Ҡанатлы һүҙҙәр — тотороҡло, афористик, ҡағиҙә булараҡ образлы һүҙтеҙмә, улар телмәргә фольклоҙан күпләп инеп ҡалған, инеүен дауам итә. Әҙәбиәттә лә, фәлсәфәүи, публицистик сығанаҡтарҙа ла осрай, шулай уҡ тарихи, билдәле кешеләр әйткәнде лә шуға индерәләр: мәҫәлән, Аҡмулла әҫәрҙәре ҡанатлы һүҙҙәрҙән тора тип әйтергә лә була. Мортаҙа Рәхимовтың "Работать надо!", "3 тауыҡҡа булһа ла етәкселек итеп ҡарарға кәрәк" тигәне шундайҙарҙан.

Башҡортта борондан балаларға тәрбиәне мәҡәлдәр, ҡанатлы һүҙҙәр, әйтемдәр, көләмәстәр, үсекләмештәр, әкиәттәр ҡуша-ҡуша әллә ниндәй фәһемле тарихтар аша, кинәйәләп биргәндәр. Фольклор йыйынтыҡтарында теркәлеп ҡалғандары ғына ла ғүмерең буйы өйрәнеп тә бөтә тәрәнлеген буйламалы түгел, ә яҙылып алынмағаны күпме!

Бында беҙ халҡыбыҙ телендә осраған ҡанатлы һүҙҙәрҙе йыйырбыҙ.

-- А Б В Г Ғ Д Ҙ Е Ё Ж З И Й К Ҡ Л М Н Ң О Ө П Р С Ҫ Т У Ү Ф Х Һ Ц Ч Ш Щ Ъ Ы Ь Э Ә Ю Я --

  • Ағиҙелдә аҡ томан(берәйһе мутлашһа, алдашһа әйтәләр)
  • Ағиҙелдең арьяғында бер энәгә бер һыйыр (ситтән арзан әйбер эҙләп һемәймә). Бында: сыуашса "энә"(Ĕнĕ)- һыйыр.
  • Ала-танығы ҡалмаған (ойпаланған, насарайған, йолҡошланған);
  • Алған белмәй, биргән белә;
  • Алдырыр көн - яҙҙырыр
  • Алтылағы алтмышта
  • Ас бет ныҡ тешләй;
  • Аста ашағаныңды ,туҡта онотма
  • Ас та түгел, туҡ та түгел, бер өйрәнгәс буҡ та түгел;
  • Ауыҙын асһа үпкәһе күренеп тора;
  • Асығауыҙ;
  • Асыҡҡандан ҡаныҡҡан яман;
  • Асыр ишегеңде ҡаты япма;
  • Ат аҙғыны тайға эйәрер
  • Ат дағалағанда баҡа ботон ҡыҫтырған (һәр кәрәкмәгән ергә ҡыҫылмаһын тип әйтәләр)
  • Ауыҙыңа бал да май( яҡшы һүҙен ҡушҡан кешегә әйтелә);Ауыр аяҡлы;
  • Ауыртүләк;
  • Ауыртмаҫ башҡа тимер таяҡ;
  • Ашаған белмәй, тураған белә;