Шәкәрле печенье


Майҙы иретеп, шәкәр менән йомортҡа ҡушып туҡытырға. Ҡаймаҡ, ванилин, ҡамырҙы күперткес һалып болғатҡас, яйлап ондо ҡатнаштырып ҡамыр баҫырға. Ҡамырҙы 2-3 сәғәткә һыуытҡысҡа тығып алып, 5 мм ҡалынҡта йәйергә. Печеньеларға төрлө формалар биреп, 10-12 минутҡа 180 градуслыҡ духовкаға ҡуябыҙ.