Башҡорт теле/Һүҙлектәр/Ислам/Б
- Бабил — боронғо Вавилон ҡалаһы, «Алла ҡапҡаһы» мәғәнәһендә.
- Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим — «Рәхмәтле һәм рәхимле Алла исеме менән».
- Бәғел — илаһ исеме, Ваал, финикиҙәрҙең төп аллаһы, буран, күк күкрәү, йәшен һәм ямғырҙар килтереүсе.
- Бәдер — ҡоҙоҡтарға бирелгән атама. 624 йылда Бәдер ҡоҙоҡтары эргәһендә мосолмандар менән Мәккә мөшриҡтәре араһында һуғыш булып, мосолмандар еңеүгә өлгәшә.
- Бәйән ҡылыу — аңлатыу, асыҡлау, һөйләү, еткереү, иғлан итеү.
- Бәккә — Мәккә ҡалаһы.
- Бәллүр — яҡтылыҡты ныҡ һындырып, үҙенә бер төрлө ялтырай һәм яңғырай торған юғары сортлы быяла, хрусталь.
- Бәхирә — ҡолағын ярып, иң һалынған инә дөйә, ҡорбан малы.
- Бәҙәүи — сүллектә күсеп йөрөүсе ғәрәп, күсмә халыҡ.
- Быуындар — (ғәр. әсбат) — бында: Яҡуптың тоҡомо, балалары.