• Йалут — бында: бәһлеүән, христиандарҙа Голиаф.
  • Йаҡтин ағасы — ҡабаҡ ағасы.
  • Йософ — бәйғәмбәр, христиандарҙа Иосиф.
  • Йәжүк һәм Мәжүж — ике ҡәбилә исеме, көнсығыш һәм көнбайыш халыҡтары, Гог һәм Магог.
  • Йәннәт — ожмах, ожмах баҡсаһы, фирдәүес, ҡиәмәт көнөнән һуң иманлылар мәңге торасаҡ урын.
  • Йәриә — ҡол ҡатын, яҡынса — кәнизәк.
  • Йәҫриб — Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең һәм уның яҡындарының күсеп килгән урыны, һуңынан Мәҙинә ҡалаһы.
  • Йәһилиәт — Ислам диненә тиклем булған наҙанлыҡ, күп илаһтарға, һындарға табыныу осоро.
  • Йәһүҙи — йәһүд диненә эйәреүсе, еврей.
  • Йәһәннәм — тамуҡ, ут, ожмахтың киреһе.
  • Йыраҡ (Алыҫ) мәсет — Әл-Ҡудс (Иерусалим) ҡалаһы эргәһендәге изге һаналған ғибәҙәтхана, Сөләймән бәйғәмбәр ғибәҙәтханаһы. Исламға ҡәҙәр ғәрәптәр, унан һуң тәүге мосолмандар Алыҫ мәсеткә ҡарап ғибәҙәт ҡылғандар. 624 йылда Мәккәләге Ҡәғбә ҡибла тип иғлән ителгәс, Алыҫ мәсеткә ҡарап ғибәҙәт ҡылыу туҡтатылған. Кафыр — иманһыҙ, дингә, Аллаға ышанмаусы (мәҫәлән, Ҡөрьәндә мөшриктәр, насраниҙар, йәһүҙиҙәр һ. б.).