яңы Собханғол ауылында, ороним,антропонимдан.
- Исмәғил – Үҙән йылғаһы буйындағы ялан, антропонимдан.
- Исламбай – ойконим, антропонимдан.
- Ишдәүләт (Ябаҡ) – ойконим, антропонимдан.
- Ишбулды баҙы – Яңы Монасип ауылына ҡарай,антропонимдан.
- Иҫке Монасип – ойконим, антропонимдан.
- Иҫке Мөсәт – ойконим, антропонимдан.
- Иҫке Собханғол – ойконим, антропонимдан.
- Иҫке Тарыуал(бөткән ауыл)– ойконим, антропонимдан.
- Иҫкеҙма– Ғәлиәкбәр ауылында, ауылдың тәүге урыны.
- Иҫәнбикә һаҙы –Исламбай ауылына ҡарай,антропонимдан.
- Иҫәнғазы(Күскәрбәк)– ойконим (бөткән ауыл), антропонимдан.
- Йосоп түше –Байназар ауылында, антропонимдан.
- Йыландуй –Яңы Монасип ауылы янында,йылан күп булған уйһыу ер
- Йылҡысыҡҡан –гидроним, Ғәҙелгәрәй ауылы эргәһендәге күл.
- Йүкәле туғай – Тимер ауылы эргәһендә, ялан.
- Йәйпе – Исламбай ауылында, ялан, йылға, ҡылымдан яһалған.
- Йәйпегир – Яуымбай ауылында, ороним.
- Йәмилә сабыны – ЯңыМонасип ауылына ҡарай, антропонимдан.
- Йәнсалай ҡоҙоғо – Тимер ауылында, антропонимдан.
- Йәнгәрәй тауы|Йәнгәрәй – Ғәлиәкбәр ауылында, ороним, антропонимдан.
- Йәнһыуалған– Әтек ауылына ҡарай, ялан.
- Йәнһөйәр – Ғәлиәкбәр ауылында, ялан.
- Йәүгәҙе–гидроним, Нәби ауылының һул яғында, Байҡашта, Яуғаҙы һүҙе фонетик яҡтан үҙгәргән.
К
- Кардон туғайы– Ғәлиәкбәр ауылында, йылға, ҡылымдан яһалған.
- Капал өйө – Кардон ауылындағы Капаловтың йорто урыны.
- Кейәүҙәр үҙәге – Яңы Монасип ауылында.
- Кейекбай– ойконим, антропонимдан.
- Кедр урманы – Килдеғол ауылы эргәһендәге урманлыҡ.
- Кесе Нөгөш– Бөрйән районында, йылға.
- Кесе Нөгөш тамағы– Ғәлиәкбәр ауылында.
- Кепес– ойконим, Иҫке Монасип ауылының бер өлөшө, күҙ ҡабағы тигәндән алынған.
- Килдеғол(Һарағы)– ойконим, антропонимдан.
- Клатуй – Нәби ауылында, антропонимдан,Филатов йәки Клатуй тауы.
- Киндерҙ(е)уй –Иҫке Монасип ауылында.
- Кинйәш тауы – Аҫҡар ауылындағытау, ороним, антропонимдан, Кинйәш әбей иҫтәлегенә.
- Күгәүенле яланы, йылғаһы –Исламбай ауылына ҡарай, гидроним.
- Күкәй тауы – Брәтәк ауылында, ороним.
- Күсоя –Ғәлиәкбәр ауылында, ороним.
- Күкбесән – Тимер ауылы эргәһендә, ялан.
- Күл тамағы– Ғәлиәкбәрауылында, гидроним.
- Күркәтау– Әтек ауылына ҡарай, ойконим, ороним.
- Күтәрмәле яланы–Исламбай эргәһендәге тау башындағы ялан.
- Күперҙе йылғаһы –Нәби ауылында,гидроним, күперле диалектта күперҙе.
- Күскәрбәк – Иҫәнғаҙы һүҙен ҡара, антропонимдан.
- Күктәкә –Нәби ауылында, ороним.
- Күкьятыу – # Ғәлиәкбәр ауылынан өҫтә, гидроним. # Брәтәк ауылы эргә-һендәБрәтәк йылғаһының Оло Нөгөшкә ҡойған ере.
- Күсоя – Ғәлиәкбәр ауылында, ороним.
- Күс юлы –Яңы Монасип ауылы янында, дромоним, күсеү һүҙенән.
- Костер тауы – Тимер ауылы эргәһендә, ороним.
- Көҙгөйорт– Бикташ ауылы эргәһендәгеборонғо йәйләү, ялан.
- Көлгөзәр –Бикташ ауылының көнъяғында тау, ороним.
- Көләбә – ялан, йәйләү исеме, Исламбай ауылына ҡарай.
- Көләмбәт юлы –Бикташ ауылы эргәһендәге юл, дромоним, антропоним-дан.
- Көнтеймәҫ – Яуымбай ауылында, ороним.
- Көтөүсе яланы – Тимер ауылында, ҡылымдан яһалған.
- Көрәй тауы –Ҡотан ауылында, ороним.
- Көрәште –Килдеғолда, ороним.
- Көртмәле тауы –Байназар ауылында тау, ороним.
- Кәбәнғарағай– Ғәлиәкбәр ауылында, аҡлан.
- Кәбәнташ– Ағиҙел йылғаһы ҙур таш,ороним,
- Кәзәтау– Ғәлиәкбәр ауылында, ороним.
- Кәзә ташы –Ғәлиәкбәр ауылында, ороним.
- . Кәлтәгәү –Исламбай ауылына ҡарай юлдайылға, ялан.
- Кәмә сығышы – Тимер ауылы эргәһендә, гидроним.
- Кәмәше –Тимер ауылы эргәһендә, кәмә сығышы ҡыҫҡартылып, барлыҡҡа килгән.
- Кәртәле – Күжә йылғаһы буйында ялан, йылға.
- Кәртәле ялан– Күжә йылғаһы буйында ялан.
- Кәртәташ– Ғәлиәкбәр ауылына ҡарай, ороним.
- Ҡаҙна уяһы – Яңы Монасип ауылына ҡарай.
- Ҡайраҡлы– Күжә йылғаһы буйында ялан, йылға.
- Ҡайынсуҡы –Бикташ ауылының көнъяғында ороним.
- Ҡаҡсыр – Яңы Монасип ауылында, ороним,
- Ҡайынтуғай –Нәби ауылының һул яғында, Байҡашта.
- Ҡалыу – Ғәлиәкбәр ауылында, ороним,ҡылымдан яһалған.
- Ҡарабейә – Яңы Собханғол ауылында, ялан.
- Ҡарағайсабын –Ғәлиәкбәр, Яңы Монасипауылдарында.
- Ҡаран –гидроним, Ғәлиәкбәр ауылына ҡарай.
- Ҡарас йылғаһы–Яңы Мөсәт ауылына ҡарай,гидроним, антропонимдан,Ҡарасәс исемлеҡатын исеменән.
- Ҡарабешә – Ғәлиәкбәр ауылында, ялан.
- Ҡарағошто –Исламбай ауылына ҡарай юлдайылға, ялан.
- Ҡарағол – Тимерауылы эргәһендә,, ялан, ҡая, антропонимдан, ҡушма һүҙ.
- Ҡаратау –Тимер ауылында,ороним.
- Ҡараңғуй –Килдеғол ауылынан Һарағы йылғаһы буйындағы ялан, Үргеҙ-ма тип тә йөрөтөлә.
- Ҡараһыйыр – Тимерауылына ҡарай, ороним.
- Ҡараһөбә – Исламбай ауылы эргәһендә, гидроним.
- Ҡарасура ҡәбере– Яуымбай ауылы эргәһендә, антропонимдан, Бабай үлеге тип тә йөрөтөлә.
- Ҡартөй – Яуымбай ауылында.
- Ҡаршытау– Яуымбай, Үрге Нөгөш, Байғаҙыауылында, ороним.
- Ҡаршы туғай –Янһары ауылында.
- Ҡасыу юлы(Ҡасыюл)– Тимер ауылында, ороним, дромоним.
- Ҡатайғошҡан (Ҡатай һуғышҡан)–ЯңыМөсәт ауылына ҡарай, ороним, этнонимдан.
- Ҡалмаҡай – Тимер ауылында, ороним, ялан, этнонимдан.
- Ҡана – Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдығы, гидроним.
- Ҡалҡаман – Тимер ауылында, ороним, антропонимдан.
- Ҡалғаһау– Ғәлиәкбәр ауылында, йылға, ялан, ҡылымдан яһалған (ҡалған һау).
- Ҡамышаҡ – Яуымбай, Иҫке Монасипауылдарында,гидроним.
- Ҡарағасйорт –Ғәлиәкбәр ауылы янында, ялан, йылға.
- Ҡарайғыр – Яуымбай ауылында, ялан.
- Ҡаран –Ғәлиәкбәр ауылына ҡарай, гидроним,
- Ҡаныш –Үрге Нөгөш ауылы эргәһендә, гидроним, антропонимдан.
- Ҡанышай –Үрге Нөгөш ауылы эргәһендә, гидроним, антропонимдан.
- Ҡандыбил –Байғаҙы ауылына ҡарай, гидроним, йәйләү.
- Ҡаншал– Килдеғол ауылында, ҡан төҫөндәге тау, ороним.
- . Ҡоҙаш– Яуымбай ауылында, антропонимдан.
- Ҡоҙғонташ –Яңы Монасип ауылында, ороним,ҡоҙғон ояһы бар.
- Ҡабырсаҡлы морон – Яңы Монасип ауылында, ҡабырсаҡ йыйылып ятҡан ҡомлоҡ бар.
- Ҡоҙғон ҡаяһы–ЯңыМонасип ауылында, ороним,
- Ҡойонсоҡ шишмәһе– Яңы Собханғол ауылы эргәһендә, ҡойо – бысраҡ һүҙенән.
- Ҡортсолоҡ– Тимерауылында, аҡлан.
- Ҡолғана – ойконим.
- Ҡолош үҙәге – Яуымбай ауылында,антропонимдан.
- Ҡоръятмаҫ–Яңы Монасип ауылы, гидроним,ҡоро ятмаҫ һүҙбәйләнешенән.
- Ҡомйылға – Яңы Собханғол ауылында, гидроним.
- . Ҡотан – ойконим.
- Ҡотоҡай баҙы –Брәтәк ауылында, гидроним, антропонимдан.
- Ҡотло Булат түше– Яңы Собханғол ауылындағы тауҙа, антропонимдан.
- Ҡужан шишмәһе –Нәби ауылында, гидроним.
- Ҡунаҡбай ҡотоғо – Яңы Монасип ауылына ҡарай, гидроним,антропоним-дан.
- Ҡумырт кисеү –Исламбай ауылына ҡарай.
- Ҡуҡрауыҡ– Ғәлиәкбәр ауылында, гидроним, Нөгөш йылғаһының уң ҡу-шылдығы, ҡылымдан яһалған.
- Ҡурғашлы – ойконим, гидронимдан.
- Ҡурыуҙы– Байназар ауылында,ороним, ҡылымдан яһалған.
- Ҡурпытуғай –Әтек ауылына ҡарай, ялан.
- . Ҡусҡарбаҡ –Иҫәнғаҙы (бөткән) ауылының икенсе атамаһы, ойконим, антропонимдан.
- Ҡушйылға – гидроним,Ғәҙелгәрәй ауылы янында, Оло Нөгөш йылғаһының һул ҡушылдығы.
- Ҡуян ауылы – ойконим, ҡушамат тағыуҙан Нәби ауылының халыҡ телендә-ге атамаһы.
- Ҡыҙҙарҙы айыу ашаған ер – Яңы Монасип ауылына ҡарай.
- Ҡыҙҙар тауы –Яңы Мөсәт ауылына ҡарай, ороним.
- Ҡыҙбикә мороно –Байғаҙы ауылы янындағы тауҙа.
- Ҡыҙылташ– Ғәлиәкбәр ауылында, ялан.
- Ҡыҙүлгән– Ғәлиәкбәр ауылы янында, ялан, ҡылымдан яһалған.
- Ҡыҙматаш– Ғәлиәкбәр ауылында, йылға эсендәге таш.
- Ҡыҙыл ер –Яңы Мөсәт ауылына ҡарай, ялан.
- Ҡыҙылъяр –Яңы Монасип ауылы янында, балсығы ҡыҙыл булып, ямғыр яуғанда Иҙелгә йыуылып төшә.
- Ҡыҙылташ– Яуымбай ауылына ҡарай, ороним.
- Ҡыуғарағай– Ғәлиәкбәр ауылында, ялан.
- Ҡырғыҙ айыры – Ғәлиәкбәр ауылында, йылға, этнонимдан.
- Ҡырташ –Байназар ауылына ҡарай, ороним.
- Ҡырын ер –Нәби ауылына ҡарай, дромоним.
- Ҡыҫҡуй– Ғәлиәкбәр ауылында.
- Ҡыпсаҡ – рәсми телдәге Әбделмәмбәт ауылының халыҡ телендәге исеме, этнонимдан.
- Ҡыҫыҡ – ойконим, гидронимдан, Кесе Нөгөш буйындағы бөткән ауыл.
- Ҡыярат тауы –Тимер ауылында, ороним, ҡылымдан (ҡыйратыу).
- Ҡыяюл – Тимер ауылына ҡарай, дромоним.
- Лапшин утары–Брәтәк ауылына ҡарай, йәйләү,антропонимдан, Нөгөш-йорт атамаһы менән дә йөрөтөлә.
- Маҙалы – Аҫҡар ауылы янында тау һырты, ороним, маҙа, ыҙа һүҙенән алын-ған.
- Майғойған – Яуымбай ауылында, ороним.
- Майсергән – Тимер, Яңы Мөсәт ауылдарына ҡарай, ялан.
- Масаҡ –Иҫке Монасип ауылында,ороним, башаҡ – диалектта масаҡ.
- Маяҡ– Ғәлиәкбәр ауылына ҡарай, Ҡалыу тауы башында булған.
- Маяҡ түбәһе–Килдеғол ауылына ҡарай.
- Мерәҫ киткән юл – Әтекауылына ҡарай, дромоним, ялан,антропонимдан.
- Мораҙым – ойконим, антропонимдан, икенсе исеме Аратау.
- Мортаҙа яланы –Янһары ауылына ҡарай, антропонимдан, ялан.
- Монасип – ойконим, антропонимдан.
- Мишәр – ойконим, этнонимдан.
- Муйыллы төбәк(Муйылтүбә) – Килдеғол ауылына ҡарай, ялан.
- Муйыллы туғай –Үрге Нөгөш ауылына ҡарай, Оло Нөгөш буйында.
- Муйылтөп– Ғәлиәкбәр ауылы янында, ялан.
- Муллатуғай– Ғәлиәкбәр ауылында, антропонимдан.
- Мусағәле –Әтек ауылына ҡарай, гидроним, антропонимдан.
- Мулла түше – Нәби ауылына ҡарай, йәйләү,антропонимдан.
- Мөсәт – ойконим, антропонимдан.
- Мәйгәште – Иҫке Монасип ауылы янында,гидроним, ороним, мағаш – бе-йек тау.
- Мәҡсүт – ойконим, антропонимдан.
- Мәндәғол– ойконим, антропонимдан, ғул – уйһыулыҡтағы үҙән.
- Мәрйәкәй –Яңы Монасип ауылына ҡарай, ялан.
- Мәрхәм күле – Әтек ауылына ҡарай, гидроним, антропонимдан.
- Мәсем – ороним, антропонимдан.
- Мәсет тауы – Ғәлиәкбәр ауылында, ороним.
- Мәсет уяһы – Ғәлиәкбәр ауылында, ороним.
- Мәтәл –Килдеғол ауылына ҡарай, гидроним, мәте һүҙенән.
- Мәһәҙи– ойконим, антропонимдан.
- Ноҡот тауы – Әтекауылына ҡарай, ороним.
- Нөгөш– Бөрйән районында йылға, Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы.
- Нөгөшйорт –Брәтәк ауылына ҡарай, йәйләү, Лапшин утары атамаһы менән дә йөрөтөлә.
- Нәби – ойконим, антропонимдан.
- Оҙонуй – Ғәлиәкбәр ауылында.
- Оҙонсал– Килдеғол ауылына етәрәк ялан.
- Оҙон ялан– Кесе Нөгөш буйындағы ҙур ялан.
- Олоғор – Яуымбай ауылында, ороним.
- Олоҡыҙылташ – Яуымбай ауылында, ороним.
- Олотау – Яуымбай ауылында, ороним, оло һәм тау һүҙҙәренән яһалған.
- Ослотау –Иҫке Монасип ауылы янында, ороним.
- Оло күл –гидроним,Ғәҙелгәрәй ауылында.
- Оло Нөгөш– Ғәлиәкбәр ауылынан аға,гидроним,антропонимдан.
- Оло Салажы –Әтек ауылы эргәһендә, гидроним, ялан.
- Оло Соңғор– Нәби ауылына ҡарай, ауылдан көнбайышта урынлашҡан. Был урын соҡорло.
- Оҫҡон туғай– Тимер ауылының эргәһендә, үлән исеменән.
- Оҫҡонлоғор – ҮргеНөгөш ауылы менән Кәшәле ауылы араһында Кәрлек һәм Арғы Үшә йылғалары уртаһында оҫҡонло түбә.
- Өлкән Аҡбейек – Яуымбай ауылында, ороним.
- Өйрәкле– Мәндәғол ауылы етәрәк, Ағиҙел йылғаһы буйындағы ҡая.
- Өйрәкташ –Үрге Нөгөш ауылы янында, Нөгөш йылғаһы буйында ҡая, оро-ним.
- Өйрөлтмәк– Иҫке Собханғол ауылы эргәһендә, Ағиҙел йылғаһы эсендә, ҡылымдан.
- Өкө ҡаяһы– Яуымбай ауылында, ороним.
- Өкө ояһы – Яуымбай ауылында, ороним.
- Өкөташ–Яуымбай ауылында ороним.
- Өсуй – Яңы Собханғол ауылына ҡарай.
- Өстамаҡ –Брәтәк ауылына ҡарай, гидроним.
- Өмөкамал төбәге – Килдеғол ауылына ҡарай, ялан, антропонимдан.
- Өмөткән – Яуымбай ауылында, ороним, өмә иткән һүҙенән.
- Өмөткән яланы –Яуымбай ауылы, өмә иткән һүҙҙәренән.
- Өс туған ҡаяһы – Ағиҙел йылғаһы буйында, ороним.
- Өсөйлө– Ғәлиәкбәр ауылының бер өлөшө.
- Пакистан – Ғәлиәкбәр ауылында, тыҡрыҡҡа ҡушамат, ил исеменән.
- Пасека – Ғәлиәкбәр ауылы янында ҡорт то ер русса йөрөтөлгән.
- Паравай– Ғәлиәкбәр ауылында, йылға буйында сайыр ағыҙған урын.
- Посадка– Ғәлиәкбәр ауылында Бәккән яланындағы сабынлыҡ.
- Поселок –Ағиҙел ҡасабаһының рәсми булмаған атамаһы.
- Партизандар ҡыуаҡлығы – Яңы Мөсәт ауылына ҡарай.
- Раһай –Раһай яланының атамаһы раһ (фарсы теленән – “юл”) һүҙенән сыҡҡан тип фараз итеп була.
- Риф күле– Яңы Монасип ауылы янында, гидроним, антропонимдан.
- Рәмзи юлы –дромоним, антропонимдан, Яңы Монасиптан Иҫке Монасипҡа һалынған юл.
- Рәхимйән ташы –Килдеғол ауылындағы таш,антропонимдан.
- Раҡай – Мәндәғол ауылында Рабиға яланының атамаһы Раҡай әйләнгән, антропонимдан.
- Сабирйән түңгәге –Килдеғол ауылында, антропонимдан.
- Саҡмағош –гидроним, Иҫке Мөсәт ауылынан аға, ҡушма һүҙ. Саҡма таштар бар.
- Санатөшкән – Яуымбай ауылында, ороним.
- Сания соҡоро –Нәби ауылында, антропонимдан, балсыҡ ала башлаусы хөрмәтенә.
- Сатра–Нәби, Яңы Собханғол ауылдарында, гидроним, саптыра һүҙенән Сатыра – Сатра атамаһы килеп сыҡҡан.
- Саталыүҙәк – Яуымбай ауылында, сата һәм үҙәк һүҙҙәренән яһалған.
- Сапа й. –Әтек ауылында, гидроним.
- Сейәлеморон – Яңы Собханғол ауылында, ороним.
- Сейәлетау –Әтек ауылында, ороним.
- Серәкәй –ороним, Алағуян йылғаһы буйындағы, ялан.
- Сибәкәй –Яңы Собханғолауылына ҡарай, ялан, сибәркәй һүҙе ҡыҫҡартыл-ған.
- Силос соҡоро –Яңы Монасип ауылы янында.
- Ситҡыр – Яуымбай ауылында, ороним.
- Соңғор –гидроним, Бәккән (Нөгөш йылғаһына ҡоя) йылғаһының уң ҡушыл-дығы. Ошо исемле тау һырты бар.
- Суҡҡарағас –Байғаҙы ауылында суҡ ҡарағас үҫкән ялан.
- Суҡмуйыл – Ғәлиәкбәр ауылында, Оло Нөгөш буйында.
- Суҡтал– Үрге Нөгөш ауылынан көньяҡта, Мәҡсүт ауылы йүнәлешендә, һуҡмаҡ уялы яланға алып сыға. Ауылдан биш саҡрым тирәһе.
- Суҡраҡты – Тимер ауылы янында, гидроним, суҡраҡ һаҙматлы ерҙән ине ағып сыға.
- Сусҡаморон – Ғәлиәкбәрауылы янында, Нөгөш йылғаһында ҙур бөгөлөш.
- Сусҡа фермаһы –Тимер ауылы янында, Боһондо йылғаһы буйындағы элек-ке ферма урыны, халыҡ УТФ тип тә йөрөтә.
- Сусаҡ(суҡ уҫаҡ) – Яуымбай ауылында, ороним.
- Сусаҡ үҙәге – Яуымбай ауылында.
- Суһаҡ – Нәби ауылында, ороним,суҡ уҫаҡ һүҙенән алынған, ултауҙа уҫаҡ ағасы күп булған.
- Сыбарайғыр – Тимер ауылы янында ҡая, ороним.
- Сыуаҡай –Аҫҡар ауылына ҡарай, ялан, сыуаҡ ай килде тигәндә барлыҡҡа килгән.
- Сылтырбикә –Яңы Монасип ауылына ҡарай, гидроним, ымлыҡтан яһалған.
- Сыңғырауыҡ – Яуымбай ауылында, шишмә, ымлыҡтан яһалған, оҡшатыу
- Сәмиға күпере – Ғәлиәкбәр ауылында, антропонимдан.
- Сәғит баҙы – Исламбай ауылына ҡарай,антропонимдан.
- Сәфәр утары– Ғәлиәкбәр ауылы янында, антропонимдан.
- Сәфәр соҡоро – Яуымбай ауылына ҡарай,антропонимдан.
- Сәңгелдәк йылғаһы –Байғаҙы ауылы янында, гидроним.
- Сәңгелде яланы –Яуымбай ауылы янында, Иҫәнкилде тип атағандар. Яйлап телдән-телгә күсә килә, Сәңгелде тип атап йөрөтә башлағандар.
- Таҡыясусаҡ – Ғәлиәкбәр ауылында, ороним.
- Танасыҡҡан –Исламбай ауылы янында, гидроним, һаҙ урын.
- Таңбикә – Нәби ауылы янында, сабынлыҡ,антропонимдан.
- Тарбаҡ – Яуымбай ауылында, ороним, тауҙа йыуан тарбаҡлы ҡарағас үҫә,ҡушма һүҙ.
- Тарбаҡ бөтә – Яңы Собханғолһәм Иҫке Мөсәт ауылы араһында тарба-йып (тарбаҡын) йыуан ҡарағай үҫкән урын.
- Тарыбай – Әтек ауылы янында, ялан, антропонимдан.
- Тарыуал –ойконим, антропонимдан.
- Тарҡын туғайы – Яңы Мөсәт ауылына ҡарай, тар һәм ҡын һүҙҙәренән.
- Ташкисеү –Килдеғол, йылғаһында.
- Ташкүпер –Брәтәк һәм Һәйет ауыл араһында Екатерина батша (Әбей батша) һалдырған күпер.
- Татар үлеге –Иҫке Монасип һәм Яңы Монасип ауылдары араһындағы уя.
- Тауыҡ фермаһы –Яңы Мөсәт менән Иҫке Собханғол араһында.
- Ташлы –Брәтәк ауылына ҡарай,гидроним.
- Ташморон – Әтек, Яуымбай ауылдарында, ороним.
- Ташөй – Яуымбай ауылы янында, мәмерйә,таш һәм өй һүҙҙәренән.
- Текәморон –Янһары ауылы янында,антропонимдан.
- Тёщин язык– Ҡурғашлы ауылына төшкән тауҙағы боролош.
- Тимер –ойконим, антропонимдан.
- Тимер айыры– Ғәлиәкбәр ауылы янында йылға, гидроним.
- Тирмән туғайы –Тимер ауылы янында, Боһондо йылғаһы буйында.
- Туйбуға(туй булған)–Ҡотан ауылына ҡарай, ороним.
- Тумаҙыҡ – Яуымбай ауылында, ялан.
- Туҡалбаш–Яңы Монасип ауылы эргәһендә, айыу туҡал һыйырҙы ашаған урын.
- Туҡмаҡ– Ғәлиәкбәр ауылында, гидроним, ороним.
- Туңмаҫкүл–Ҡотан ауылы янында,гидроним.
- Түбарҡа–Нәби ауылында ялан.
- Түбәнге ауыл–ойконим, Оло Нөгөш буйында бөткән ауыл.
- Түбәйорт–Әтек ауылы эргәһендә.
- Төлкосҡан–Мәндәғол, Аҫҡар ауылдары эргәһендә, ороним.
- Төлкөташ–Брәтәк ауылы эргәһендә, ороним.
- Тыранса келәт–Иҫке Монасип ауылы эргәһендә.
- Тәкәғыр– Ғәлиәкбәр ауылында, ороним.
- Тәкәһуйған– Иҫке Мөсәтауылы эргәһендә, ялан.
- Тәрәнгисеү– Ғәлиәкбәр ауылы янында, йылға.
- Тәрәнуй – Тимер ауылына төшкән юл эсендәге уя.
- Тәпәнәк –Иҫке Монасип ауылы янында,ороним.
- Уралтау – Ғәлиәкбәр ауылында, ороним,антропонимдан.
- Уртағыр – Яуымбай ауылында, ороним.
- Уртайорт – Ғәлиәкбәр ауылы янында, йәйләү.
- Ураҙбикә юлы –Яңы Монасипауылы эргәһендә,дромоним.
- Ураҙы – Байғаҙы ауылы эргәһендәге тау, ороним.Үр аҙымы, тора-бара Ура-ҙы тип йөрөтә башлағандар
- Урыҫ юлы – Иҫке Монасип һәм Әбделмәмбәт ауылдары аша Әүжән урыҫ-тары баҙарға йөрөгән, дромоним.
- Урыҫ килгән –Исламбай ауылынаяҡын урын, этнонимдан, урыҫ милләте-нән булған кеше йәшәгән.
- Урыһ(ҫ)ай–Исламбай ауылына яҡын урын, ялан,гидронимдан.
- Уҫағуй– Ғәлиәкбәр ауылында, гидроним.
- Уҫаҡлыуй – Яуымбай ауылында.
- Үҙән – гидроним, Бөрйән районындағы йылға, Ағиҙел йылғаһының һул ҡу-шылдығы.
- Үлектәр арҡаһы – Тимер ауылы янында, ялан.
- Үрге Нөгөш– ойконим, ҡушма һүҙ.
- Үргеҙма – Иҫке Собханғол ауылы эргәһендәге ялан.
- Үркәс– Әтек ауылы янында, ороним,
- Үр яланы –Исламбай ауылы янында ялан.
- Үтәйәмбәт –Байғаҙы ауылы янында, ороним, антропонимдан.
- Үртән буйы– Яңы Монасип ауылы янында.
- Ферма –һәр ауыл эргәһендәге элекке колхоз, совхоздың фермаһы булған урын.
- Филатов –Нәби ауылы янында антропонимданФилатов йәки Клатуй тауы.
- Финляндия–ойконим, ил исеменән, Иҫке Собханғол ауылының Баҙал тауы итәгендәге яңы биҫтәнең халыҡ телендәге атамаһы.
- Хәҙрәт юлы – Әтекауылында, дромоним.
- Хисам күле – Әтек ауылында, гидроним.
- Химзавод – Яңы Монасип ауылы янында химик ашламалар һаҡлаған урын.
- Һабансы – Яңы Монасип янындағы ялан.
- Һарағы –ойконим, Үҙән йылғаһының һул ҡушылдығы атамаһынан, иҫке төрки телендәге саруғ – һары һүҙенән.
- Һарат уяһы– Ғәлиәкбәр ауылында.
- Һарналы –Ғәлиәкбәр ауылы янында, һарына күп үҫә.
- Һарт –ойконим, этнонимдан.
- Һуғыш туғайы – Ғәлиәкбәр ауылы янында.
- Һырт – Яуымбай ауылында, ороним.
- Һыуыҡҡолаҡ– Ғәлиәкбәр ауылында, Яңы Монасип ауылдарында йылға буйы.
- Һөрөмбәт– Ғәлиәкбәр ауылында, йылға буйыдағы аҡлан.
- Һәүәнәк –гидроним, Үҙән йылғаһының һул ҡушылдығы,Байғаҙыһеүән – шәп ағымды аңлата, -әк яһаусы ялғау.
- Һәүәнәкташ –ороним, Һәүәнәк йылғаһы тамағында тау, ялан, йәйләү уры-ны.
- Һимеҙтай – Әтек ауылында, ялан.
- Шаңғырауыҡ ҡаяһы – Ғәлиәкбәр ауылынан өҫтә, Нөгөш буйында, ҡылымдан яһалған.
- Шүлгән башы– ялан, Ғәҙелгәрәй ауылы янында, Шүлгән йылғаһыныңбаш-ланған ере.
- Шүлгән й. – гидроним, Ғәҙелгәрәй ауылы янында.
- Шүлгәнташ – Ғәҙелгәрәй ауылы янындағы мәмерйә.
- Шәреле (Шүрәле уй) – Тимерауылы янында.
- Шыйыҡ бутҡа –Янһары ауылында, асыҡлыҡ.
- Шыуҙырғыс– Тимер ауылы ҡаршыһындағы тау, бүрәнә шыуҙырғандар.
- Шыуматаш – Исламбай ауылына яҡын, текә ҡая, ороним.
- Шәйек – гидроним, Нөгөш йылғаһының һул ҡушылдығы.
- Шәре башы – Ғәлиәкбәр ауылында янында, аҡлан.
- Шәре й. – Ғәлиәкбәр ауылы янында, гидроним.
- Шәрифә тауы – Яуымбай ауылында, ороним, антропонимдан.
- Шәшкеҡасҡан – Яуымбай ауылында, ороним, шәшке һәм ҡасҡан һүҙҙә-ренән яһалған.
- Ығышма – гидроним, Ғәҙелгәрәй ауылы эргәһендәге Йылҡысыҡҡан күле эргәһендәге күл, күл эсендәге ағас шылып йөрөй.
- Ырғыҙлы –ойконим,гидронимдан, Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдығы.
- Ыхмайыл– гидроним, ыҫмала һүҙенән алынған, Үҙән йылғаһының һул ҡушылдығы.
- Эстакада –Яңы Мөсәт ауылы эргәһендәағас тейәү урыны.
- Этаяҡ – Яңы Монасип һәм Тимер ауылдары араһындағы элекке ферма ата-маһы.
- Этаяҡ тармалығы– Этаяҡ фермаһы эргәһендә үҫкән үҫемлек исеменән.
- Эт тыҡрығы –Ғәлиәкбәрауылында, тыҡрыҡ.
- Энәлек –Яңы Монасипауылына яҡын урында үҫкән ағастарҙың күп булы-уына бәйле.
- Әбделмәмбәт – ойконим, антропонимдан, халыҡ телендә Игелек, Ҡыпсаҡ, Үҙән атамалары менән йөрөй.
- Әҙһәм хәҙрәт шыршыһы – Ғәлиәкбәр ауылындағы зыяраттағы иң ҙур шыр-шы,антропонимдан, 1918 йылда хәҙрәттең ҡәбере өҫтөнә ултыртылған.
- Әлеш – гидроним,антропонимдан, Оло Нөгөш йылғаһына ҡойған Күжә йылғаһының һул ҡушылдығы.
- Әлешйорт– Әлеш йылғаһы буйындағы элекке йәйләү атамаһы,антропоним-дан.
- Әлмәс ҡотоғо – Әтек ауылына ҡарай, антропонимдан, Әлмөхәмәт исемле кешегә бәйле.
- Әмир суҡыһы –Брәтәк ауылында, антропонимдан.
- Әрҙәкле – Исламбай ауылы тау һырты, әрҙәтте (әрләтте)– диалекттағы варианты фонетик яҡтан үҙгәргән.
- Әрҙәнә үре – Яуымбай ауылында, ороним.
- Әсе –Үрге Нөгөш ауылы эргәһендәге тоҙло урындың атмаһы, русса солон-чак.
- Әсебар– Ғәлиәкбәр ауылы эргәһендә Оло Нөгөш йылғаһының һул ҡушыл-дығы.
- Әтек –ойконим, гидронимдан.
- Әүҙекте йылғаһы–Килдеғол ауылында, гидроним, әүеү, ауыу һүҙенән.
- Юрматау –ороним, Бөрйән районында тау һырты.
- Ябаҡ– ойконим, Ишдәүләт ауылының тәүге атамаһы.
- Яҙҙауар – Тимер ауылы эргәһендә, ялан, ҡая, яҙ һәм вар(ыуар – йорт) һүҙҙә-ренән.
- Яланайыры– Оло Нөгөш йылғаһының уң ҡушылдығы, ялан һәм айыр һүҙҙәренән.
- Яуымбай– ойконим,антропонимдан.
- Яҙғыйорт– Ғәлиәкбәр ауылында, боронғо йәйләү атамаһы.
- Ямаш – Үрге Нөгөш ауылының халыҡ телендәге исеме, этнонимдан.
- Ямашлы – гидроним, Аҡбулат йылғаһының ҡушылдығы.
- Янған ҡыуыш – ЯңыМонасип ауылына ҡарай.
- Янһары – ойконим, Яңы Собханғол ауылының тәүге, рәсми булмаған атама-һы.
- Янтыҡ – Нәби ауылынан, янсыҡ кеүек бәләкәй урын булған өсөн аталған.
- Яулыҡ киҫкән– Әтек ауылында, ялан
- Япония – ил исеменән, Яңы Мөсәт ауылы халҡына ҡушамат тағыуҙан.
- Яңы Монасип – ойконим, антропонимдан.
- Яңы Мөсәт – ойконим, антропонимдан, Алағуянбашы, Берлек, Япония ата-малары менән дә йөрөй.
- Яхъя күле – гидроним,антропонимдан, Тимер ауылы янындағы бәләкәй күл.
- Яңғыҙ ҡарағай –Нәби ауылының һул яғында, Байҡашта.
- Яңыл аралы –Тимер ауылы эргәһендә,антропонимдан,Яңылбикә исемле ҡатынға бәйле.
- Яңы Собханғол – ойконим, Янһары ауылының рәсми атамаһы, антропоним-дан.