• Ҡанун — закон, ниндәй ҙә булһа ҡағиҙә, мәжбүри тип һаналған норма.
  • Ҡарун — Мусаның туғаны, Корах.
  • Ҡибла — Мәккәгә ҡараған яҡ, намаҙ уҡығанда мосолмандарҙың йөҙөн төбәй торған йүнәлеш.
  • Ҡинтар — ауырлыҡ үлсәме.
  • Ҡиртас — ҡағыҙ, ҡатырға, папирус.
  • Ҡисса — хикәйәт, тарих.
  • Ҡиссис — насраниҙарҙа рухани дәрәжә, поп.
  • Ҡиәмәт — үлгәндән һуң хисап биреү өсөн яңынан терелеп тороу, баҫыу.
  • Ҡөрәйш — ҡәбилә исеме.
  • Ҡәғбә — Сауд Ғәрәбстанының Мәккә ҡалаһындағы, мосолмандар Күктән иңгән, изге тип һанаған ҡара таш ҡуйылған, хажға барыуҙың төп маҡсаты булған — Харам мәсет урынындағы бина.
  • Ҡәүем — халыҡ, ҡәбилә.