Башҡорт теле/Һүҙлектәр/Ислам/Ш
- Шаһит — бында: уаҡиғаны күреп, күҙәтеп тороусы.
- Ширек (ғәрәп. شرك, «шәрик» — иптәш) — Аллаһынан башҡаға ғибәҙәт ҡылыу, күп аллалылыҡ (иң ҙур гонаһ һанала).
- Шөғәйен — Мәдйән (Әл-Әйкә) ҡәүеменә ебәрелгән бәйғәмбәр.
- Шәһүәт — көслө теләк, нәфсе теләге.