Башҡорт теле/Һүҙлектәр/Ислам/Т
- Табут — бында: һандыҡ, изге китаптар һауыты.
- Тағут — һын, бот, идол.
- Талут — Библияла иҫкә алынған Саул.
- Тәйәммүм — ҡом менән таҙарыныу, йыуыныу, тәһәрәт алыу.
- Төббәғ — бәйғәмбәр йәки изге кеше исеме.
- Туа — үҙән атамаһы.
- Туфан — һыу ташыу.
- Тәҡдир — яҙылған, инде хәл ителгән, һис шикһеҙ буласаҡ нәмә, уаҡиға.
- Тәҡүә — Алланан ҡурҡыусы, иманлы.
- Тәсбих әйтеү — маҡтау, данлау.
- Тәсним — ожмахтағы шишмә.
- Тәүбә итеү (килтереү) — ғәфү үтенеү, гонаһ эштән үкенеү.
- Тәүхит — ислам нигеҙен тәшкил итеүсе бер аллалыҡ доктринаһы.
- Тәфсир — аңлатма, комментарий, интерпретация.
- Тәхриф — кешеләр тарафынан боҙлоған (Ҡөрьәнгә тиклемге изге китаптар).