Ябай торт
Ябай торт
Үҙенсәлектәре
үҙгәртергәҠунаҡтарҙы һыйлау өсөн тиҙ һәм еңел әҙерләнә торған тәмлекәс. Сәй янына тәҡдим ителә. Ике йәймәнән (корж) әҙерләнә.
Ингредиенттар
үҙгәртергәЙәймәләр өсөн:
- 1 стакан он
- 1 стакан шәкәр
- 5 йомортҡа
- какао
Крем өсөн:
- Ҡуйы һөт (сливки)
- Аҡ май
Әҙерләү ысулы
үҙгәртергәИң тәүҙә, ҡуйы һөткә аҡ май ҡушып, туғып, крем әҙерләйбеҙ.
Корж (йәймә) өсөн йомортҡаны оҙаҡ ҡына миксер ярҙамында туғыйбыҙ, ҡабара барырға тейеш.
Мейесте лә йылытырға ҡуябыҙ. Туғылған йомортҡаға яйлап ҡына он менән шәкәрҙе ҡушабыҙ.
Ҡамырҙы икегә бүләбеҙ. Табаны майлайбыҙ, беренсе йәймә ҡамырын һалабыҙ, ул бер ни ваҡыт ҡалҡырға тейеш.
180 градус температурала 15-20 минут бешерәбеҙ.
Икенсе коржды (йәймәне) бешереп алғас, һәр йәймә өҫтөнә крем һылайбыҙ.
Йәймәләрҙе ҡатлап һалып, матур тәрилкәгә ҡуйып, өлөштәргә бүләбеҙ.