Ҡанатлы һүҙҙәр — тотороҡло, афористик, ҡағиҙә булараҡ образлы һүҙтеҙмә, улар телмәргә фольклоҙан күпләп инеп ҡалған, инеүен дауам итә. Әҙәбиәттә лә, фәлсәфәүи, публицистик сығанаҡтарҙа ла осрай, шулай уҡ тарихи, билдәле кешеләр әйткәнде лә шуға индерәләр: мәҫәлән, Аҡмулла әҫәрҙәре ҡанатлы һүҙҙәрҙән тора тип әйтергә лә була. Мортаҙа Рәхимовтың "Работать надо!", "3 тауыҡҡа булһа ла етәкселек итеп ҡарарға кәрәк" тигәне шундайҙарҙан.

Башҡортта борондан балаларға тәрбиәне мәҡәлдәр, ҡанатлы һүҙҙәр, әйтемдәр, көләмәстәр, үсекләмештәр, әкиәттәр ҡуша-ҡуша әллә ниндәй фәһемле тарихтар аша, кинәйәләп биргәндәр. Фольклор йыйынтыҡтарында теркәлеп ҡалғандары ғына ла ғүмерең буйы өйрәнеп тә бөтә тәрәнлеген буйламалы түгел, ә яҙылып алынмағаны күпме!

Бында беҙ халҡыбыҙ телендә осраған ҡанатлы һүҙҙәрҙе йыйырбыҙ.

-- А Б В Г Ғ Д Ҙ Е Ё Ж З И Й К Ҡ Л М Н Ң О Ө П Р С Ҫ Т У Ү Ф Х Һ Ц Ч Ш Щ Ъ Ы Ь Э Ә Ю Я --

  • Балыҡ башынан серей
  • Балыҡ ҡыуығы hымаҡ еп-еңелhең
  • Барҙың барлығы тейә, юҡтың юҡлығы тейә;
  • Бары менән байрам;
  • Бары– барса, юғы– юҡса
  • Барған ере–балта һабындай, килгән ере –киле күтендәй;
  • Батыр яуҙа һынала
  • Бауырҙы киҫә (хаяһыҙ кеше хаҡында);
  • Башы– башҡа, аҡылы– башҡа
  • Башы инһә лә, арты инмәгән;
  • Баҫымсаҡҡа баҡа ла - айғыр
  • Бет асыуы тунға;
  • Бет ҡабығы
  • Бер аяғын баҫҡансы, икенсеһен эт ашай;
  • Бет аяғын ҡырҡҡан;
  • Битенә сиртһәң ,ҡаны һытылып сығырға тора.
  • Болот яумай - бойороҡ яуа
  • Борсағы бешмәй;
  • Бүрәнә аша бүре күргән;
  • Буш ҡыуыҡ
  • Бәғерҙе телгеләй (ҡайғы-хәсрәттәр килтереү);
  • Бәләкәс телгә лә етмәне(бик әҙ тигәнде аңлата);