Ҡанатлы һүҙҙәр — тотороҡло, афористик, ҡағиҙә булараҡ образлы һүҙтеҙмә, улар телмәргә фольклоҙан күпләп инеп ҡалған, инеүен дауам итә. Әҙәбиәттә лә, фәлсәфәүи, публицистик сығанаҡтарҙа ла осрай, шулай уҡ тарихи, билдәле кешеләр әйткәнде лә шуға индерәләр: мәҫәлән, Аҡмулла әҫәрҙәре ҡанатлы һүҙҙәрҙән тора тип әйтергә лә була. Мортаҙа Рәхимовтың "Работать надо!", "3 тауыҡҡа булһа ла етәкселек итеп ҡарарға кәрәк" тигәне шундайҙарҙан.

Башҡортта борондан балаларға тәрбиәне мәҡәлдәр, ҡанатлы һүҙҙәр, әйтемдәр, көләмәстәр, үсекләмештәр, әкиәттәр ҡуша-ҡуша әллә ниндәй фәһемле тарихтар аша, кинәйәләп биргәндәр. Фольклор йыйынтыҡтарында теркәлеп ҡалғандары ғына ла ғүмерең буйы өйрәнеп тә бөтә тәрәнлеген буйламалы түгел, ә яҙылып алынмағаны күпме!

Бында беҙ халҡыбыҙ телендә осраған ҡанатлы һүҙҙәрҙе йыйырбыҙ.

-- А Б В Г Ғ Д Ҙ Е Ё Ж З И Й К Ҡ Л М Н Ң О Ө П Р С Ҫ Т У Ү Ф Х Һ Ц Ч Ш Щ Ъ Ы Ь Э Ә Ю Я --

  • Ҡалған эшкә ҡар яуа;
  • Ҡалын елкә;
  • Ҡара һаҡалың ҡайҙа барһаң да эйәреп йөрөй (ғәйепте икенселәрҙән генә эҙләп йөрөгән алама холоҡло кешегә әйтәләр)
  • Ҡара тырыш;
  • Ҡарама тояҡ, ҡарпыш ҡолаҡ;
  • Ҡата башындай ғына (бик бәләкәй, "Ҡата башындай булһа ла, ҡайһылый эшкенгән);
  • Ҡатындан ҡатын быуаҙый (бер-береһенән өйрәнә мәғәнәһендә)
  • Ҡобараһы осҡан;
  • Ҡолағы ҡарп итеп ҡалды (ишетә һалды);
  • Ҡолға буйы;
  • Ҡомо ҡойолған;
  • Ҡыҙыл ҡар яуғас;
  • Ҡыл һыйғыһыҙ;
  • Ҡылтымбый;
  • Ҡыйыш атып, тура тигеҙә;
  • Ҡыйышҡа һаплай;
  • Ҡыҫыҡ сикә;
  • Ҡыялҡы;
  • Ҡул арты еңел;
  • Ҡул арты ауыр;
  • Ҡулын–ҡулса, ботон–ботса;
  • Ҡул уйнатыу-һуғышырға әҙер генә торған кеше("Ҡулыңды уйнатма");
  • Ҡулы тик тормай;