Тиҙ әҙерләнә торған торт
Кәрәк
үҙгәртергә- 1 стакан ҡайнатма,
- 1 стакан шәкәр,
- 1 стакан ҡаймаҡ,
- 1,5 балғалаҡ сода,
- 3 йомортҡа,
- 2 стакан он.
Нисек эшләргә
үҙгәртергәЙомортҡаны шәкәр менән күпергәнсе туғыйбыҙ, уға ҡайнатма ҡушылған ҡаймаҡ, аш һеркәһендә һүндерелгән сода, он һалып, шыйыҡ ҡамыр эшләйбеҙ.
Килеп сыҡҡан массаны өс өлөшкә бүлеп, 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейестә бешереп алабыҙ.
Торт өсөн крем эшләгәндә 300 грамм ҡаймаҡты 1 стакан шәкәр менән туғыйбыҙ. Ҡуйыртылған һөткә аҡ май ҡушып та яһарға була.