Башҡорт теле/Һүҙлектәр/Ислам/С
- Сабиҙар — йондоҙҙарға һәм башҡа Күк есемдәренә табыныусылар.
- Сағым — мираж, монар.
- Салауат — «салат» («намаҙ», «доға») тигән һүҙ күплектә.
- Салих — Ҫәмуд халҡына ебәрелгән бәйғәмбәр.
- Сарыф ҡылыу — Ҡөрьәндә Алла юлында сығым яһау, биреү, түләү мәғәнәһендә. Сауап — бүләк, түләү, изге эш.
- Сиджил — кешеләрҙең эштәрен яҙып тороусы фәрештәнең исеме.
- Сөләймән — бәйғәмбәр, христиандарҙа Соломон.
- Сөннәт — ғәҙәт, риуайат, ҡанун.
- Сур — торба, ҡиәмәт көнөндә өрөләсәк.
- Сүағ — боронғо ғәрәптәрҙә илаһ исеме.
- Сәба — Ғәрәп ярымутрауының көнсығышында урынлашҡан боронғо дәүләт.
- Сәғәт — бында: ҡиәмәт көнөндә ҡәберҙән ҡубарылып тороу мәле.
- Сәждә ҡылыу — тубыҡланыу, теҙләнеү.
- Сәибә — ҡорбан өсөн тип иреккә ебәрелгән инә дөйә.
- Сәҡер — тамуҡ уты, йәһәннәм.
- Сәләм — тыныслыҡ, именлек.
- Сәмири — табыныу өсөн Муса ҡәүеменә быҙау һыны яһаусы.