Башҡорт теле/Һүҙлектәр/Ислам/Р
- Раббани — йәһүҙиҙәрҙең руханиҙары, раввин.
- Раббы — Алла, хоҙай, хужа, батша, эйә.
- Раһиб — монах.
- Риба — аҡсаны арттырыу өсөн үтескә биреп тороу, бурыс проценты (Исламда ҡәтғи тыйылған нәмә).
- Рисәләт — тапшырылған эш, йомош, миссия.
- Ризыҡ — Ислам тәғлимәтендә, хоҙайҙың һәр бер кешегә биргән өлөшө (ашамлыҡтарҙың, көнкүреш кәрәк-яраҡтарының һ. б.).
- Рәсүл — илсе, ебәрелгән кеше йәки фәрештә, бәйғәмбәр.
- Рәхмәт — шәфҡәт, аяу, кисереү, мәрхәмәт, йомшаҡ күңелле булыу, изгелек, ғәфү итеү, ярлыҡау.
- Рәһен — бурысты ҡаплау маҡсатында бирелгән әйбер, мөлкәт, заклад, залогка алынған кеше.