Кесерткән менән ыумас

Кесерткән менән ыумас

Ингредиенттар

үҙгәртергә
  • Һурпа йәки һыу 400 г
  • картуф 80-100 г
  • кесерткән 100—150 г
  • йомортҡа 1 шт
  • он 35-40 г
  • һыу 30-35 г
  • төплө һуған 15-20 г
  • йәшел һуған 10-15 г
  • аҡ май 10-15 г
  • ҡаймаҡ 30-35 г
  • тоҙ, борос тәменә ҡарап

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Йәш кесерткәнде һайлап алып һалҡын һыуҙа йыуып, ҡайнар һыуҙа бешекләгәс, ваҡлап киҫергә кәрәк.

Әҙер кесерткәнде тоҙ һалынған сей йомортҡала әүәләргә.

Тоҙланған ҡайнар һыуға йәки һурпаға шаҡмаҡлап киҫелгән картуф һалып бешерегә.

Ул бешеп сығыр алдынан, ашҡа ыумас (ыумас ашын ҡара) төшөрөп болғай-болғай ҡайнатып сығарырға.

Аҙаҡ кесерткән, еңелсә ҡыҙҙырылған һуған, тәмләткестәр өҫтәп бешереп алырға.

Ашҡа ҡаймаҡ һалып бирәләр.