Мең дә бер күҙәтеүем

(Мең дә бер күҙәтеүем... битенән йүнәлтелде)
'Мең дә бер күҙәтеүем'Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың күҙәтеүҙәренән төҙөлгән йыйынтыҡ


Мең дә бер күҙәтеүемӘхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың күҙәтеүҙәренән төҙөлгән йыйынтыҡ.

МЕҢ ДӘ БЕР КҮҘӘТЕҮЕМ... Артабан яҙмаларымды ошо рубрикала алып барырға булдым. "Башҡорт Википедияһы"ндағы вики-дуҫтарым ошо исем аҫтында махсус бит асҡан икән. Рәхмәт уларға!



161-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

ХХ быуат Буранбайы кем ул?

ХХ быуат Буранбайы кем ул? ХХ быуат афәте – Гитлер фашизмының, Сталин режимының шәхесте юҡҡа сығарыуға ҡоролған сәйәсәте ҡыҫымдарынан үҙ-үҙенә бикләнергә, Уралтау төпкөлдәренә һыйынырға мәжбүр булған Биғылый ул.

Танылған яҙыусы Спартак Илъясовтың[1] романы буйынса Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡуйылған спектакль премьераһын ҡараған һәр кем тап Биктимер Йомағолов – Биғылый йөҙөндә ХХ быуат Буранбайын танығандыр, тип уйлайым. Биғылый тап Уралтауында үҙенең күңеленә тыныслыҡ таба, рухы мәңге азат булып ҡала.

Роман буйынса инсценировканы шағирә Гүзәл Ғәлиева яҙған, ҡуйыусы режиссер – Айрат Абушахманов. Биғылый ролен Илнур Атйетәров башҡара.

30.11.2018


162-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Ҡыш

Бөгөн ҡыштың [2] 1-се көнө. Әммә был көн көҙҙөң һәм яҙҙың ҡайһы бер көндәренән бер нәмәһе менән дә айырылмай кеүек.

Ҡыҫҡаһы, ҡышты тойоу тойғоһо юҡ кеүек. Хәҙер донъяның ҡышы ҡыш, яҙы яҙ, йәйе йәй, көҙө көҙ кеүек түгел. Яҙ яҙылып, йәй йәйелеп, көҙ көҙрәйеп булмай. Әллә миңә генә шулаймы? Донъялар, халыҡтар, идеологиялар, диндәр буталып бөткән кеүек миҙгелдәр ҙә буталып бөттө шикелле. Әллә тәүгеләре миҙгелдәр буталыуының һөҙөмтәһеме?

01.12.2018

232-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Бөҙрә сәсле Лилиә

Барҙымсала тау битләүенән һарына ҡаҙып ашаныҡ. Бала саҡта урманда ҡыуышлап ятып бесән эшләгәндә аҡ яуындар башланып, юлдар өҙөлһә, аҙналар буйы ҡамалып ҡала торғайныҡ. Иң ҡыйыны — ашарлыҡ ризыҡ ҡалмауы. Шул сағында атайыбыҙ ботаҡлы ағастан салыр яһап, шуның менән күп итеп һарына ҡаҙып алып, уны йыуып, ваҡ итеп турап, һарына бутҡаһы бешереп тамағыбыҙҙы туйҙырыр ине. Үҙәк ялғарға ярап ҡала ине был ризыҡ. Һарына бутҡаһын тәлге тип атайҙар. Һарынаны урыҫтар саранка, лилия кудреватая тип атай икән. Беҙҙеңсә бөҙрә сәсле Лилиә була инде... (артабан — видео ҡарағыҙ)[3]

31.07.2019

233-сө күҙәтеүем

үҙгәртергә

Ҡарт ҡуйынында ҡалас бармы?

Күрә, тоя белһәң тәбиғәттә мөғжизәләр бихисап... (текст копировать ителмәй...)

02.08.2019

234-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Рәйес Түләк байрамы

Бөгөн Һауа десанты ғәскәрҙәре көнө! Ауылдашым, күршем, ҡәләмдәшем, милләтебеҙҙең мәшһүр шағиры Рәйес Түләктең дә[4] байрамы...

Уның ошо ғәскәрҙәр сафында хеҙмәт иткәндән һуң әрменән ҡайтып, ҡулына гармун алып: "Военкомат ишек алдын тапамам тигән инем, тыуып үҫкән ауылымды ташламам тигән инем..." — тип төнгө ауылыбыҙ буйлап йырлап йөрөгәнен һис тә оноторлоҡ түгел.

Аллаһы Тәғәлә барыһын да күреп тора. Быға тиклем десантсылар был көндө ҡала фонтандарында һыу инә торғайны. Бөгөн иһә Өфөлә ямғыр яуа, Хоҙай уларға тәбиғи фонтан яһап ҡотлай. Уға беҙ ҙә ҡушылабыҙ!

02.08.2019

235-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Ҡытайҙар ниңә таяҡсалар менән ашай?

"Әүәле байҙар үҙҙәренә хеҙмәтсе яллағанда тәүлә ашатып ҡараған. Умырып ҡапһа, ашауының рәте бар, эшкә лә шәп, бәсәкләп маташһа, ашауының дә рәте юҡ, эшкә лә шул сама инде, тигән ҡарар сығарғандар", тип һөйләй торғайны атайым. "Ашағанда ҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен" тигән әйтем шунан киләлер. Әммә бында бер "әммә" тигән һүҙ башы килеп сыға. Улай булғас, ни өсөн иң егәрле халыҡ иҫәпләнгән япондар менән ҡытайҙар хатта дөгөнөң дөгөһөн таяҡсалар менән ашай һуң? [5]

Әл дә "Яндекс" тип аталған мәғлүмәт "Һандыҡ"сы бар. Унда был күренешкә өс сәбәп килтерелә: 1. Таяҡсаларҙы йөрөтөүе уңайлы, әгәр ҙә онотоп китһәң, теләһә ҡайһы ерҙә ағас ботаҡтарынан әтмәләп алып була. 2. Ашҡаҙанды артыҡ ашауҙан һаҡлай. Сөнки туйыу хаҡындағы сигнал кешенең мейеһенә 10-15 минуттан һуң ғына барып етә. 3. Кешенең ҡул бармаҡтары осонда интеллектты үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе күп һандағы нөктәләр бар. Таяҡсалар шул нөктәләргә массаж яһай.

Әйткәндәй, "Ашағанда ҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен" әйтеме хаҡындағы тулы мәҡәләне "Ағиҙел"дең алдағы һандарында "Ике-өс һүҙгә һыйған заман, Афоризм — ныҡ киптерелгән роман" рубрикаһында уҡырһығыҙ.

05.08.2019

236-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Башҡортса һөйләшһәм, үҙемде азат тоям

Республикабыҙҙа башҡорт телендә иркен аралашҡан күп кенә башҡа милләт вәкилдәре бар. Быйыл шундайҙарҙың береһе — Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһынан Виталий Табанаков менән таныштым. Ул ҡасабаның оло юлға сыҡҡан сатында ҡымыҙ һатып тора ине. Һөйләшеп киттек.

Уның менән аудиояҙманы сайтта тыңлағыҙ.

Виталий Табанаковтың яҙмаһын һылтанмаға [6] баҫып тыңлай алаһығыҙ.

Тыңлау аппаратығыҙҙың тауышын асыңҡырап тыңлауығыҙ һорала.

06.08.2019

237-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Өлкән чабан булыр инең

Яңыраҡ тыуған ауылыма ҡайтҡанда тиҫтерем Әхәт Алтынбаев осраны. Колхозда һыйыр көтөүсеһе булып эшләп йөрөй икән. Әле лә ат арбаһына ултырып йәйләүгә китеп барышы. Әйткәндәй, 1979 йылда мин ауылдан сығып киткәндә лә, һыйыр көтә ине. Күрештек. Ҡосаҡлаштыҡ. [7] Беҙҙең арала шундайыраҡ һөйләшеү булды...

-- 1979 йылда мин ауылдан сығып киткәнгә 40 йыл үткән, Әхәт дуҫ. Иҫләйһеңме, һин Ташкит туҡталышына ат менән кемделер автобусҡа алып килгәйнең. Мин шул автобусҡа ултырып Өфөгә юлландым...

-- Иҫләйем, күрше, мин һаман шул һауын гуртында көтөүсе булып эшләйем инде...

-- 40 йыл буйына бер төрлө эш ялҡытманымы ни?

-- Атыу ҡайҙа барайым инде? Ауылда башҡа эш тә юҡ. Һин дә Өфөгә сығып киткән сағыңда чабан булып эшләй инең. Шул саҡ ауылдан китмәгән булһаң, моғайын, өлкән чабан итеп ҡуйырҙар ине үҙеңде...

Шулай тине лә Әхәт тиҫтерем: "Шаяртам, өлкән чабан була алмаҫ инең. Сөнки колхозда һарыҡты бөтөрҙөләр", — тип үҙ-үҙен төҙәтеп ҡуйҙы, етди генә итеп.

06.08.2019

238-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Ғәҙәт ҡылыҡтың ҡустыһымы?

Ғәҙәт – ҡылыҡтың энеһе,
Бик ғәжәп бит ул ғәҙәт,
Һунар сыға һалыуыма
Шул ғәҙәт булды сәбәп...

Был юлдар Мостай Кәримдең "Үлмәҫбай" поэмаһынан алынды. Ысынлап та, ни өсөн ғәҙәт ҡылыҡтың ҡустыһы икән? Шул хаҡта фекер йөрөтөп ҡарайыҡ. [8]

Иң тәүҙә шундай һорауға яуап эҙләйек? Нимә була һуң ул ҡылыҡ һәм ғәҙәт? Ниндәйҙер күренеште, сифатты ҡылыҡһырлаған билдәне ҡылыҡ тиҙәр. Ғәҙәт иһә тотороҡло, ул – “традицияға” әүерелгән ҡылыҡ. Сағыштырыу өсөн ҡылыҡты ҡаймаҡ, ғәҙәтте май тип алайыҡ. Ҡаймаҡтан май яҙалар. Улайһа, нимә ул һуң һөт? Һөт ул ғәмәл, бер тапҡыр башҡарылған эш. Ғәмәл бер нисә тапҡыр үтәлһә – ҡылыҡҡа, бер нисә тапҡыр үтәлгәне – ғәҙәткә, ғәҙәткә күскәне – холоҡҡа әүерелә. Холоҡ – ул характер, ә характер – яҙмыш. Тимәк, бер үк ғәмәлде даими башҡарып, холҡоңдо, тимәк, яҙмышыңды үҙгәртеп була. Һөттән май эшләп була, ә майҙан кире һөт яһау мөмкин түгел...

07.08.2019

239-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Подъездар, ихаталар, урмандар – йәмәғәтселек йөҙөбөҙ!

Подъезыбыҙҙа, йорт ихатабыҙҙа ремонт эштәре башланды. Тимәк, тиҙҙән эстән генә түгел, тыштан да ялтырап торасаҡбыҙ. Шул ыңғайҙан башҡа ҡыҙыҡ ҡына уйҙар ҙа килеп ҡуя: ни өсөн шәхси йорттарҙа, ауылдарҙа йәшәүселәр ихатаһын, йорт алдын таҙа тоторға тырыша ла, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр тик фатирҙарын таҙа, тәртиптә тотоуҙы ҡайғырта һуң? Нимә генә тимә, йәмәғәтселек тап подъездан, ихатанан башлана бит?..

Тимәк, подъездарыбыҙ, ихаталарыбыҙ беҙҙең йәмәғәтселек йөҙөбөҙҙө күрһәтә. [9] Фатирыбыҙға евроремонт эшләү, эсендә затлы мебель ултырыу менәнме ни – фатир ишеген асып коридорға сығыу менән ташландыҡ бәҙрәф тәртипһеҙлеге башланғас. Мәсьәләнең парадокслы булыуы шунда: беҙ был осраҡта эстән ялтырап, тыштан ҡалтырап торабыҙ.

Әлеге мәлдә эсебеҙ менән тышыбыҙҙы тап килтереү өсөн ҙур суммала сығымдар һалынып, ремонт эштәре бара. Артабан был кимәлде һаҡлар өсөн беҙгә йәмәғәтселек йөҙөбөҙҙө үҙгәртеү талап ителәсәк. Әйткәндәй, тәбиғәттә лә шулай уҡ йәмәғәтселек йөҙөбөҙ сағыла. Быйылғы йәй, мәҫәлән, меңәр-меңәр гектарҙа урмандар янды...

07.08.2019

240-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Ҡыҙҙар беҙҙе нисек һайлай?

Беҙ, ир-аттар, йыш ҡына "буласаҡ кәләштәребеҙҙе үҙебеҙ һайлап алабыҙ" тип хаталанабыҙ. Әгәр ҙә ҡыҙ кеше, һиңә кейәүгә сыҡмайым, ти икән, ней нәмә эшләй алабыҙ инде?

Бал ҡорттары һәм бөркөттәр донъяһы был йәһәттән бик ҡыҙыҡлы. Инә бал ҡорто умартанан сығып һауаға күтәрелә, ҡайһы ата ҡорт уны ҡыуып етә ала, шуның менән ҡауыша. Инә бөркөт иһә ағас ботағын тырнаҡтарына эләктереп һауаға күтәрелә. Шунан уны ысҡындыра. Парлыҡҡа дәғүә итеүсе ата бөркөт ботаҡты, ергә төшмәҫ элек, тотоп ала. Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатлана, инә бөркөт һынауҙы уңышлы үтә алғаны менән генә парлаша. Урынлы һорау тыуа: ни өсөн ул себештәренең буласаҡ атаһын тик ошо юл менән һынай икән? [10]

Себештәрен осорға өйрәткәндә кәрәк икән ата бөркөттөң был һәләте. Тик ата-инәһе килтергән ризыҡ менән генә ояла туҡланып ятыусы себештәргә ризыҡ бирмәй башлайҙар бер саҡ. Аслыҡ үҙенекен итә. Етмәһә, ата бөркөт менән инә бөркөт килтергән ризыҡты оя янындағы ағас ботағына ултырып үҙҙәре ашарға керешә. Себештәрен ошо рәүешле тамшандыра улар. Себештәр, билдәле, уларға ынтыла, шунан ояның ситенә сығып, ергә ҡолай башлай. Шул саҡта ата бөркөт таш кеүек ергә шыҡыйып, себеше ергә төшөп йәнселмәҫ элек һыртына ултыртып алып, кире ояға алып менә. Осорға өйрәнеүҙең тәүге күнекмәләре ошо рәүешле башлана.

Һе, ҡыҙыҡ, ә ҡыҙҙар беҙҙе нисек һайлай икән?

08.08.2019

241-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Абыжыр! Әсмәйел! Бирәнҡорһаҡ!

Был хәл булғанмылыр-юҡмылыр, үҙебеҙҙең яҡта ишеттем. Икеһе лә 80 йәшен тултырғас, ҡатыны иренә:[11]

– Бабай, мына икебеҙ ҙә һикһәнде тултырҙыҡ. Баларыбыҙ эйәле-башлы булып бөттө. Барыһы ла: кейәбеҙ, тиһәк, кейемебеҙ, ашайбыҙ, тиһәк, ризығыбыҙ бар. Балалар ҙа өрмәгән ергә ултыртмай. Шулай ҙа һинең ошо йәшеңдә ниндәй теләк-ниәттәрең бар? – тип өндәшкән ти.

– Эх, әбей, быға тиклем гел балалар тип йәшәнек, тапҡан-таянғаныбыҙҙы уларға тотондоҡ. Ошо йәшкә еткәндән һуң, тик үҙебеҙ өсөн, туйғансы йәшәргә ине, – тигән бабайы.

– Абыжыр! Әсмәйел! Бирәнҡорһаҡ! – тип уға өндәшкән әбейе. – Һаман да йәшәп туйманыңмы ни?

Беҙҙең яҡта "абыжыр" (обжора) тип туймаҫ, мәсекәй кешегә әйтәләр.

13.08.2019

242-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Һулаҡайҙың бисмиллаһы һулымы?

Бөгөн "Юлдаш" радиоһы егеттәре "Бөтә донъя һулаҡайҙар көнө" уңайынан ҡыҙыҡлы һөйләшеү ойошторҙо. Һорау шулай ҡуйылды: "Һулаҡайҙарға ниндәй ғәмәлде башҡарыуы ауыр?" Беҙҙең ауылда, мәҫәлән, "Һулаҡайға һурпа юҡ" тиҙәр. Ысынлап та, гел уң ҡулы менән ашаған кешеләр араһында ултырған һулаҡай ҡалағы менән һурпаһын эсә алмай, түгеп бөтөрә икән. Ә бына "Һулаҡайҙың бисмиллаһы һулымы?" тигән һорауға нисек яуап бирергә икән?

Иң башта шундай һорауға яуап эҙләп ҡарайыҡ: Телебеҙҙәге "уңыу", "уңыш" һүҙҙәренең нигеҙендә "уң" тамыры ятамы, әллә киреһенсәме? Һәр бер телдәге тамыр һүҙҙәрҙең кешенең тән ағзаларына бәйле булыуын иҫәпкә алғанда, "уңыу" менән "уңыш"тың "уң" ҡул менән башҡарылған ғәмәлдең һөҙөмтәһе икәнлеген аңлауы ҡыйын түгел. Ошонан сығып фекер йөрөтһәк, тимәк, һулаҡай кешенең уңы һул ҡулы икән, тимәк бындай кеше ҡәҙимге кешеләрҙән айырмалы рәүештә дини талап буйынса ғәмәлдәрҙе һул ҡулы, аяғы менән башҡара башлай икән, уның бисмиллаһы ла һулы булып сыға түгелме?

13.08.2019

243-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Ҡош аулаған ни өсөн йәлсемәй?

Халыҡ мәҡәлендә шулай әйтелә: ҡош аулаған йәлсемәҫ. Ҡоштарға һунар итеүселәрҙең тормошонда көтөлмәгән күңелһеҙ хәлдәрҙең килеп сығыуы хаҡында күп миҫалдар килтерергә мөмкин булыр ине. Ысынлап та, ни өсөн ҡош аулаған йәлсемәй һуң?

"Сәскәләр менән һандуғас Тәңрегә тәсбих әйтәләр", ти Салауат батыр бер шиғырында. Сәскәләрҙең ни өсөн күҙҙең яуын алырлыҡ матур булыуы, ҡоштарҙың үҙәкте өҙөрлөк итеп һайрауы был йәһәттән аңлашыла. Ҡоштар Хоҙайға дан йырлай, зекер әйтә, сәскәләр Уның барлығына ҡыуана. Тимәк Хоҙайҙың йырсыһына ҡул һуҙыусы язаһын да татыйҙыр. Ҡоштарҙы Хоҙай ҡанатлы итеп, туфан ҡалҡҡанда һауаға осоп ҡотола алһындар, тигәндер. Ә инде ҡош ите ашамайса сыҙай алмаусылар өсөн Хоҙай йорт ҡоштарын бар иткән.

15.08.2019

244-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Уҡытыусыларҙың мәктәп формаһы, йәки ни өсөн ашҡа тоҙ һалалар?

Афарин, "Юлдаш" радиоһы егеттәре! Зарланырға юл ҡуймай, ҡыҙыҡлы темалар табып ҡына торалар! Бөгөн "Мәктәп уҡытыусыларына берҙәм форма кәрәкме?" тигән теманы әңгәмәгә сығарҙылар. Шәхсән үҙемә килгәндә, мин быны хуплайым да, ҡаршымын да. Хуплайым шуның өсөн, берҙәм форма мәктәптә, урамда, йәмәғәтселек урындарында уҡытыусыны таныулы итәсәк. Икенсенән, әрмеләге кеүек үк, берҙәм форма тәртипкә, дисциплинаға өйрәтә, сөнки форма йөкмәткене лә билдәләй. Ҡаршымын: һәр уҡытыусының үҙ йөҙө, индивидуаль стиле бар, берҙәм форма шуны юҡҡа сығармаҫ, тип кем әйтер?

Ҡаршымын тағы шуның өсөн... [12]

Шундай сағыштырыу. Йә, әйтегеҙ, ни өсөн ашҡа тоҙ һалалар? Автоматик яуап шулай яңғырар ине: аш тәмле булһын, тоҙо сыҡһын өсөн! Дөрөҫ, әммә иң мөһиме – ашҡа тоҙҙо башҡа еҫтәрҙе ҡаплар, юҡҡа сығарыр өсөн (әйтәйек, ит бешергәндә ҡан еҫен юҡҡа сығарыр өсөн) һалалар. Тап шуның кеүек кеше кейемде башҡалар алдында матур күренер, бер үк ваҡытта, идеаль атлетлыҡҡа тап килеп бөтмәгән "етешһеҙлектәрен" ҡаплар өсөн дә кейә, һайлай. Ә инде уҡытыусылар өсөн берҙәм форма быға булышлыҡ итер, тип, йә, кемегеҙ әйтә ала?

16.08.2019

245-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Урынымды алмауығыҙҙы һорайым!

1987 йылдың 16 авгусында билдәле актер Андрей Мироновтың йөрәге тибеүҙән туҡтай. Уның тормошонан ҡыҙыҡлы бер ваҡиға, кем белә бәлки ҡыҙыҡлы ла түгелдер. 1976 йылда актер тәүге ҡатыны Екатерина Градова ("Яҙҙың 17 миҙгеле" фильмында Кэт ролен башҡара) менән айырылышҡан саҡта шундай хат-иғлан ҡалдыра... [13]

Катя-Кэт Андрейҙың икенсе бер ҡатын менән мауығыуын кисерә алмай. Һуңынан сәнғәттән китеп, дингә килгәс, ирен ғәфү итмәй, оло хата яһауын аңлай. Андрей Миронов иһә, театрҙың тамашасылар залындағы һымаҡ, табличка рәүешендә хат-иғлан яҙып, Катяға биреп китә. Унда шундай һүҙҙәр яҙылған була: "Урынымды алмауығыҙҙы һорайым!" Ысынлап та, үҙе иҫән саҡта, уның урынын бер кем дә биләмәй. Ире үлеүгә байтаҡ йылдар үткәс кенә Екатерина Градова кейәүгә сыға.

17.08.2019

246-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Баҫ, ҡыҙым Әпипә!

Айыуҙы ла бейергә өйрәтеп була, тиҙәр. Ихлас тотонһаң, айыуҙы ғына түгел, ҡаҙҙы ла [14]бейетеп була. Ышанмаһағыҙ, бына ҡарағыҙ: Ҡаҙ бейетәләр

18.08.2019

247-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Ҡайны атай түгел

Һуңғы ваҡытта шундай бер сәйер күренешкә иғтибар итмәү мөмкин түгел. Бигерәк тә, яңы өйләнешкән ҡайһы бер йәштәр, бер-береһенең туғандарына тормош иптәше кеүек үк (ҡайныһына – атай, ҡәйнәһенә, бейеменә – әсәй, ҡайнағаһына – ағай, ҡайынбикәһенә – апай һ.б.) туғанлыҡты белдергән һүҙҙәр менән өндәшеп, оло гонаһҡа бата.

Ә бит туған телебеҙҙә өйләнешеүгә бәйле ҡайны, ҡәйнә, бейем, ҡайнаға, ҡайынбикә, ҡайынһеңле, ҡәйенеңгә, балдыҙ, ҡәйнеш, бикәс, бажа, ҡоҙа, ҡоҙағый, ҡоҙаса, кейәүңәре, апһын, килендәш, һыйлым һ.б. кеүек шундайын матур, һутлы һүҙҙәр бар. Ысынында иһә, был һүҙҙәр икенсе кешене атай, әсәй, ағай, апай, һеңле, ҡусты һ.б. тип атамаҫ өсөн барлыҡҡа килгән һәм уларҙың күбеһенең нигеҙендә "ағай-эне" (халыҡта әғәйне тигән һүҙ ҙә бар) тамыры ята. Әйтәйек, ҡайны – ағайны, ҡәйнә – әғәйнә, ҡайнаға – ағайны-ағай, ҡәйнеш – әғәйнеш һ.б.

"Гонаһ" тип әйтеүем шунан, имам Әл-Бохариҙың бер хәҙисе бар: "Үҙ атаһының кем икәнен белә тороп, икенсе кешене атайым, тип таныусы кеше мотлаҡ рәүештә гонаһҡа бата, шулай уҡ үҙен икенсе халыҡ вәкиле тип иҫәпләүсе кеше лә тамуҡтағы үҙ урынын алһын..."

19.08.2019

248-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Атайым бер тапҡыр ғына әрләне

Бөгөн атайымдың, Ғүмәр Халис улының тыуған көнө. Ул 1930 йылдың 20 авгусында донъяға килеп, ғүмере буйы колхозда эшләп, 11 балаға ғүмер биреп, хаж сәфәре ҡылып, 2010 йылдың 11 ноябрендә баҡыйлыҡҡа күсте[15]. Улдарым тыуған саҡта уларға үҙенең исемен фамилия итеп биреүемде үтенгәйне. Ниңәлер килеп сыҡманы. Шуға күрә уның исемен вафатынан һуң фамилияма ҡушма итеп алдым. Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай булып китеүем шунан. Берҙән, ҡайҙалыр нимәлер яҙһам, уны белеүселәр үҙен иҫенә төшөрһөн, тинем, икенсенән, уның исеме менән ҡултамғамды ҡуйғас, әйтер һүҙем өсөн яуаплылыҡ та бар мин дә. Яуаплылыҡ тигәндән, атайым үҙ ғүмерендә мине мин бер тапҡыр ғына әрләне.

Әрләү генә тиһегеҙме, һыу эскеһеҙ итте. "Йәшлек" гәзитенең яңы сыға башлаған сағында "Беҙ барыбер мәжүси" тигән мәҡәләм сыҡҡайны. Йәшлек максимализмы менән яҙғайным уны. Минең фекерҙе инҡар итеүселәрҙең мәҡәләләре баҫыла башлағас, атайым: "Атай-олатайҙарыбыҙ динебеҙ, тип йәнен фиҙа ҡылған, фәлән-төгән..." — тип башлап китеп, тетмәмде тетте генә. Түҙеп кенә тор! Хәҙер уның ана шулай итеп, һыу эскеһеҙ итеп әрләгән сағын да һағынам. Ҡайтып, бер әрләһә ине...

20.08.2019

249-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Күрһәтмәй алған бур түгелме?

Халыҡта "бурҙың бүрке яна" тигән әйтем бар. Тарихы былайыраҡ: имеш, бер ауылда кемдеңдер ҡиммәтле әйбере юғалған. Әйбер табылмағас, хужаһы ауыл аҡһаҡалына мөрәжәғәт иткән. Ул иһә барса халыҡты бер урынға йыйырға ҡушҡан. Барыһы ла йыйылғас, аҡһаҡал уларға ҡарап, ҡапыл: "Ҡарағыҙ, йәмәғәт, ана, бурҙың бүрке яна, тотоғоҙ!" – тип ҡысҡырған[16]. Шул саҡ бур бүреген тотоп ҡараған һәм тотолған.

Тағы ла бер һорау: ә бына күрһәтмәй урлаған, тотолмаған кешене бур тип атап буламы?

Был һорауға яуап таба алманым һәм ошо шиғырҙы ғына яҙырға мәжбүр булдым:

Парадокс

“Аҡсамды кем урланы?” – тип,
Афзал яу һалды.
Ғаззал әйтә: “Урламаным,
Күрһәтмәй алдым...”

“Күрһәтмәйсә алғасың һуң,
Бурһың...” – ти Афзал.
“Күрһәтһәм бит, мине бур, тип
Әйтәң...” – ти Ғаззал.

...Олигархтар ил байлығын
Күрһәтеп урлай.
Шуғалыр ҙа уларҙы “Бур!”,
Тип атап булмай...

21.08.2019

250-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Сисенеүселәр быуыны

Ауылда тыуып үҫеп, Өфөгә килеп төпләнгән 30 йәштәр самаһындағы бер таныш егетте осраттым. Хәлдәрен һорашҡайным: – Эшемдән систеләр. Кәләш бала менән ултыра. Фатир сисеп йәшәгәс, еңел түгел. Хәҙер барып банктан һуңғы аҡсаны сисеп алам да, хужаға алып барып бирәм, – тип хәлдәренең әллә ни яҡшы булмауы хаҡында һөйләп китте.

Һанай китһәң, бындай миҫалдар бихисап. Һуңғы йылдарҙа хатта әҙәби әҫәрҙәрҙә лә ошондай "сисенеүселәр" күбәйҙе. Хата төҙәтерлек булыр ине, был хәл бер "сисенеү"гә генә ҡағылһа...

Мәскәү дәүләт университетының журналистар факультетына уҡырға инеүселәрҙән тикшереү диктанты яҙҙырып ҡарағандар. Унда 229 беренсе курс студентының 18 проценты ғына бер битлек текста 8-ҙән аҙыраҡ, 82 проценты 24-25 хата ебәргән. Күп осраған хаталар "нез наю", "генирал"– генерал, "через-чюр"– чересчур, "поциэнт" – пациент, врочи-врачи һ.б. Университет уҡытыусылары бәләнең башын берҙәм дәүләт имтиханында күрә.

22.08.2019

251-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Бер ҡайҙа ла төбәлмәгән ҡараш

Фото төшөрөү менән үҫмер саҡта уҡ шөғөлләнә башланым: тәүҙә "Вилия-авто" тигән фотоаппарат һатып алдым, унан, һанлы аппараттар сыҡҡас, тағы ла дәртләнеберәк тотондом. Хәҙер, смартфон тигән хикмәт барлыҡҡа килгәс, һәр кем кеүек, мин дә фото төшөрөү менән мауығам. Әммә һис ҡасан да уңышлы фото төшөрә алманым, буғай.

Профессиональ фото төшөрөүселәр минең уңышһыҙлыҡты шулай аңлата: фото объекты булыусы кеше ҡыланмаҫҡа, ғөмүмән, фотоға төшәм, тип уйламаҫҡа, урыҫса әйткәндә, “позировать” итмәҫкә тейеш. Үҙемә оҡшаған, уңышлы тип иҫәпләгән тәүге фотомды мин ошо көндәрҙә төшөрҙөм. Уңышымдың сере шул: ундағы өс кешенең ҡараштары бер ҡайҙа ла төбәлмәгән[17].

Бер ыңғай, яңылышмаһам, фото оҫталарының бер серен дә астым шигетте. Улар бер иш фотоны бер нисә секунд эсендә тиҫтәләгән данала шаҡылдатып төшөрә лә, уларҙың араһынан берәүһен генә һайлап алып, ҡалғандарын юйҙыра. Ана шул берәүһендә фотоға төшөүсенең ҡарашы бер ҡайҙа ла төбәлмәгән (взгляд в никуда) булыуы шарт. Әгәр ҙә унда бер нисә кеше икән, тимәк барыһының да ошондай хәләттә булғанын табырға, бының өсөн тағы ла күберәк фотолар талап ителә. Хәҙер инде шундай һорауға яуап эҙләп ҡарайыҡ: ҡараштары бер ҡайҙа ла төбәлмәгән кеше ниндәй һуң ул? Эйе, ул ҡыланмаған, позировать итеп үҙен әллә кем итеп тоймаған, тәкәбберлектән азат булған, Хоҙай хозурындағы бәндә.

26.08.2019

252-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Ҡараштар осрашҡан самауыр

Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәүсе Ҡотлоғәләмова Гөлнара апайҙың йортона барып ингәс тә, ҡарашым түрбашта әйҙүкләп ултырған еҙ самауырға төштө. Сәй эскәндә лә һүҙебеҙ шул хаҡта барҙы[18]. Самауыр халҡыбыҙҙың арҙаҡлы моң эйәһе, Гөлнара апайҙың атаһы Кәрим Дияров менән әсәһе Фәрзәнәнең ҡомартҡы бүләге, ул 158 йыл элек яһалған. Был хазинаға ҡараным да, унда халҡыбыҙҙың аҫыл улдары Ишмулла Дилмөхәмәтовтың, Ғата Сөләймәновтың, Рамаҙан Йәнбәковтың, Юлай Ғәйнетдиновтың, Рәшит Шәкүрҙең ҡараштары осрашып, киләсәккә төбәлгәнен күрҙем.

Юлай Ғәйнетдинов тәүге тапҡыр был самауырҙан сәй эсеүен шулай хәтерләй: "1974 йылда тыуған ауылым Таулыҡайҙан "Минск" мотоциклы менән Ниғәмәт ауылына Кәрим ағай Дияровтарға барҙым. Һаулыҡ һорашҡас, ағай: "Кем балаһы булаһың?"— тип кенә һорашты ла, табынға саҡырҙылар. Шунда тәүге тапҡыр еҙ самауырҙан сәй эстем. Артабан ағай магнитофонын тоҡандырып, миңә яҙмаларын тыңлатты. Ғүмеремдең бәхетле бер миҙгеле 4 сәғәткә һуҙылды. Кәрим ағай мине ошо рәүешле һынаны. Бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Остаз булыр өсөн һабаҡтар биреү ҙә, кәңәштәр әйтеү ҙә, аҡыл өйрәтеү ҙә кәрәк булмауын шул саҡта аңланым..."

Видеояҙмала Гөлнара Ҡотлоғәләмова һөйләй[19].

27.08.2019

253-сө күҙәтеүем

үҙгәртергә

Уйҙы тыйып буламы?

Үҫмер саҡта бер олатай менән, ат арбаһына ултырып, бесәндән ҡайтып киләбеҙ. Беҙҙең арала әңгәмә үҙенән-үҙе башланды: – Нимә хаҡында уйлайһың, олатай? – Уйҙы тыйып булмай ул, улым, нимә генә килмәй был башҡа, яҡшыһы ла, насары ла... – Нишләп тыйып булмаһын, олатай, насарын уйламайһың да ҡуяһың... – Улай иткәнем бар, тик уларҙы ҡыуған һайын нығыраҡ башҡа йәбешә... – Әле бына нимә хаҡында уйлайһың, олатай? – Бар уйлағаныңды әйтә башлаһың, аҡылдан яҙырһың. Бына мин, мәҫәлән, әгәр ҙә бөгөн ҡайтыуыма инәйең үлһә, анау, күршелә йәшәгән йәш кенә тол ҡатынға өйләнер инем, тип уйлайым.

Үҙем дә һиҙмәҫтән, ярамаған нәмә тураһында уйлана башлауым була, ошо әңгәмә иҫемә килеп төшә. Олатай һуғыш афәтен татыған, күп тапҡырҙар үлем менән күҙмә-күҙ осрашҡан кеше ине. Шулай ҙа, ул миңә уйлағаны хаҡында нисек итеп асыҡтан-асыҡ әйтә алды икән? Үҙенсә мине насар уйҙарҙан тыйыр өсөн һабаҡ та биргән булғандыр инде.

...Негатив менән лыҡа тулы заманда йәшәйбеҙ. Ярамаған насар уй беҙгә төрлө каналдар аша көнө-төнө ағыла. Күҙгә, ҡолаҡҡа эләккәнде күңелгә, йөрәккә үткәрмәҫ өсөн ниндәй саралар күрергә һуң? Сөнки ниндәйҙер уйҙы башыңа килтермәйем, тип тырышһаң да, күңелдә көсөргәнеш арта ла, тағы ла тәрәнгәрәк төшөп, тағы ла ауырыраҡ уйҙарға батаһың. Фәҡәт доға уҡығанда ғына насар уйҙарҙан азатмын, дөрөҫөрәге, доға уҡығанда насар уйлап, насар уйлаһың, доға уҡып булмай...

28.08.2019

254-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Ризамын һарыҡ булырға

"Бәйләнештә" селтәрендә йөрөгән ошо фотоһүрәткә[20] шиғри аңлатма бирергә йөрьәт итеп ҡараным:

Эй, кешеләр, ниңә беҙҙе
Аҡыртып тарайһығыҙ?
Ниңә һеҙ һарыҡ заттарын
Айырып ҡарайһығыҙ?

Уларҙан да һарығыраҡ
Тағы ниндәй халыҡ бар?
Йөндәрен ҡырҡып алғанға
Бәхетлерәк һарыҡтар.

Яңы йылды яңы тунда
Ҡаршылайҙар һарыҡтар.
Улар һимеҙ, беҙ, һыҙланғас
Ғүмер буйы арыҡтар!

...Хәҙер инде минең сират
Менеп баҫтым һыртыңа.
Ризамын һарыҡ булырға,
Был тунымдан ҡотолһам...

Хәҙер һеҙҙең сират, хөрмәтле дуҫтар! Һорау шундай: был фотоһүрәт нимә аңлата?


29.08.2019

255-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Беҙ – элек, улар белеп тыуған

Ҡыҙым ауылдан килгән Гөлйөҙөм апаһы менән "Ирәмәл"комплексына барып "Эбигейл" тигән фильм ҡарап ҡайтҡас, күңел тыныслығын юғалтты. Ятһа ла, торһа ла, тел осонда шул фильм. Ай-вайыбыҙға ҡарамай, әсәһе менән мине лә алып барҙы. Ҡараныҡ та, ҡыҙыбыҙҙың беҙгә ни өсөн фильмды күрһәтергә теләгәнен аңланыҡ. Идеяһы – ата менән ҡыҙҙың мөхәббәте ерҙе, кешелекте һәләкәттән ҡотҡара.

Быға тиклем башлыса тик йәнһүрәттәр генә ҡараған ҡыҙыбыҙҙың бер йәй эсендә шундай ҡатмарлы фантастик фильмдың идеяһын аңларлыҡ кимәлгә тиклем үҫешә алыуына ҡыуандыҡ та, аптыраныҡ та. Беҙ элек тыуһаҡ, хәҙерге балалар белеп тыуа шул. Әйткәндәй, фильмда төп ролде башҡарыусы Марта Тимофеева Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" әҫәре буйынса Александр Галибин төшөргән "Һеңле" фильмында (Айҙар Аҡманов сценарийы) Оксананы уйнай. Фильмдың премьераһы быйыл көҙ көтөлә.

01.09.2019

256-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Мөхәббәтле аш

1994 йыл. "Шоңҡар" журналының 4-се һанын әҙерләйбеҙ. Баш мөхәрриребеҙ, күренекле шағирәбеҙ Таңһылыу апай Ҡарамышева Мостай Кәримдең 75 йәшлек юбилейына ҡарата әңгәмәне миңә әҙерләргә ҡушты. Үҙе менән шылтыратып һөйләшкәс, Мостай ағайҙың фатирына барҙым. Сәйләп алғас, өҫтәл артына ултырып һөйләшә башланыҡ. Ике сәғәттәй ваҡыт үткәс, Рауза ханым беҙҙе төшкө ашҡа саҡырҙы. Аш тоҙлораҡ булып сыҡты. Ныҡ уңайһыҙланды Рауза инәй. Шулай ҙа: "Бәй, Мостай, ашҡа тоҙҙо күберәк һалғанмын бит, ҡунаҡ алдында уңайһыҙ", – тине ҡатыны ғәйепле төҫ менән...

Барыбыҙ ҙа шымып ҡалдыҡ. Сөнки табындың артабан нисек дауам ителере Мостай ағайҙың яуабына бәйле булғанын һәр өсөбөҙ ҙә яҡшы аңлайбыҙ. Халыҡ шағиры ошо мәл шундай һүҙ әйтте: Рауза инәйҙең йөҙөнә ҡояш ҡунды: "Борсолма, Рауза! Һин бит миңә һөйөүеңде ошо рәүешле, ашҡа тоҙ һалып белдерәһең. Ҡунағыбыҙға килгәндә, ул беҙҙең мөхәббәтебеҙҙең шаһиты..." [21]

Мостай ағайҙың ошо һүҙҙәренән һуң ҡатыны Рауза ханымдың бешергән ашы телеңде йоторлоҡ татлы ине. Мостай Кәрим менән бәйле булған ошо һәм башҡа хәтирәләрем хаҡында "Ағиҙел"дең быйылғы 10-сы һанында "Ауыртмаған йөрәк йөрәк түгел" тигән мәҡәләмдә танышырһығыҙ.

03.09.2019

257-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Әсә бала тапмаһа, үҙендә шәхесте "үлтерә"

"Юлдаш" радиоһы егеттәре тағы ла ҡыҙыҡлы: "Ғаиләлә баш баламы, уртансыһымы, әллә кинйәһеме бәхетлерәк?" тигән темаға әңгәмә ҡорҙо. Бик ваҡытлы һәм кәрәкле һөйләшеү. Психологияла "доминанта" ("өҫтөнлөк итеү")тигән төшөнсә бар. Уның буйынса әгәр ҙә әсә кеше һаулығы һәм йәш мөмкинлеге еткәнсе бала тапмаһа, йәмғиәт һәм милләт өсөн кәрәкле булған шәхесте үҙендә "үлтерә". Ни өсөн тигәндә, шәхес тәрбиәләнһен өсөн коллектив кәрәк. 2 бала коллектив була алмай, бының өсөн кәмендә 3 һәм унан да күберәк ағзаның булыуы шарт. Психологтар "Шәхес — шәхес-ара мөнәсәбәттәр ансамбле" тип тә әйтә. Ошонан сығып ҡараһаҡ, ансамбль ағзалары ни тиклем күп булһа, улар башҡарған көй ҙә, йыр ҙа аһәңлерәк, көслөрәк. Ул көй, ул моң ана шул шәхес ул! Дәлиле кәрәкме? Бына: 1 бала мәғлүмәтте ата-әсәһенән алып үҫешһә, 2-се бала тәүге бала туплаған әҙер мәғлүмәтте файҙаланып, тиҙерәк үҫешә, 3-сө бала тәүге ике баланың мәғлүмәтенә һәм тәжрибәһенә таяна. Артабан — арифметик прогрессия...

Тағы ла: даһиҙар күберәк осраҡта таҡ һанлы (1,3,5,7-се) балалар булыусан. Был хаҡта тағы бер күҙәтеүҙә дауам итербеҙ...

05.09.2019

258-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Кем ғәйепле?

Бөгөн иртәнсәк эшкә килгәндә "Газель" да урын етмәгәнлектән[22], ике ир талашып китте. Бер-береһенә әйтмәгән һүҙ ҡалдырманылар, беҙҙең ауылса әйткәндә, ауыҙҙарынан эт ашағыһыҙ һүҙҙәр ысҡынды. Талашыуҙары кульминация нөктәһенә еткәс, береһе: "Әйҙә, төшөп ҡалабыҙ ҙа, ирҙәрсә һөйләшәбеҙ..." – тигәйне, икенсеһе шымып ҡалды. Күңелдә шундай һорау тыуҙы: ике кеше талашһа, шуларҙың ҡайһыһы ғәйепле һуң?

Әлбиттә, аҡыллыһы. "Алйот еңдем, аҡыллы ҡуйҙым, ти" тип әйтелә мәҡәлдә. Тимәк, ике кеше талашһа, уларҙың аҡыллыһы ғәйепле булып сыға. Шымып ҡалған ир, әгәр ҙә баштан уҡ шулай иткән булһа, транспортта барған күптәрҙең һәм үҙҙәренең кәйефтәре ҡырылмаҫ ине.

10.09.2019

259-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Эсеү ташлау шатлығы

11 сентябрь – Рәсәйҙә айныҡлыҡ көнө. 21 йыл айныҡ тормош алып барған кеше булараҡ, күп һанлы күҙәтеүҙәремдән сығып шуны ғына әйтә алам: эскелек беҙҙә милли трагедияға (ундай ҡурҡыныс бар ине) әүерелмәне. Ташлай алмаусылар донъялыҡ менән хушлашты, ҡотолоусылар донъяға яңыса ҡараш менән йәшәй башланы, хәҙерге йәштәрҙең иң ҙур өлөшө эскелекте бар тип тә белмәй. "Милләт эсә" тиеүселәр төптө хаталана. Айырым кешеләр генә милләт була алмай. Хәҙер ҡайһы бер туйҙарҙа хатта эсерерлек кеше таба алмайҙар.

Форсаттан файҙаланып эскелеккә бәйле бер лаҡап.

Бер кеше өс көн эшенә килмәгән. Дүртенсе көн генә килгәс, хужаһы унан ниңә эшкә килмәүен һорашҡас, теге:

– Эсеү ташлағайным, шуның шатлығынан эсеп ташлағанмын, - тигән...

– Иртәгәһенә ниңә килмәнең? – тағы һораған хужаһы.

– Баш төҙәттем...

– Кисә ниңә килмәнең? - тигән йәнә хужа,

– Бахмур булды..


11.09.2019

260-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Ҡыҙымдың ҡыҙыҡтары йәки рус апай башҡортса һөйләне...

Ҡыҙыбыҙҙың үҙе генә уйлап сығарған һүҙҙәре бар. Шуларҙың тәүгеһе – "сәйнәк" йәғни һағыҙҙы ул шулай атаны. (Артабан да уның һүҙҙәрен килтерермен). Бер ваҡыт шулай сәй эсеп ултырғанда беҙ уға халҡыбыҙҙың боронғо йолалары, уларҙың әһәмиәте хаҡында әйтә башлағайныҡ, ул: "Атай, әсәй, һеҙ Урал батырға оҡшағанһығыҙ!" – тип әйтеп һалды. Яңыраҡ ҡурсаҡтар башҡарыуында спектакль ҡарап ҡайтты ла, Америка асҡан кешеләй...

– Атай, әсәй, унда бер рус апай башҡортса һөйләне. Мин уның әйткәндәренең яртыһын ғына аңланым, – тип әйтеп һалды. Баҡтиһәң, унда бер урында спектакль сюжеты буйынса сыуаш телендә һөйләшеү булған икән. [23]

12.09.2019

261-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Амаһам, амайым, пописымды һамайым...

Элек колхоз-совхоздар гөрләп эшләгән заманда баҫыуҙарҙы һаҡлаусы кешене әбйәшник (объездчик) тип атап йөрөттөләр. Улар хужалыҡтың иген баҫыуҙарын тапаған малды бикләп, акт төҙөп, хужаларынан штраф түләтә торғайнылар. Бер ауылда һыйырҙары бикләнгән кеше әбйәшниккә килгән. Тегеһе акт төҙөп, ҡултамғаһын ҡуйҙыртҡас ҡына һыйырҙарыңды алырһың, тигән. Мал хужаһы ҡултамғаһын ҡуйыуҙан баш тартҡан да, китер алдынан былай тип әйткән:

– Амаһам, амайым, пописымды һамайым...

Хужа һыйырҙарын нисек итеп алғандыр, әммә "Амаһам, амайым..." тигән лаҡабы тороп ҡалған.

Яҡынса ваҡиға ҡайһы төбәктә барғанлығын төҫмөрләйһегеҙҙер. Ғөмүмән, туған телебеҙҙең рәсми танылған диалекттарынан тыш ошондай һөйләштәре лә бихисап. "Киске Өфө"лә эшләгәндә редакциябыҙҙа ике хеҙмәттәшебеҙҙең – Ейәнсуранан Илдар Туймаҡаев менән Рәшиҙә Махиянованың (икеһе лә мәрхүм, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын) йырлап һөйләшеүен кинәнеп тыңлай торғайныҡ. Улар: "Атла-а-а-а-р, һыйырла-а-а-ар, авызый-мыртыла-а-а-а-ар", тип һандуғас кеүек һайраша инеләр.

Тәтешле башҡорттары телмәрендә "ҙ" өнөн күп ҡуллана, Ғафуриҙар менән Биләрит ҡатайҙары "тегентә-анта-мынта" тип һөйләшһә, сабыйға оҡшап китәләр һ.б.

13.09.2019

262-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Көртмәле фәлсәфәһе

Ял көндәрендә Белорет районының Шығай ауылында йәшәүсе ғаилә дуҫтарыбыҙ Сәғирә менән Фәнил Ғәлиуллиндар беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы. Рәхмәт уларға, матур ял иттек![24]

Шәмбе урманға көртмәле йыйырға барҙыҡ. Үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр был емеште йыйғанға күрә уны ҡыуаҡта үҫә икән тип уйлап, Фәнил дуҫтан көртмәле ҡыуаҡтары бейекме, тип һорап оятҡа ҡалдым. Иң ҡыҙығы емеште йыя башлағас башланды. "Урманды ғына күргән бар, мин бит Баймаҡтан..." тигән ғорур ҡиәфәт менән атлап йөрөйөм. Тик ике сәғәт үткәнсә күнәгемдең төбө лә йәйелмәй. Башҡалар яртылаш һауыттарын тултырҙы. Бы ни ғәләмәт, тип эйелә төштөм һәм ни күрәйем...

Тубыҡланып эйелеп, тәүҙә күҙгә салынған көртмәлене өҙһәң генә башҡалары күҙгә ташлана икән. Ошонан һуң тыуҙы "Көртмәле фәлсәфәһе":

  1. Хоҙай үҙенә баш эйеп, сәждәгә китһәң генә теләгәнеңде алдыңа килтерә.
  2. Ғорурҙың (шулай уҡ тәкәбберҙең) һауыты буш.
  3. Беҙ һәр ваҡыт алдыбыҙға уңыштың күп һәм ҡапыл килгәнен көтөп яңылышабыҙ. Бер ус көртмәле бер бөртөктән башлап йыйыла, оҙон уңышлы юл тәүге аҙымдан башлана.
  4. Тормошта ниндәйҙер маҡсатыңа эҙмә-эҙлелекле рәүештә барһаң ғына барып етеп була.
  5. Ысын тормош меңәр-меңәр кешеләр ҡайнашҡан ҡалаларҙа түгел, ауылдарҙа, тәбиғәттә бара, ысын дуҫтар ҙа шунда табыла.
  6. Тәмле нәмә күп булһа ла, файҙалыһы аҙ була.

16.09.2019

263-сө күҙәтеүем

үҙгәртергә

Башҡорт Булдаковы "Үлмәҫбай"ҙы һөйләй

Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы ир-уҙаманы Зариф Фәйзуллинды тәүге тапҡыр күргәс тә, тауышын ишеткәс тә, актер Алексей Булдаковҡа оҡшаттым. [25] Ивановка ауылында йәшәгән сағында ундағы урыҫтар Зариф ағайҙы юҡҡа ғына "Генерал" тип йөрөтмәгән икән дә! Шул тиклем дә кеше кешегә оҡшай икән дә! Оҡшай ғына тиһеңме, һуйған да ҡаплаған! Эйе, тап Алексей Булдаков генерал (прототибы генерал Александр Лебедь) ролен уйнаған "Милли һунар үҙенсәлектәре" фильмындағы тауыш. Хатта кейемдәре лә шул уҡ.. Һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙмайынса "Генерал" Зариф Фәйзуллин башҡарыуында "Үлмәҫбай"ҙы тыңлайыҡ.

Яҙма Йәнтеш ауылы янында төнгө Һаҡмар ярында төшөрөлдө.

Видеоны ҡарау өсөн ошо һылтанмаға баҫығыҙ: [26]

23.09.2019

264-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Эт – бүрелектән арыған бүре

Бөгөн "Теге өсәү"ҙәр иртәнге эфирҙа ауылдарҙа кешеләрҙең малына йоғоноусы бүреләр, айыуҙар хаҡында әңгәмә ҡорҙо. Хәҙер был йыртҡыстар хатта һарайҙарға инеп малдарҙы тамаҡлай. Күптәр был күңелһеҙ күренештәрҙең сәбәбен малдарҙы һаҡлау, айыу-бүрене аулау хеҙмәттәренең насар ойошторолоуында күрә. Әңгәмә үҙенән-үҙе икенсе бер оло мәсьәләгә барып ялғана. Төптән уйлап ҡараһаң, йыртҡыстарҙың аяуһыҙлығында кеше үҙе ғәйепле. Ни өсөн тигәндә...

Миллиондарса гектар урмандарҙың яныуы, айыуҙар, бүреләр ризығы һаналған йәнлектәрҙең һунарсылар тарафынан күпләп ауланыуы йыртҡыстарҙы кешеләргә яҡынларға мәжбүр итә лә инде. Яҙыусы Спартак Ильясов үҙенең "Сағымдағы олоу" повесында тап ошо процесты һүрәтләй. Әҫәрҙә бүренең юғарыла һанап үтелгән сәбәптәр арҡаһында нисек итеп эткә әүерелеүе лә бәйән ителә. Автор бүрелəр, эттəр һəм бүреттəр тормошон бəйəн итеп, асылда, кешелектең һуңғы ике быуатта бүрет халəтендə тороп ҡалғандарға ишара яһап, беҙҙе ҙур бер фажиғəнəн иҫкəртə, кеүек. Беҙ барыбыҙ ҙа шул бүрет Етем кеүек ике арауыҡта баҫып тормайбыҙмы икəн:
– береһендə формалашҡан, икенсеһендə йəшəргə мəжбүр ителгəн ике ижтимағи ҡоролош араһында;
– меңəр йыллыҡ тəжрибə тупланған тарихыбыҙ менəн билдəһеҙ килəсəк араһында;
– ғөрөф-ғəҙəтебеҙ, йола-традицияларыбыҙ менəн глобаллəшеү араһында;
– ожмах менəн тамуҡ араһында;
– көн менəн төн араһында;
– миллəт менəн миллəт араһында;
– ауыл менəн ҡала араһында;
– аҡыл менəн тойғо араһында;
– матди байлыҡ менəн рух араһында;
– йəн менəн тəн араһында;
– йəшəү менəн үлем араһында... [27]

24.09.2019

265-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Ирен хурлаған — балаһының юлын япҡан...

Йортоноң табын артына ниндәй генә затлы ҡунаҡтар килеп ултырмаһын, иң тәүҙә иренең алдына йылмайып килеп ризыҡ ҡуйған мөләйем ҡатынды беләм. Яйын тап килтереп үҙенән бер һорашҡайным, ул: "Ҡунаҡ һәр саҡ китә. Балалар ҙа ҡунаҡ, ваҡыт еткәс, улар ҙа һинән китергә тейеш. Ә минең янда хужам һәр саҡ ҡала. Хөрмәт, ихтирам тойғолары күрһәтеүҙән..." — тип аңлатты ул.

Идеаль кешеләр булмай, етешһеҙлектәр һәр кемгә лә хас. Әммә был ҡатын бер ваҡытта ла башҡалар алдында ирен хурламай, уның күркәм холоҡтарын ғына бәйән итә. Сөнки...

Уның фекеренсә: "Ирен хурлаусы ҡатындар атайҙарының урынын күрмәй үҫкән. Һөҙөмтәлә ир ҡәҙерен белмәгән бисәләр формалаша. Ундайҙар шул ир менән торғанын, шуның менән ятып йоҡлағанын, бала тапҡанын һәм, әлбиттә, бер ваҡытта ла иренән китә алмаҫын аңламай. Икенсенән, ирен хурлаған ҡатындар балаларының юлын яба..."

Мөләйем ҡатындың "Балаларының юлын яба..." тигәне лә аңлашыла торғандыр. Башҡалар быларҙың балаһы барыбер шул "хурлыҡлы" атаһына оҡшаясаҡ, тип һис шикһеҙ уйлай, әлбиттә.

Был ғаиләлә тыуып үҫкән балалар иһә һәр ҡайһыһы тормошта үҙ юлын тапҡан, өлгөлө ғаилә ҡорған, үҙ балаларын үҫтерә, ата-әсәләрен ихтирам итә, итәғәтлеләр, олоно оло, кесене кесе итә белә...

25.09.2019

266-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Ағай була белде...

Уҙған быуаттың 70-90-сы йылдарында әҙәбиәт донъяһында тәүге аҙымдарын яһаусыларҙың барыһы ла күренекле яҙыусы Рәшит Солтангәрәевтың[28] ярҙамын тоймай ҡалмағандыр. Был Рәшит ағайҙың Яҙыусылар союзында әҙәби консультант, йәштәр менән эшләү комиссияһында рәйес булып эшләүенә генә бәйле түгел. Яҙыусы үҙенең тәбиғәте менән ярҙамсыл, кеше йәнле булды. "Кеше булыр кешенең кешелә булыр эше" тигәндәй, бар нәмәлә лә уның эше булды. Уның "Мырҙам..." тигән өндәшеү менән башланып киткән етди кәңәштәргә, эшлекле тәҡдимдәргә көйләнгән тауышы ҡолаҡ төбөндә яңғырап тик тора. Ҡыҫҡаһы, ул һәр ҡайһыбыҙға ағай була белде, баҙыҡ тауышы яңғырап китһә, нисектер уны бер туған ағайыңдай күреп ҡабул итәһең, төрттөрөп әйткән тәнҡит һүҙҙәренә лә асыуланмайһың.

Һеҙҙең иғтибарға Яҙыусылар союзында үткән кескәй генә әңгәмәнән яҙма тәҡдим итәм. Янында тәмәке тартҡаныбыҙ өсөн Фәрзәнә Аҡбулатованан, һуңлап булһа ла, ғәфү үтенәбеҙ

30.09.2019

267-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Йәлләтеү тойғоһо

Кеше күңеленең ошо күркәм сифаты хаҡында бик күпте һөйләргә булыр ине. Әммә ошо уҡ тамырҙан яһалған икенсе бер "йәлләтеү" төшөнсәһе ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр тыуҙыра.

Кешене йәлләргә ярамай, тиҙәр. Шулай уҡмы икән? Икенсенән, үҙен йәлләтергә ынтылыу тойғоһо сәнғәт әһелдәрендә нисек сағыла? Ошо хаҡта фекер йөрөтәйек...

1986 йылда Ырымбурҙа яҡташыбыҙ Юрий Шатунов нигеҙ һалған "Ласковый май"эстрада төркөмөнөң уңыштары хаҡында легендалар йәшәй. Һәр хәлдә, тамашасылар йыйыу буйынса был төркөм ҡуйған рекордҡа башҡа бер кем дә өлгәшә алмаған. Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, был төркөм уңышының нигеҙендә юғары сәнғәт түгел, әлеге лә баяғы "йәлләтеү" тойғоһо ята. Быны һүҙ менән аңлатып булмай, аңлар өсөн төркөмдөң бер йырын тыңлау ҙа етә. Үкенескә күрә, беҙҙең эстрадала ла бар ундай йырсылыр, улар күберәген "ҡыҙ тауышлы" егеттәр, әгәр микрофон тигән хикмәт булмаһа, тауыштары 5-6 метрҙан да алыҫ китмәй. Уларҙың концерттарынан рухланып, йәшәүгә көс, энергия алып сыҡмайһың, киреһенсә, энергетик донор кеүек һурылып, ҡаҡшап, таланып, арып сығаһың.

01.10.2019

268-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Башҡорт фэншуйы

Бөгөн "Теге өсәү" Бөтә донъя архитектура көнө уңайынан ҡыҙыҡлы һөйләшеү ойошторҙо. Шул йәһәттән бер һорау: баш ҡалабыҙ Өфөнөң башҡорт архитектураһы стилендә төҙөлгән биналары, башҡа төрлө ҡоролмалары бармы? Был һорауҙы мин билдәле башҡорт архитекторы Рудоль Әүсәховҡа биргәнем булды. Ул шулай аңлатҡайны: "Тотошлайы менән ул стилдәге биналар, йорттар юҡ, әммә ул стилдең элементтары булғандары етерлек. Һауанан ҡарағанда (тик һауанан, ситтән ҡарағанда ғына — Р.-Ә.) Сипайлово биҫтәһе[29] тотошлайы менән тиерлек башҡорт архитектураһы стилендә. Ни өсөн тигәндә...

...был биҫтәләге йорттар Ҡариҙел йылғаһы буйында билдәле бер тәртип буйынса түгел, ә нисек етте шулай урынлашҡан. Яҙма сығанаҡтарҙан тыш теге йәки был башҡорт ауылының боронғолоғон тап ошондай принцип буйынса һаҡланған элеметтарынан сығып билдәләргә лә мөмкин..."

Һүҙ юҡ, совет осоронда йорттарҙы тигеҙ урамдар барлыҡҡа килтереп төҙөгәндәр. Боронғо башҡорт ауылдары иһә ҡот принцибы буйынса (йортоң иңе-буйы, ишеге, тәҙрәләре ҡайһы яҡҡа ҡарарға тейеш һ.б.) һалынған. Көнсығыш халыҡтарында был принципты фэншуй тип атайҙар.

07.10.2019

269-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

"Атай еҫе"

Тормошта осраҡлы хәлдәр булмай тиҙәр. Дөрөҫтөр. Былтыр "Шоңҡар" журналы Булат Рафиҡов исемендәге фантастик хикәйәләр конкурсы иғлан итеп, Мәскәү ҡалаһынан Заһиҙә Мусинаның "Бәхетемдән яҙҙырмағыҙ"тигән хикәйәһен уҡып һоҡланғайным. Конкурста еңеүселәр араһында Заһиҙә лә бар. Яңыраҡ ул миңә ике хикәйәһен ебәрҙе. "Бәйләнештә" селтәре аша хатлашып киттек. Һәм беләһегеҙме... Эйе Заһиҙә яҡын туғаным булып сыҡты. Ул фамилияһын йөрөткән Муса минең дә ҡарт ҡартатай, Мусаның ҡыҙы Ҡафия минең Суфиян ҡартатайҙың ҡатыны, йәғни минең ҡарт ҡартәсәйем булып сыҡты. Суфияндан — Халис, Халистан атайым Ғүмәр тыуған. Рәхмәт Ғәле ағай Фәхретдиновҡа, шәжәрәбеҙҙе төҙөп тә ҡуйған! Икенсе ҙур ҡыуанғаным — Заһиҙә туғанымдың хикәйәһе. Ҡыҫҡа ғына ул, әммә бик фәһемле. Һеҙҙең иғтибарға туғанымдың шул хикәйәһен тәҡдим итәм.


Заһиҙә МУСИНА

Атай еҫе

Район үҙәген бер нисә ауыл менән тоташтырған автобусҡа Хәбир йүгереп тигәндәй килеп инде. Шофер, уны күреп, шат йылмайып ебәрҙе: – О-о-о, Хәбир ағай, – тип ҡул һуҙҙы. – Һинең гел малайҙар тыуа түгелме! Маладис! Ҡотлайым! – Атыу! Рәхмәт, ҡустым, рәхмәт! – тип Хәбир, күрше ауылға тиклем түләп, автобус эсенә яйлап күҙ һалды: йәйге ҡояш автобусты – эҫе һәм туҙанлы, ә кешеләрҙе хәлһеҙ иткән.

Хәбир иң артҡы урында алдына дүрт йәшлек ҡыҙын ултыртып алған күршеһе Илсиәне күреп ҡалды һәм, хәбәрен һөйләй-һөйләй, автобус аша уның эргәһенә атланы: – О, килен, иҫәнме? Мин бына малай йыуҙыртырға һеңлемә китеп барам әле, – тип ҡулындағы пакетты хәйләкәр йылмайып һелкетте. – Ауылда атыу өсөнсө көн йыуабыҙ, барып етеп булмай ҙа ҡуя...

Илсиә уға бер генә ҡараш ташланы ла кире тәҙрәгә текәлде. Хәбир уның янына килеп ултырып алды: – Һинсе, ҡыҙыҡайка? – тип Илсиәнең ҡыҙына ҡарап өндәште. – Өләсәйгә ҡунаҡҡа китеп бараһыңмы?

Ҡыҙыҡай әсәһенә нығыраҡ һыйынды. Илсиә өндәшмәне лә, ҡараманы ла. Шунан ғына Хәбир ике ҙур сумканы күреп ҡалды. – Ҡайтып бараһыңмы әллә, килен? – тине, сер һорағандай, тыуышын кәметеп, Илсиәгә башын нығыраҡ яҡынайтып.

Ҡыҙыҡай илай башланы. Илсиә өндәшмәне. – Үкенмәҫһеңме, ә, килен?

Ҡыҙыҡай бөтөнләй ҡысҡырып иларға тотондо. Илсиә ҡыҙының илауына уйҙарынан уянып киткәндәй, йәне көйөп: – Йә, нимә булды тағы?! Ниңә илайһың?! – тине.

Ҡыҙыҡай йәштәре аша саҡ-саҡ: – Атайҙың еҫе сыға, – тип әсәһенә тағы нығыраҡ һыйынып, илауын дауам итте.

Илсиә Хәбиргә йәнә бер ауыр ҡарашын ташланы ла, балаһын ҡосаҡлап, кире тәҙрәгә боролдо.

Хәбир ауыр көрһөндө, тамаҡ ҡырҙы һәм икенсе урынға күсеп ултырҙы...


Фотола: Заһиҙә Мусина[30].


09.10.2019

270-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

"Аҙашҡан трамвай"ҙа

Мәшһүр шағирыбыҙ Рәйес Түләктең ете төн уртаһында яңы яҙған шиғырын уҡырға кеше таба алмайынса, ятаҡ бүлмәләре ишектәрен дөбөрләтеп, асмағандарына ишек аша шиғырын уҡып, башҡа ятаҡтарға барып тәҙрә сиртеп йөрөгән тарихтарҙы күп беләбеҙ.

Ә хәҙер бармы һуң шундай Рәйес Түләктәр? Нишләп булмаһын ти, бар! Әгәр ҙә төн уртаһында телефонығыҙ шылтыраһа һәм унда кемдер яңы яҙған шиғыры йә хикәйәһен уҡырға теләһә, шылтыратыусыны әрләп, телефонығыҙҙы тауышһыҙ режимға күсереп ҡуйғандан һуң да, пипелдәк СМС килһә, белегеҙ, ул Белорет районы Хөсәйен ауылы егете Венер Сәлихов [31] булыр. Тәбиғәт Венерға шиғри хисте, әҙәби тойғоно мөлдөрәмә итеп биргән, яҙмышын да шуларға бәрәбәр итеп көйләһә ине лә тип теләйбеҙ. Уға әле башлаған юғары уҡыуын да тамамларға кәрәк. Беҙ Венерҙың "Йәшлек" гәзитендәге шиғри шәлкемен уҡып ҡыуанғайныҡ, алдағы айҙарҙа "Ағиҙел"дә лә шиғырҙарын уҡырбыҙ, насибы булһа.

Яңыраҡ Венерҙың "Аҙашҡан трамвай" тигән төркөмөндә ҡыҫҡа ғына исемһеҙ хикәйәһен уҡып тетрәндем. Әйҙә, уның атамаһын да "Исемһеҙ хикәйә" тип нарыҡлап уҡыусыларға тәҡдим итеп ҡарайыҡ. Хикәйәнең аҙағына еткәндә күҙҙәргә йәш тығыла...

Венер СӘЛИХОВ

Исемһеҙ хикәйә

Һаташып уянып киттем; Тамаҡ ҡурылып ҡатыуҙан аңҡауға йәбешкән телде әйләндергеһеҙ. Ҡайҙа ятҡанлығым да ҡараңғы. Еткерә тартылмаған тәҙрә ҡорғандары аша урамда күптән яҡтырған икәнлеге генә күренә. Простыняһыҙ, ярым емерек диванда, керегеп, ҡаҡашып бөткән синтетик ҡытай юрғаны аяҡ осонда төрөлгән. Ҡаҡ иҙәндә, шыр яланғас (лифчиктарын кейемгә һанамағанда) өшөүҙән яралғы рәүешендә бөгәрләнеп, уң осаһында төймәләй миңе булған берәү йоҡлай. Таня. Тимәк мин Таняла.

Үҙемдең дә унда-бында ташланған кейемдәрҙе сүпләп алып, киҫкен хәрәкәттәр яһамай ғына кейенеп, кухняға сыҡтым. Уҡшыта башлай, аңғармаҫтан ҡыбырлаһаң ҡапылдан. Кранды асам да, бер сама хлор ҡушылған һыуыҡ һыуҙы ағыҙа биргәс, ирендәрҙе терәйем, әлеге мәлдә шул тиклем танһыҡ тере һыуға. Беләм, күп тә үтмәй кире ҡоҫторасаҡ. Уныһы аҙаҡ, әле минең үлтереп тартҡым килә. Кеҫәләрҙе ҡапшайым. Тимер тәңкәләр менән йөҙ егерме һумдан башҡа бер ни ҙә юҡ. Магазин араҡыһы, һыра һәм өҫтәүенә техник спирт менән томаланған аңдың ерҙе генә лә бер ниҙе лә ҡабул иткеһе килмәй.

Тышҡа! Урамға сығырға хәҙер үк. Һауа кәрәк миңә, һауа.

Күңелдә шул тиклем ерәнес тойғо. Әгәр Ер тишеге булып мин һыйырҙай дәүмәлгә етәрлек була ҡалһа ин дә ҡас шунда. Ошо ҡаланан, Танянан, эскеһенән. Үҙеңдән.

Сығам. Тышта дүрт яҡтан да биш ҡатлы йорттар менән уратып алған ихатала ҡар. Күптән инде туңыҙып, ер ярылыр сиккә етеп бөтәһе лә өҙлөгөп көткән ҡар. Кисә генә саң-туҙаны борхоп ятҡан ҡала газондары, урамдар бөгөн ап-аҡ. Донъя аҡтан бөгөн. Мин генә ҡаранан. Кешеләр ҙә ана бөгөн нисектер ҡабаланмай, яй ғына уҙалар һымаҡ ҡала урамдары буйлап. Күреп ҡалайыҡ, тояйыҡ, иҫтәребеҙҙә ҡалдырайыҡ ошо һил ноябрь иртәһен тигән кеүегерәк.

Башҡа мәлдәрҙә үткенселәр бөтәһе лә миңә, миңә генә тексәйеп ҡарап: "Ах, һин, битһеҙ берәҙәк" -- тигән һымаҡ күренгән тойғо ла юҡ нәҡ бөгөнгө иртәлә. Автовокзалға төшәм. Кисәге йәшел, әле аҡ ҡыйыҡлы вокзал бинаһының бер мөйөшөндә мосафирҙар өсөн кафе бар. Ауылға ҡайтыусы автобусҡа билет алғандан һуң ҡалған тинлектәр ике шешә һыраға етә. Кафе эсендә биш-алты йәшлек улы менән йәш әсәнән башҡа береһе юҡ. Әле генә һыуытҡыстан сыҡҡан шешәләрҙе асмайынса янып барған устарыма ҡыҫҡанмын да әсәле-улы икәүгә йүнәлтәм иғтибарымды. Малайҙың өҫтөндә зәңгәр синтепон, еңдәренә резинкалар менән дебетле кәзә мамыған бәйләнгән ҡап-ҡара бейәләйҙәр. Аяҡтарында минең бала сағымдағы һымаҡ аҡ быймалары. Малай башына кейгән спорт кәпәсен ҡулдарына тотҡан тексәйепме-тексәйеп шуны борғослай. Ҡар яуып, сағыу иртә булғанға микән ҡояштан һаҡлаусы ҡара күҙлектәрен эстә лә сисмәгән ул. Ҡатын касса алдында пирожкиҙар, пластик һауытта сәй, тағы ла ниҙер алды.

--Әсәй, һыу, һыу ғына эсәм.Газировка--- тине эҫе сәйгә ҡағылғас.

--Юҡ.Түҙ.Беләһең бит аҡса әҙерәк. Өфөгә тиклем дүрт сәғәт бараһы. Бәлки күберәктер ҙә. Ҡар яуған, улым, бөгөн. Юл да насарыраҡтыр.

--Әсәй! Әйт әле, ниндәй төҫтә ул әле ҡар?

Был малай бит һуҡыр! Башымды шаңҡыта бәрҙе ошо бәләкәй әҙәмдең йүнһеҙ иртәмдәге әсәһенә биргән һорауы!

Был ҡурҡыныс асыш минең алты йәшлек ошолай аҡтан-аҡ иртәмә алды ла китте. Ябалаҡлап тороп көн оҙоно ҡар яуа. Мин өләсәйемдең йорто артында сана шыуам. Тирләп-бешеп шыуып төшкән санамды көрт йырып үргә һөйрәйем. Тағы төшәм. Бөйөрҙәремә һыуыҡ үтте шул. Ҡан ҡатыш бәүел. Айҙар буйына ҡала дауаханаһы. Аҙаҡ Өфөнөкө һәм хроник ауырыуға ҡушып инвалидлыҡ буйынса пенсия. Хәҙер бына ул киҫекһеҙ малай автовокзал бинаһында устарына һыра ҡыҫып ултыра.

Әйтерһең дә уның йәйге йылы ямғырҙан һуң ҡалҡып сыҡҡан йәйғорло баласағы булмаған да. Эйе йәйғорло малай сағы. Сөнки был дуғаға донъяның бөтә төҫтәре һыйған.

Күпме ваҡыт үткәндер, уйҙарымдан арынып аңыма килгәндә вокзалдағы мәрйә диктор башҡорт телен вата-емерә Өфөгә рейс иғлан итә ине. Ҡатын да малай ҙа кафела юҡтар.

--Извините, поменяйте пиво на газировку. -- Һыраларҙы һыуға алмаштырып платформаға йүгереп төшкәндә автобус ишектәре ябылып ҡуҙғалып китеп тә өлгөргәйне..

Шул мәлдә әле йәшәгән тормошомдоң мәғәнәһеҙлеген, көсһөҙлөгөмдө аңланым. Күҙҙән юғалып барыусы "Нефаз" артынан: "Туҡта! Туҡтағыҙ! Ишетәһеңме аҡ быймалы малай, йәйғор төҫөндә! Йәйғор төҫтәрендә ул әлеге яуған ҡар! -- тип ҡысҡырҙы үҙен-үҙе яралаған йөрәгем.


10.10.2019

271-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Ҡатын-ҡыҙ рулгә ултырһа, йырлайһың икән...

Атайымдың әсәһе Тайфа ҡартәсәйемдең иҫ белгәнемдән алып бер туҡтауһыҙ үҙ алдына йырлап йөрөүен иҫемдә ҡалдырғанмын. Гөлнур апайым да уға оҡшаған: берәйһе уға ауыр һүҙ әйтеп, күңелен ҡыйырға уйлаһа, ҡырын ҡараһа, тота килеп йыр башлай. Уларҙың ни өсөн шулай итеүҙәре хаҡында күп уйланғаным булды, әммә яңыраҡ минең менән дә бер хәл булды ла, үҙем дә һиҙмәҫтән йырларға тотондом...

Йәшерәк быуын әҙибәләре Лилиә Һаҡмарҙың, Гөлназ Ҡотоеваның, Фәрзәнә Аҡбулатованың, Айгөл Айытҡолованың, Айгөл Иҙелбаеваның, Әлиә Саматованың автомобиль йөрөтөүҙәрен белә инем. Әммә береһенә лә ултырып йөрөгәнем булманы.

Быйыл 11 октябрҙә Зөлфиә Ханнанова [32] мине "Йөрәк һүҙе"ндә алған арбаһына ултыртты, малай! Маршрутыбыҙ: БР Хөкүмәте йортонан "МВД мәктәбе"нә тиклем. Ҡуҙғалып та киттек, үҙем дә һиҙмәҫтән "Зөлхизә"не һуҙып ебәрҙем. "Дуҫлыҡ монументы"н үткәс, "Ашҡаҙар"ға күстем. Тәғәйен ерҙә төшөп ҡалғас, Зөлфиә ҡуҙғалып китте, эй, ҡыҙыҡайың, ҡуҙғалып китеүҙәре, хәс тә Рәшиҙә Туйсинаның "Заһиҙә"не бейей башлауы һымаҡ!

"Ул ара ғына пүстәк. Хөрмәт Үтәшев менән Морат Лоҡмановты Торатауҙан Өфөгә тиклем ултыртып алып ҡайттым. Ярар, Морат хәҙрәт кеше, доғаһын уҡығандыр, Хөрмәт ағай ҡайһы геройының монологын уҡыны икән?" — тине һуңынан Зөлфиә шылтыратып.

Хәҙер инде Тайфа ҡартәсәйем менән Гөлнур апайымдың ни өсөн йырлағандарын аңлайым...

14.10.2019

272-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Үлмәне, һәләк булды!

Бөгөн ауылдашым, күршем, дуҫым, ҡәләмдәшем, мәшһүр шағирыбыҙ Рәйес Түләктең тыуыуына 60 йыл. Беҙ XX быуат башы башҡорт шиғриәте хаҡында һүҙ йөрөткәндә иң тәүгеләрҙән булып Шәйехзада Бабич исемен атаһаҡ, XXI быуат башы хаҡында әйткәндә хаҡлы рәүештә тәүгеләрҙән булып Рәйес Түләкте телгә алабыҙ.

Әгәр ҙә ул үҙен һаҡлаған булһа, беҙ уны һаҡлаһаҡ, оҙағыраҡ йәшәр ине Рәйес, тибеҙ. Бының менән килешмәйем, беренсенән, был осраҡта беҙ уға, шағирға: "Үҙ-үҙеңде һаҡлап, сама менән генә ян", — тип әйтергә тейеш инек. Икенсенән, Рәйес кеүек шағирҙар үлмәйҙәр, улар ҺӘЛӘК булалар.

Рәйес дуҫыбыҙ, ҡәләмдәшебеҙ "Яныу" тигән поэма яҙып, халҡыбыҙҙы янғындан иҫкәртер өсөн Хоҙай тарафынан яратылғайны. Вазифаһын үтәне, һүҙен әйтте лә, китеп тә барҙы. Үлмәне, һәләк булды!

14.10.2019

273-сө күҙәтеүем

үҙгәртергә

Рогаткалы малайҙар

Бөгөн "Теге өсәү" юл хәүефһеҙлеге темаһына әңгәмә ҡорҙо. Ысынлап та, кемдәр юлда күберәк хәүеф тыуҙыра: автомобилдәрме, әллә йәйәүлеләрме? Бында ҡайһылыр яҡты ғәйепләү ҙә дөрөҫ булмаҫ кеүек, сөнки водителдәр психологияһы менән йәйәүләнеке ныҡ айырыла. Шуға күрә мәсьәләгә бер нисә күҙлектән ҡарайыҡ:

- беренсенән, мин ошоғаса ике йәйәүленең төкөшөп, кемеһенеңдер үлеп ҡалыуы хаҡында ишеткәнем булманы (әгәр ҙә йоҙроҡ йә башҡа ҡорал ҡулланмаһалар). Тимәк, автомобиль иң ҙур хәүеф сығанағы булғас, водителдең яуаплылығы ла йәйәүленекенән күпкә артығыраҡ;

- икенсенән...

- икенсенән, хәүеф ситуацияһы килеп тыуған осраҡта (ғәйеп ике яҡта ла булыуы бар) йәйәүленең маневр мөмкинлеге сикле: ул ҡапыл ҡасып йә ситкә тайшанып ҡотола алмай, баҫҡан ерендә өҫкә һикереп, машинаны аяҡ аҫтынан ғына үткәреп ебәрә ала. Был мөмкин түгел. Водитель ошо хәлде иҫтә тоторға һәм йәйәүле хаталанған хәлдә лә, уға юл бирергә тейештер;

- өсөнсөнән, йәйәүле юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәнеп, уның буйынса имтихан биргән осраҡта ғына водитель менән бер тигеҙ яуаплы була алалыр;

- дүртенсенән, йыл һайын тиҫтәләгән мең кешенең ғүмерен ҡыйған юл-транспорт ваҡиғаларын "һуғыш" менән дә сағыштыралар. Ҡаршы яҡҡа йәрәхәт һалыу йәһәтенән йәйәүле был осраҡта "автоматтар менән ҡоралланған гангстерҙар"ға ҡаршы тороусы "рогаткалы малай" [33] ғына;

Һ.б.

18.10.2019

274-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Мөхәббәт ҡасан башлана?

Мөхәббәт ҡасан башлана тип уйлайһығыҙ? Мин үҙем былай 5-се класта уҡығанда уҡытыусы апайға ғашиҡ булдым. Уның дәресенә китапта яҙылғандарҙы ятлап килә торғайным. Әммә бер көн килеп барыһы ла емерелде.

Эйе, апай кейәүгә сыҡты. Һеҙҙең иғтибарға ҡаҙаҡ егетенең класташына һөйөү хистәрен нисек аңлатырға тырышыуы хаҡында яҙма[34] тәҡдим итәм.

21.10.2019

275-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

"Алтын ҡурай" старт алды

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми ҡурай хаҡында бөйөк һүҙҙәр әйтеп ҡалдырған:

Башҡортлоҡ – ул милләт кенә түгел,
Ҡурай кеүек ябай, ҡатмарлы.
Ерҙә әле рух бар – халыҡ рухы,
Ҡабул итмәй ул рух юҡ-барҙы.

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуына, шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуының тап килеүе, шулай уҡ Журналистарҙың халыҡ-ара бәйгеһенең "Алтын ҡурай" тип аталыуы, конкурстың ете номинацияла үтеүе осраҡлы түгел һәм ул тәрән символик мәғәнәгә эйә. Бәйге еңеүселәре араһында РФ республикалары һәм өлкәләре журналистарынан тыш Канаданан, Чехиянан, Төркиәнән, Әзербайжандан ҡәләм маһирҙары бар...

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Алтын ҡурай" халыҡ-ара журналистар бәйгеһенең йомғаҡлау сараһы үтте. Кисә башында республика етәксеһе Радий Хәбиров исеменән йыйылған ҡунаҡтарҙы, еңеүсе журналистарҙы Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары Фәнүр Йәғәфәров сәләмләне.

Уңыш ҡояшы Башҡортостан журналистарына ла йылмайҙы: "Еремдән уңдым" номинацияһында өсөнсө урынға – Башҡортостандан Ләйлә Аралбаева ("Төрксой" журналы), икенсегә – Чехияла йәшәүсе Миләүшә Годбодь, "Интернетта иң яҡшы эш" номанацияһында еңеүсе призына Зәйтүнә Ниғмәтйәнова лайыҡ булды.

Мостай Кәрим ижадына бәйле номинацияла еңеүселәрҙе халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы ҡотланы.

"Алтын ҡурай" конкурсы башланғысының киләсәктә лә дауам ителеренә тулы ышаныс бар. 28.10.2019

276-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Комсомол ил терәге ине

Бөгөн комсомолдың тыуған көнө! Шундай заманда йәшәйбеҙ, ошо һүҙ яңғырау менән, күптәрҙең йөҙөндә мыҫҡыллы йылмайыу хасил була, ул һүҙҙе боҙоп "камсамалас" тип әйтеүселәр ҙә юҡ түгел. Минеңсә, комсомолдан көлөү үҙеңдең атай-олатайыңды, әсәй-өләсәйеңде, ағай-апайҙарыңды мыҫҡыллауға тип хилафлыҡ тип баһаланырға тейештер...

Донъяның иң артта ҡалған һуҡалы илен кем биш-ун-егерме йылдар эсендә атомлы держава кимәленә күтәрҙе, кем донъяны Гитлер фашизмы ҡоллоғонан ҡотҡарҙы, кем меңәрләгән ҡалалар, завод-фабрикалар, миллион саҡрымдарға һуҙылған юлдар төҙөнө, кем сиҙәмдәр күтәреп илебеҙ халҡын икмәкле итте. Комсомол сафына баҫҡан күпме үҫмерҙәр һәм йәштәр илебеҙ киләсәге хаҡына йәнен фиҙа ҡылды, миллионлаған ҡорбандар бирҙе. Улар сафында торған ойошма "комсомол" тип аталғаны, улар тыуҙырған байлыҡты айырым кешеләр үҙләштереп алғаны өсөн генә был ҡаһарманлыҡтары яҙыҡ эш тип һанала аламы ни?

29.10.2019

277-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Үлем язаһы кәрәкме?

Бөгөн "Теге өсәү" үлем язаһы хаҡында әңгәмә ҡорҙо. Һорау шулай ҡуйылды: байтаҡ ҡына сәйәсмәндәр, ябай граждандар Рәсәйҙә үлем язаһын ҡабат ҡайтарыуҙы даулай, һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ? Мин дә шул күпселек һымаҡ фекерҙә инем. Ысынлап та, яуыз ниәт менән балаларҙы көсләп үлтереүсенең, кешенең йәнен ҡыйыусының йәшәргә хоҡуғы юҡ. Әммә Майкл Ньютондың "Йәндең сәйәхәте" тигән китабы фекеремде бер аҙ үҙгәртте. Китап кешенең йәне тәненән айырылғандан һуң ниндәй юл үтеүе хаҡында. Ул шундай юлдар менән башланып китә: "Эй, Хоҙайым! Ысынлап та, теремен икән! Тәнем генә үлгән дә – мин уны өҫтән күрәм, үҙем йөҙөп йөрөйөм, өҫтән аҫҡа ҡарайым, үҙемдең тәнемде дауахана койкаһында күрәм. Бүлмәләгеләр мине үлгән тип уйлай, тик мин үлмәгәнмен: "Мин бит үлмәнем!" – тип ҡысҡырғым килә. Шәфҡәт туташтары йөҙөмдө аҡ ябыу менән яба... таныштарым ниңәлер илай...Улар ниңә илай икән, сөнки мин бит тере..."

Баҡый донъяла йәндең тормошо хаҡындағы китап ул. Интернет аша уҡырға була. Ә үлем язаһына килгәндә, үлем – шәрбәт, Хоҙайҙың бүләге тигән аңлатмалар уҡығаным бар. Кеше донъя менән араны өҙгәндә проблемаларынан, ауырыу тәненән ҡотола икән, ҡасандыр барыбер үләсәк кешегә ваҡытынан алда үлем язаһы биреүҙе Хоҙайҙың эшенә ҡыҫылыу тип тә аңларға була бит. Үлем язаһын алмаштыра торған яза үлгәнсе төрмәгә ултыртыу һанала икән, бындай кешенең выждан ғазаптарын, тәүбә һүҙҙәрен ваҡытлы матбуғат, радио-телевидение аша яңғыратып торғанда енәйәттәр аҙыраҡ яһалыр ине. Был – минең генә фекерем...

30.10.2019

278-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Бәхил бул, ҡурай тауышлы йырсы!

Әле генә, кисә генә, бер аҙна, бер ай элек кенә арабыҙҙа төрлө мәҙәктәрен, артистар тормошона бәйле лаҡаптарын һөйләп, кеше көлдөрөп, ыңғайына үҙе лә ирәүәнләнеп көлөп йөрөгән яратҡан йырсыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Рамаҙан Йәнбәков ҡапыл ғына арабыҙҙан китеп барҙы...

Уның йөрәк моңо күңелебеҙгә сабый сағыбыҙҙан радио аша ағылып, бишек йыры менән һеңгән һәм рухиәтебеҙҙең айырылмаҫлыҡ өлөшөнә әүерелгән. Беҙ бала саҡта "Башҡорт халыҡ йыры — Рамаҙан Йәнбәковтың тауышы" тип белеп үҫтек. Мәшһүр "Уйыл", "Сибай", "Абдрахман", "Тәфтиләү", "Түрәкәй" йырҙары ла уның башҡарыуы аша булмышыбыҙҙа нығынған. "Йөрәк моңо" тип мин осраҡлы рәүештә генә әйтмәнем, ул күкрәк тауышы менән генә түгел, йөрәге менән дә йырланы, рухи ауазы менән булмышыбыҙҙы әсир итте. Юлай Ғәйнетдинов һүҙҙәре менән әйткәндә "уның моңона ҡурай тауышы һеңгәйне"

Рамаҙан Йәнбәковтың моң хазинаһы тыуып үҫкән тупрағынан, эсеп үҫкән һыуынан, берҙәй үк шәхсән сифаттарынан да киләлер. Һәр ваҡыт кешеләр менән аралашып, уларҙың күңелен күтәрер өсөн ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләүсе ғәжәйеп ихлас кеше булды ул.

Ихластың ҡәлебе Хоҙай урыны тиҙәр. Баҡыйлыҡтағы урыны ожмах түрҙәренән булыр, иншаллаһ!

01.11.2019

279-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Рухыбыҙ ҡоштары — Шәйехзада Бабич, Рәйес Түләк

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейын байрам иткән көндәрҙә Баймаҡ районында мәшһүр шағирыбыҙ, Ш. Бабич исемендәге премия лауреаты Рәйес Түләктең тыуыуына 60 йыл тулыуға арналған сараларҙың да үтеүе оло мәғәнәгә эйә. Тағы ла шуныһы: Баймаҡ мәҙәниәт йортонда "Шоңҡар" республика йәштәре журналы Рәйес Түләк ижадына арнап үткәргән "Ғүмер ике генә кис ул, ике генә кис ул, и, кешем" республика видеоконкурсына яһаған йомғаҡ кисәһе менән район кимәлендә үткәрелгән "Рух ҡошо" шиғриәт бәйгеһе еңеүселәрен бүләкләү тантаналары бергә тап килеүе лә осраҡлы түгел...

Беҙ ХХ быуат башы шиғриәте хаҡында һүҙ алып барғанда иң тәүгеләрҙән булып Шәйехзада Бабичтың исемен телгә алһаҡ, ХХI быуат башы тигәндә Рәйес Түләктең исемен атайбыҙ. Һуңғы йылдарҙа төрлө кимәлдә үткән шиғыр байрамдарында Шәйехзада Бабичтың, Рәйес Түләктең шиғырҙары күпләп яңғырауы ла юҡҡа түгел. Рухыбыҙ ҡоштары улар Бабич, Түләк!

15.11.2019

280-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Баймаҡтың "Теге өсәү"ҙәре

Мәҙәни-сәнғәти-мәғлүмәти донъябыҙҙың йөҙөк ҡашына әүерелде "Теге өсәү". Эх, тип ҡуяһың, бар урындарҙа ла шундай егеттәр булһамы! Булһамы, тигәндән, бар уларға оҡшарға тырышыусылар. Мәҫәлән, Баймаҡта...

13 ноябрҙә Баймаҡ лицей-интернаты фойеһында лицей уҡыусылары, уҡытыусылары менән берлектә ҡаршыланы "Теге өсәү" беҙҙе. Улар: Ғәлинур Дәүләтбаев, Йәнгел Шәрипов, Рәсүл Уразбаев. Осрашыуҙа яҙыусыларҙан Таңсулпан Ғарипова, Мөнир Ҡунафин, Фирүзә Абдуллина-Байтурина, мин ҡатнаштыҡ. Беҙҙе Баймаҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина оҙатып йөрөнө. Беҙҙе уҡыу йорто тәрбиәләнеүселәренең, бигерәк тә егеттәрҙең дәртле, тапҡыр һәм ихлас булыуҙары хайран итте! Ҡыҙҙары ла моңло, мөләйем һәм һөйкөмлө!

"Теге өсәү"гә килгәндә, уларға Йәмил, Филүс һәм Ғәзиздең үҙҙәре көнләшерлек һәм һоҡланырлыҡ булды. Ҡайһы бер урындарында улар төп "Теге өсәү"ҙәрҙән арттырып та ебәрҙеләр. Лицей-интернат директоры Иҙел Данил улы Әбүбәкиров мәсьәләне бик ҡаты ҡуйған: бындай ролдәрҙе башҡарыр өсөн уларға һәр йәһәттән мәктәптә алдынғы, башҡаларға өлгө булыу талап ителә. Афарин егеттәр!

15.11.2019

281-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Һорау асыҡ килеш ҡала...

Шундай һорауҙарға яуап эҙләгәнегеҙ барҙыр, моғайын: әйтәйек, кеше үлгәндән һуң уның тауышы, энергетикаһы, рухы, күңеле, уйҙары ҡайҙа була икән? Улар башҡаларҙың тауышында, рухында, күңелендә, уйҙарында йәшәүен дауам итә, тип еңел генә яуап та бирергә мөмкин булыр ине был һорауға. Ә башҡаларҙа йәшәүен дауам итмәгәндәренеке ҡайҙа була, улайһа? Яҙыусы-журналист Александр Никонов та ошо һорауға яуап эҙләп, шундай ҡыҙыҡлы фекергә килә...

"Мин үлгәндән һуң йәнем, уйҙарым, тормош тәжрибәм ҡайҙа була һуң?"— тип тыныслана алмайҙар тынғыһыҙ йәндәр. Ҡайҙа икәне билдәле, улар керәндилде ашағандан һуң уртаһындағы тишеге ҡайҙа булһа, шунда китеп юғала. Һеҙҙең данлыҡлы шәхесегеҙ ҙә пружинаһының көсө бөткәндән һуң сәғәт уҡтарының йүнәлешенә инеп юғала".

Никонов менән килешмәҫкә лә була, шулай ҙа керәндилде ашағандан һуң уртаһындағы тишеге ҡайҙа була һуң? Һорау асыҡ килеш ҡала..


17.11.2019

282-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Кем оҫтараҡ алдаҡсы?

– Беҙ, Баймаҡ районы лесниктары, йыйылышып, яҡташ яҙыусыларыбыҙға ярҙам итергә булдыҡ. Аҡса менән ярҙам итә алмайбыҙ, үҙебеҙ ҙә аҡса төһө күргән юҡ. Ризаһыңмы? – Уңайһыҙ бит, ағай... – Нимәһе уңайһыҙ, үҙеңә кәрәкмәһә, береһенә һатырһың, 25 мең эсеңде тишмәҫ. Ҡыҫҡаһы, уйла, мин һиңә 5 минуттан шылтыратам. – Ярар, ағай, һеҙ үҙегеҙ ҡайһы леспромхоздан? – Крепостной Йылайыр... ...Тәк, эләкте ағай ҡармаҡҡа...

Әхтәм ағай Абушахмановтың һөйләгәне иҫкә төштө. Ул да Әбйәлил районынан килер мунса бураһын көтөп ике тәүлек аэропорт юлында ултырып һемәйгән. Аңлашылды был лесниктың кем икәне. 5 минуттан тағы шылтырау: – Шунан, Әхмәр ҡустым, уйланыңмы? – Эйе, ағай, һеҙ үҙегеҙ ҙә аҡса төһө күрмәгәс, барыбер уңайһыҙ. Шуға күрә мин үҙемә тигән бураны филармонияла эшләгән хәйерсе генә бер артисҡа бүләк итәм. – Кемгә? – Юнир Салауатовҡа.. – Юнир Салауатов, ярар, филармонияға шылтыратып, телефон номерын табып, һинең исемдән бүләк итербеҙ...

...5 минуттан Юнир ағай шылтыратып, хәҙер инде телефон трубкаһына терәгән гәзитте алып ташлап, мине еңеүем менән ҡотланы.

19.11.2019

283-сө күҙәтеүем

үҙгәртергә

Рәхмәт Хәбир, рәхмәт Рәжәп!

Бөгөн Халыҡ-ара Ир-аттар көнөндә ике класташыма әйтелмәй ҡалған рәхмәт һүҙҙәремде еткерергә булдым. Беҙ, Буранбай ауылы балалары, үҙебеҙҙәге башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә йөрөп уҡыныҡ. Дәрестәр тамамланып ҡайтырға сыҡһаҡ, Һаҡмар аша һалынған аҫылмалы баҫма янында беҙҙе Сыңғыҙ егеттәре көтөп тороп, туҡмап ҡайтарырға, һис юғы һәр ҡайһыбыҙға берәр тапҡыр булһа ла эләктереп ҡалырға яҫҡына. Класташым Хәбир Уразбаев: "Әхмәргә теймәгеҙ, ул Ғүмәр ағайҙың улы", — тип мине баҫма аша имен-аман үткәреп ебәрә. Иртәгеһенә лә шул уҡ хәл ҡабатлана...

Һигеҙенсене тамамлағас, 11 ауылдаш класташ егет Баймаҡта яңы асылған СПТУ-ға уҡырға китте лә барҙы. Беренсе Этҡол урта мәктәбенә беҙҙең кластан мин, тағы 10 ҡыҙ уҡырға йөрөнөк. Был ауыл егеттәре тағы ла уҫалыраҡ. Был юлы инде Ямаш ауылы егете, класташым Рәжәп Мәхмүтов мине яурындары менән ышыҡланы һәм Хәбир менән һөйләшеп үк ҡуйғандай: "Ғүмәр ағайҙың малайына тейһәгеҙ..."— тип яҫҡыныусыларға ҡаршы сыҡты.

Рәхмәт Хәбир, рәхмәт Рәжәп, һеҙ миңә шул саҡтарҙа юлымда осраған Хызыр Илъяс булдығыҙ!

19.11.2019

284-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Хөрмәтле телевизор ҡараусылармы?

Бөгөн Бөтә донъя телевидение көнө уңайынан "Теге өсәү" иртәнге эфирҙа һөйләшеү ойошторҙо. Әңгәмәгә һорауҙы ла ҡаты ҡуйҙылар: "Кемде йәки нимәне экранда күреү менән телевизорығыҙҙы һүндерәһегеҙ?" Фекерҙәр төрлөсә яңғыраны. Мәшһүр шағирыбыҙ Буранбай Исҡужин телевизор аша ни бары "Ералаш" тапшырыуҙарын ғына ҡарай торғайны. Үҙем иһә радио аша ниндәй телетапшырыуҙар оҡшамағанын яңғыратһам да, бында тыйылып торам. Сөнки иң шәп реклама — ул антиреклама. Шулай ҙа барлыҡ алып барыусыларға хас үҙемә оҡшамаған бер хәл хаҡында яҙмайса булдыра алмайым...

Ул да булһа эфир башланғанда дикторҙарҙың тамашасыларға "Хөрмәтле телевизор ҡараусылар!" тип өндәшеүе. Күренеп тора: бындай өндәшеү урыҫсаның калькаһы, йәғни "уважаемые телезрители" тигәндән алынған. Башҡортсаһында был һүҙҙәр айырым яҙылғас, логика буйынса диктор, үҙе лә һиҙмәҫтән "телевизорҙың хөрмәтле икәнен" аңлата шикелле. Дөрөҫө шулай булырға тейештер: "Телевизор ҡараусы хөрмәтле дуҫтар!" Был хәл-мәсьәлә бик бәхәсле, шуға күрә башҡаларҙың да фекерҙәрен ишеткем килә.

21.11.2019

285-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Һандуғас ниңә төндә һайрай?

Ысынлап та, ниңә һандуғас башлыса төндә һәм таң алдынан һайрай? Был һорауҙы Интернетҡа ла биреп ҡараным. Күпселек яуаптар уларҙың ояһы ерҙә булыуы менән бәйле. Белеүебеҙсә, ата ҡоштар ғына һайрай, улар был юл менән инә ҡоштарҙы үҙенә йәлеп итә. Һандуғастарҙа ла шундай уҡ йола, тәртип. Ояһы ерҙә урынлашҡан башҡа ҡоштар ҙа бар, тик улар, ниңәлер, көндөҙ һайрай. Ҡыҙыҡ, һандуғастың ни өсөн фәҡәт төндә һайрауына яуап асҡысы Салауат Юлаевтың шиғыр юлдарында ла ята...

"Ай, уралым" шиғырында "Сәскәләр менән һандуғас Тәңрегә тәсбих әйтәләр..." ти батырыбыҙ. Тимәк Аллаһҡа дан йырлағаны өсөн дә һандуғастың һайрауы шул тиклем моңло! Башҡа йырсы ҡоштар менән сағыштырғанда һандуғастар төҫкә-башҡа иң йәмһеҙе, ҡапыл ҡарағанда уларҙы күреп тә булмай, етмәһә, үҙҙәре йөрөгән үлән-сәскәләр төҫөнә инеп, улар йыртҡыстарҙың күҙенә салынмай һаҡланып ҡала ала. Әгәр ҙә ояларын ағас баштарына ҡорһалар, һаҡлана алмаҫтар ине. Күҙәтеүемдән иң төп һығымтам: үҙенә дан йырлаусыны Хоҙай ошо рәүешле һаҡлай, төндә һайрата һ.б.

28.11.2019

286-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Кем ул сабыр кеше?

Ҡыҙыҡ: синонимдар һаналған Түҙемлек, Сыҙамлыҡ һәм Сабырлыҡ һүҙҙәре, ысынлап та, бер үк мәғәнәне аңлатамы икән? Шул хаҡта фекер йөрөтәйек.

Миңә ҡалһа, түҙемлек сифатына эйә кеше ниндәй генә ауырлыҡҡа дусар булмаһын, тешен ҡыҫып, булмышына ҡаршы килеп булһа ла, түҙеүселер. Ә инде оҙаҡ ваҡыт түҙеүсе кешенең был хәләте сыҙамлыҡҡа, йолаға әүереләлер. Сыҙам кеше – тотороҡло түҙеүсе. Сабыр кеше кем һуң улайһа? Ул – ғүмере буйы түҙеүсе һәм сабыр итеүселер, уға бының өсөн теш ҡыҫырға, үҙ асылына ҡаршы килергә лә кәрәкмәйҙер. Сабырлыҡ – Хоҙай сифаты, Хаҡ Тәғәләнең 99 исеменең береһе юҡҡа ғына Әл-Сабыр түгел бит!

03.12.2019

287-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Тарихи хәтер — оптимизм сығанағы

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған көнө. Алдағы йыл уның тыуыуына 130 йыл туласаҡ. Ғүмеренең иң ҙур өлөшөн тыуған иленән ситтә үткәрһә лә, Вәлиди бер ваҡытта ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгән, халҡыбыҙға ғилеме менән хеҙмәт иткән.Ундай илһам сығанағын ҡайҙан алған һуң ул?

1923 йылдың 3 февралендә яҙған "Башҡорт халҡына хушлашыу хаты"нда был хаҡта ул шундай аңлатма бирә: "Мин үҙем, боронғоларҙы белгәнлектән, уңышһыҙлыҡҡа осраған сәғәттәрҙә һис бер ваҡыт күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнем. Иҫкә алынған ҡәүемдәр хөрриәт өсөн ватандарын ҡалдырып киткәндәр, әммә хөрриәт ҡаҙанғандар. Беҙҙең милләтебеҙ, аҡтамыр киҫәге кеүек, тупраҡ араһында бәләкәй генә киҫәге ҡалһа ла, яңынан терелеп, бөтөн баҡсаға таралыр..."

Ошо ҡыҫҡа ғына юлдарҙа күпме һабаҡ, рухи тәрбиә ята. Атай-олатайҙарыбыҙ беҙ ошо ерҙә йәшәһен өсөн атҡа атланып, йәнен фиҙа ҡылған, был хаҡта күпме аҫыл йырҙар, дастандар, ҡобайырҙар тыуған. Бөгөн килеп кемдер берәү күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, негатив уйҙарға сорнала, "минән булмай", тип ҡулын төшөрә икән, тимәк ул халҡыбыҙҙың данлы үткәнен белмәй, тарихын һанламай, битараф.

10.12.2019

288-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Йүгереү механикаһы

Бөгөн Халыҡ-ара тауҙар көнө. Халҡыбыҙҙа борон-борондан тауҙарға бәйле төрлө ырым-ышаныуҙар, йолалар һаҡланып килгән. Шуларҙың береһе – яҡын туғаны, яратҡан кешеһе вафат булып, тәрән ҡайғыға дусар булған кешене тау битләүе буйлап йүгертеү.

Хатта баҫтырып йүгерткәндәр. Ҡайғынан йөрәгенә һары алмаһын, аҡылдан яҙмаһын өсөн шулай иткәндәр. Бында тауҙарҙың кеше хәсрәтен таратыр ҡөҙрәте хаҡында һүҙ алып барырға булалыр. Икенсеһе, бәлки быныһы мөһимелер, йүгереү механикаһына бәйле. Йәғни бер туҡтауһыҙ, бар хәленсә йүгергән кеше ҡайғыра, хәсрәтләнә, ҡайғырһа, хәсрәтләнһә, йүгерә алмай. Ғөмүмән, күңелеңдә негатив тойғоларың булғанда йүгереү мөмкин түгел. Тау битләүе буйлап хәле бөткәнсе, тирләгәнсе йүгергән кешенең аҙаҡтан ҡайғырырға хәле, мөмкинлеге ҡаламы икән? Әйткәндәй, мин эсеүемде ташлаған саҡта ла йүгерҙем һәм был ғәҙәтемдән еңелерәк ҡотолдом.

11.12.2019

289-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Рауил ағай ярҙамы

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тыуған көнө. Беҙгә, 80-се йылдарҙа яңы яҙыша башлаусыларға уның йоғонтоһо, ярҙамы ҙур булды. Йыш ҡына ижади йәштәр конференцияһында тәүге шиғри ҡулъяҙмамды тикшергән саҡты иҫкә алам. Беҙ унда Рәйес Түләк, Рәмил Ҡолдәүләт, Финат Шакир, Зөһрә Кашапова ҡатнаштыҡ. Рауил ағай шиғриәт секцияһы етәксеһе. Бына миңә сират еткәс, өлкән йәштәге абруйлы апай-ағайҙар тетмәмде тетә башланылар. "Өтөр ҙә ҡуя белмәйенсә, нисек шиғыр яҙырға баҙнат итәһең?" — тип әйтеп һалды бер саҡ Кәтибә апай. Бөттө баш. Эстән генә үҙ-үҙемде әрләйем: "Ошо ултырыштан ғына сығайым әле, бынан был яғына шиғыр яҙһаммы! Фәлән-фәсмәтән..." Барыһы ла мине һыу эскеһеҙ итеп тәнҡитләп бөткәс, хәл итерлек һүҙҙе әйтер өсөн секция етәксеһе аяғына баҫты.

– Иптәштәр! Һеҙгә нисектер, ә мин бына ошо бөгөн тикшерелеүселәр араһынан бер Әхмәрҙең генә бер шиғырын бер уҡығанда ятлап алдым:

Яҙым килде,
Бар донъяны "аһ" иттереп,
Аҡылымдан яҙғым килде.
Ҡурҡаҡлыҡтың, уғрылыҡтың,
Хыянаттың һәм һатлыҡтың
Алҡымынан алғым килде;
Мөхәббәтте һәм бәхетте,
Изгелекте, ғәҙеллекте
Йондоҙ итеп күк йөҙөнә
Яҙғым килде...
Донъялағы иң сибәрҙе
"Аһ" иттереп йөрәгендә
Янғым килде!
Яҙым килде!

...Шиғырымды яттан һөйләп бөткәс, секция рәйесе залға ҡарап:
– Был шиғырмы? — тине.
– Эйе, —тинеләр залдан.
– Кем дә кем Әхмәрҙең ҡулъяҙмаһын китап итеп сығарырға тәҡдим итергә, ти, ҡулығыҙҙы күтәрегеҙ!
Залдағы барлыҡ ҡулдар күтәрелде...

12.12.2019

290-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Милли рухтағы балҡыш!

12 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығының "Башҡорт теле көнө тураһында"ғы Указы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында "Башҡорт теле серҙәре" тигән интеллектуаль уйын үтте. Институттың Башҡорт һәм башҡа телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы сараны ойоштороуға ҙур көс һалған.

Ысын мәғәнәһендәге Рух байрамы булды был көн. Нимә генә тимә, кеше үҙенең милли асылында ғына балҡый ала шул. Уҡыусыларҙың хыял-фантазияһының сиге булманы. Уларға ижад иреклеге һәм төп ҡорал итеп туған телен генә бир икән! Тағы уларҙың заманса технологияларҙы яҡшы белеүе, шул белемде милли рух, башҡорт теле менән үрә белеүе жюри ағзаларын хайран итте!

Туған тел байрамында Өфө һәм республика урта һәм махсус белем биреү мәктәптәренең 8-11 класс уҡыусыларынан торған 4 команда ҡатнашты. Дүрт турҙан торған сәмле ярыштың һөҙөмтәһе түбәндәгесә булды:


1-се урынды Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатының "Беренселәр" командаһы алды. 2-се урынды Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһың "Башҡорттар" командаһы яуланы. 3-сө урынды Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының "Осҡон" командаһы менән Республика инженер лицей-интернатының "Өфө инженерҙары" командаһы бүлеште.

13.12.2019

291-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Кем ул ҡурайсы һәм йыраусы?

14 декабрҙә Өфөнөң Республика милли музейында "Башҡорт теле көнө" сиктәрендә башҡорттарҙың музыкаль фольклорын һаҡлау буйынса "Оҙон көй һәм йыраусы" Төбәк-ара форумы үтте. Сараны Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо, унда республика райондарынан, РФ өлкәләренән 90-дан ашыу кеше ҡатнашты. Форум барышында Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Юлай Ғәйнитдиновтың "Оҙон көй һәм йыраусы" тигән өр яңы китабының исем туйы үтте, философия фәндәре кандидаты Закирйән Әминев "Урал батыр" эпосына бәйле ҡыҙыҡлы әңгәмә тәҡдим итте. Юлай Ишбулды улы үҙенең сығышында ни өсөн барлыҡ йырсыларҙың да йыраусы, барлыҡ ҡурайҙа уйнаусыларҙың да ҡурайсы тип аталырға хаҡы булмауы хаҡында әйтеп үтте. Ысынлап та, кемдәр һуң улай булғас, ысын йыраусылар һәм ҡурайсылар?

Был һорауға Юлай Ғәйнетдинов ҡыҫҡаса шулай яуап бирҙе: – Утыҙынсы йылдарҙа фәҡәт бер кешене генә йыраусы тип атағандар. Ул да булһа, Әбдрәхим Исҡужин. Уны фамилияһы менән атамағандар, "Әбдрәхим йыраусы" тигәндәр. Ә ҡурайсыға килгәндә, ысын ҡурайсы көйҙөң кодына инергә, уны йөрәге аша үткәреп кисерергә, тарихын һәм төрлө ырыуға хас варианттарын белергә, кәрәк икән йырлап йә бейеп күрһәтергә, ҡурай һәм ҡурайсы исемен һаҡларға, был төшөнсәләргә тап төшөрмәҫкә, тар мәнфәғәттәрҙән сығып эш итмәҫкә, ҡурайҙы ситтәрҙең үҙләштереү маҡсатына булышлыҡ иткән ынтылыуҙарға юл ҡуймаҫҡа тейеш. Ә инде көйҙәрҙең бер төрлө башҡарылышын ғына күкрәккә һалып йә өзләп матур итеп уйнап ҡына сәхнәлә йөрөүселәр, ғәфү итһендәр, бәлки ҡатыраҡ әйтәмдер, улар ҡурайҙа уйнаусылар ғына...

Ә инде ситтәрҙең оҙон көйҙәребеҙҙе, ҡурайыбыҙҙы үҙләштереп маташыуҙары мәсьәләһенә килгәндә, был хаҡта ла әйтеп үтте Юлай Ишбулды улы, "был хаҡта өндәшмәй ҡала алмайым" тине. Әйткәндәй, уның яңы китабында был хаҡта айырым мәҡәлә бар.

15.12.2019

292-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Аллаһ ҡына бөйөк

Фәҡәт ошо, данлыҡлы юбилейҙар йылында әйтеп ҡалырға булдым был хаҡта. Ул да булһа бөйөклөк хаҡында. "Бөйөк" эпитетын айырым шәхестәргә ҡарата ҡулланыу дөрөҫмө икән?

Ни өсөн тигәндә Аллаһ ҡына бөйөк, ул ғына әкбәр. Бынан бер нисә йыл элек бер шәхесебеҙ үҙенең исеме артынан "әкбәр" тигән аныҡлаусы ҡушып китап та сығарҙы хатта. Үҙенә: "Аллаһ ҡына әкбәр, ниңә улай иттегеҙ?" – тигәйнем, ниндәйҙер дин әһеле уны шулай атауы хаҡында белдерҙе. Миңә ҡалһа, шәхестәргә ҡарата "мәшһүр", "күренекле", "данлыҡлы", "билдәле", "арҙаҡлы" тигән һүҙҙәр бик уңайлы. Әллә мин яңылышаммы, дуҫтар? Кешеләр бөйөк була аламы?

25.12.2019

293-сө күҙәтеүем

үҙгәртергә

"Бикбайға әйтеп, сығарттырырмын..."

Милләтебеҙҙең шундай арҙаҡлы улдары бар, улар менән аралашҡанда үҙеңде яҡлаулы, һаҡлаулы итеп тояһың, ошо халыҡтың вәкиле булыуыңа ғорурланаһың, шатлыҡ атына атланаһың. Шундай шәхестәрҙең береһе – данлыҡлы колхоз рәйесе, атаҡлы педагог һәм хужалыҡ етәксеһе Хөрмәт Зөлҡәрнәй улы Хәсәнов булды. Тап уның эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ваҡытында "перспективаһыҙ" мөһөрө һуғылып, бөтөүгә табан йөҙ борған Сыңғыҙ, Буранбай ауылдары һаҡланып ҡалған. Ошо ауылдарҙан кешеләр эш эҙләп ситкә күсеп китмәһен өсөн Хөрмәт Зөлҡәрнәй улы ҙур ҡыйынлыҡ менән юллап малсылыҡ фермалары астыра. Был шәхестең эшмәкәрлеге хаҡында тулы килеш Йәүҙәт Мөхәмәтйәровтың "Хөрмәтле Хөрмәт" ("Ағиҙел", № 5, 2018) тигән мәҡәләһендә уҡый алаһығыҙ.

Шәхсән үҙемә килгәндә, Хөрмәт Зөлҡәрнәй улы минең яҙғандарҙы уҡып бара торғайны. Айырата мөнәсәбәте лә булды. Әйтәйек, студент саҡта йәйге каникулға ҡайтһам, хәҙер инде пенсиялағы Хәсәнов минең менән осрашып һөйләшергә тип өйөбөҙгә килә торғайны. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: бер арба булып ултырған алпамышалай кәүҙәле кеше ихатабыҙға инеп килә. Үҙе шулай тип сәләмләй: "Ғүмәр, мин һиңә түгел, Әхмәргә килә ятам. Мәрйәм килен, самауырыңды ҡуй...". Һуңғы курста уҡып йөрөгәнемдә Өфө урамында осраны бер мәл Хөрмәт Зөлҡәрнәй улы. Осраны ла: – Һаумы, улым! Шиғырҙар яҙыламы, бер китаплыҡ булдымы? Китапҡа тулһа, бергә йый ҙа, миңә бир. Бикбайға әйттем сығарттырырмын... Башҡорт әҙәбиәтен бик яҡшы белгән, әҙәбиәт, халҡыбыҙ тарихы, уның рухиәте хаҡында сәғәттәр буйына тап-таҙа башҡорт телендә телмәр тотҡан шәхес булды ул. Ололар һөйләүенсә, ҡурайҙа ла уйнаған, халыҡ йырҙарын да оҫта башҡарған ул. "Ҡайным дәртләнеп китеп ҡурай уйнаһа, тыны менән үлән ҡурайҙы яра өрөр ине", тип иҫләй уның хаҡында кейәүе Йәүҙәт Мөхәмәтйәров.

28.12.2019

294-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Уҡытыусы ашамаймы, Бабич яратмаймы?

Мәктәптәге уҡытыусыларыбыҙҙы беҙ донъялағы иң-иң самими зат, Ленин бабайҙың эргәһендә генә йөрөгән, бер ваҡытта ла хаталанмаған кеше итеп белдек. Идеология шулай ҡоролған булғандыр. Өсөнсөмө-дүртенсеме класта уҡығанда, атайымдар уҡытыусыбыҙҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы. Беҙ ғаиләлә 11 бала, ҡунаҡ килһә, бигерәк тә һыйыш юҡ. Мин иһә ҡунаҡтар ултырған бүлмәнең түрендәге "Зингер" теген машинкаһының селтәр менән ҡапланған ышығында ултырам. Селтәрҙең бүлеме аша уҡытыусыбыҙҙы күҙәтәм. Бына ҡунаҡ башланды. Шул саҡ ниндәй тетрәнеү кисереүемде күрһәгеҙ! Баҡтиһәң, уҡытыусыбыҙ ашай ҙа икән. Ул бит ашамаҫҡа тейеш инеме? Бына ул күңел күтәргес ризыҡҡа ла үрелде...

Наил Ғәйетбайҙың "Бабич" романын уҡығанда иҫкә төштө бала саҡтағы ошо хәл-ваҡиға. Беҙ ҙә мәшһүр шағирыбыҙҙы һәр ваҡыт Вәлидиҙең артынан ғына эйәреп, уның һүҙҙәрен генә ҡабатлап, халҡыбыҙға азатлыҡ яулауҙан тыш башҡа бер хаҡында ла уйламаған, тик шул хәстәр менән генә йәшәгән шәхес, шағир итеп күҙаллайбыҙ. Эйе, һүҙ юҡ, Шәйехзада үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә мәңгелеккә яңғырарлыҡ ғәмәлдәр ҡылып, халҡыбыҙ өсөн йәнен фиҙа ҡылған. Әммә, иң беренсе нәүбәттә, ул да бит яратырға һәм яратылырға хаҡы-хоҡуғы булған кеше. Автор мәшһүр шағирыбыҙҙың бығаса беҙ күҙ алдына ла килтерә алмаған яҡтарын күрһәтә алған. Минеңсә, романдың төп әһәмиәте лә тап шуға ҡайтып ҡала. Киләсәктә әҙәбиәт ғилеме тарафынан был әҫәр үҙенең тейешле баһаһын алыр тип ышанам.

28.12.2019

295-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Кеше мөмкинлеге сикһеҙ...

Ғалимдар кеше үҙенең физик мөмкинлегенең 10, мейе мөмкинлегенең 3-5 процентын ғына файҙалана тиҙәр. Файҙаланмаған аҡыл һәм физик мөмкинлектең иң ҙур өлөшөн үҙебеҙ менән баҡыйлыҡҡа алып китәбеҙ, имеш. Дөрөҫтөр. Яңы йыл алдынан Ингушетияла Льянов Ибраһим тигән 6 йәшлек кенә малайҙың ике тапҡыр донъя чемпионы булыуы хаҡында мәғлүмәт ишеттем...

Ул 2 сәғәт тә 25 минут эсендә иҙәндән 4445 ҡалҡына (отжимание) ала. Атаһы Тимур Льянов әйтеүенсә, Ибраһим ағаһы артынан эйәреп ирекле көрәш менән шөғөлләнә. Аҙнаның 3 көнөндә ирекле көрәш менән шөғөлләнә, тағы 3 көндә төрлө күнекмәләр яһай. Ибраһим "Рәсәйҙең рекордтар китабы"на индерелгән. Тағы ла бер йылдан көнөнә 10 мең тапҡыр ҡалҡынасаҡмын, ти малай. Уны Ингушетия Республикаһы башлығы Юныс-Бек Евкуров бүләкләгән. Малайҙың һаулығын медиктар тикшереп тора, ул — һау-сәләмәт.

28.12.2019

296-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Аҡсам булһа, атлауҙарым үҙгәрә...

Яңы йыл алдынан дуҫтарымды көлдөрөп алайым әле. Буранбай дуҫ Исҡужиндың бер һүҙе иҫтә ҡалған:"Саҡ ҡына эсмәһәк, мандып барабыҙ. Аҡса беҙгә үҙе йәбешә..." Өлөкөгөн Әҙһәм дуҫым менән осраштыҡ. Ул: "Кеҫәмә 1 мең һум инеп ятһа, һатта инде атлауҙарым үҙгәрә"— тип һынымды ҡатырҙы.

30.12.2019

297-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Был ауыл кешеләренең амёбалары йырлай, туфелькалары бейей, молекулалары таҡмаҡ әйтә...

10 йыл элек Хәйбулла районының Үрнәк ауылында йәшәүсе Ирек ҡайнаға, Гөлфинә ҡайынъеңгә Күскилдиндар менән туйҙа булып, уларҙың моңло йырына, дәртле бейеүенә хайран ҡалып: "Быларҙың барлыҡ молекулалары бейей, дәртле" – тигәйнем. Был һүҙҙәрем лаҡапҡа әүерелде. 30 декабрҙә Үрнәк ауылы клубында Яңы йыл байрамында ҡатнашып, был "молекулалар"ҙың асылын аңланым.

Бар йәһәттән дә башҡаларға үрнәк булырлыҡ үрнәктәр.Ошо бәләкәй генә ауыл халҡы бәләкәй генә клубҡа һыйған. Байрамға килеүселәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенә, тәртибенә, дәртенә һоҡланып туйманым. 90 йәшлек ҡартынан алып 3 йәшлек сабыйына тиклем һәр ҡайһыһы үҙ урынын белә, ниндәйҙер бер спектаклдә үҙ ролен башҡара һымаҡ тойолдо.Уларҙың йөҙөнән, бер-береһенә яғымлы мөғәмәләһенән ихласлыҡ бөркөлөп тора. Кешеләр араһындағы иң самими мөнәсәбәт тә тап ошондай бәләкәй ауылдарҙа ғына һаҡланып ҡалғандыр инде. Байрам аҙағында лотерея уйыны булды. Уйында отоусылар үҙҙәренә тәғәйен, беҙ ҡалала йәшәүселәр ваҡ-төйәк тип күреп өйрәнгән, бүләктәрҙе лә ҙур мәғәнә менән сығып алыуы ғәжәп итте. Улар шөкөр итә белә. Ысын кешеләр ана шулай булалыр. Тағы ла шуныһы: байрам барғанда бер кешенең ауыҙынан да тормошҡа зарланыу һүҙҙәрен ишетмәнем. Әйткәндәй, Үрнәк – ҡәләмдәшебеҙ, күренекле яҙыусы, хажиә Фәрзәнә Аҡбулатованың тыуған ауылы.

01.01.2020

298-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Хикмәтле ҡулса

31 декабрҙә сәғәт телдәре Иҫке йылдың һуңғы секундтарын тураҡлап, Яңы 2020 йылдың тәүге секундтарын һанай башлағанда, байрам өҫтәле артында ҡәйнәм көтөлмәгән тәҡдим әйтте:

--Әйҙә, барыбыҙ ҙа ҡулға-ҡул тотоношоп, йыл буйына ысҡындырмайса, берҙәм, татыу йәшәйек...

Шундай матур йола башланғысы бит был. Беренсенән, ҡулға-ҡул тотоношҡас, беребеҙ ҙә рюмкаға үрелә алмай, икенсенән, ҡулға-ҡул тотоношоп, беҙ барлыҡҡа килгән ҡулса эсендә барлыҡҡа килгән йылылыҡ Яңы йылыбыҙ ишараһы, өсөнсөнән, ҡулса эсенә ғәйбәт һүҙҙәре, хөсөт, яуызлыҡ үтеп инә алмаясаҡ, дүртенсенән, барлыҡ ауырлыҡтарҙы беҙ бергәләп еңеп сыға аласаҡбыҙ. Иншаллаһ!

01.01.2020

299-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Сәбәп ҡыл!

Хәйбуллала былтырҙан алып һаман да ойоҫҡотоп ҡар яуа. Шөкөр. Йыл нисек башланһа, шулай дауам итә, тиҙәр.

Күптәнге риүәйәт иҫкә төштө. Бер ауылда ямғыр яумағас, борсолған кешеләр аҡһаҡалға килеп зарын әйткән. Аҡһаҡал уларға: --Ҡорбан салығыҙ, Хоҙайға зар ҡылығыҙ. Әгәр ҙә Уның барлығына, минең һүҙҙәремә ышанһағыҙ, ямғыр яуыр,— тигән.

Ауыл халҡы аҡһаҡал әйткәнде үтәгән, ике аҙна үткән, тик күктән бер тамсы ла ямғыр төшмәгән. Халыҡ тағы ла аҡһаҡал янына килеп, дәғүәһен белдергәс, ул: --Мин һеҙгә нимә тинем? Әгәр ҙә Уның барлығына, минең һүҙемә ышанһағыҙ, яуыр тинем бит... --Беҙ ышанабыҙ,— тигән килеүселәр. --Бер ҙә генә ышанғанға оҡшаманһығыҙ, ышанһағыҙ ҡулсатыр (зонтик) тотоп килер инегеҙ,— тигән аҡһаҡал. Кешеләр өйҙәренә ҡайтып, ямғыр яумаһа ла, ҡулсатырҙарын тотоп йөрөй башлаған икән, ямғыр рәхәтләндереп яуырға тотонған.

...Әле яуған ҡарға ниндәй мөнәсәбәте бар был риүәйәттең, тиер берәү. Бар шул. Республикабыҙға яңы етәксе килгәс, күп һандағы ҡар таҙартыу техникаһы һатып алынды. Тимәк, сәбәп ҡылынды.

03.01.2020

300-сө күҙәтеүем

үҙгәртергә

Алданыуҙан "айнығыуым"

"Алданыуҙар алдан йөрөй икән,
Айнығыуҙар килә һуңынан..."
тип яҙғайны дуҫым Рәмил Ҡолдәүләт. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, тәүге тапҡыр алданыуымды аңлауым өлкәндәрҙең:"Һине Һаҡмарҙан тотоп алдыҡ",— тигәндәренең ялған икәнен белгәс "айнығыуым".

Тағы бер "айнығыуым" Яңы йылға бәйле. Тетрәндем ул саҡта, шуға ла иҫемдә ҡалған был ваҡиға. Ҡыш бабай тип сабый күңелем менән мөкиббән китеп ышанғаным мәктәп уҡытыусыһы Мостафа ағай Ҡотосов булып сыҡты.

04.01.2020

301-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Мунсанан сығыу рәхәтлеге

Мунса инеп сыҡтым. Яңынан тыуғандаймын. Әгәр ҙә минән:"Ниндәй рәхәтлекте тойор өсөн яңынан доньяға тыуыр инең?"— тип һораһалар, моғайын да, мунсанан сығыу рәхәтлеген әйтер инем. Тағы ла шуныһы: мунсала эҫегә түҙеүе шул тиклем ауыр, ә бына унан сығыуы шул тиклем рәхәт. Беҙҙә был осраҡта "этем рәхәте" тиҙәр, ниңәлер. Тимәк кеше үҙенең бәхетле икәнлеген аңлар өсөн иң тәүҙә ғазапланырға, бәхетһеҙлеккә дусар булырға тейешме һуң?

Ғөмүмән, был осраҡ өсөн мунсанан сығыу рәхәтлеге миҫал була аламы? Кем нисек уйлай, дуҫтарым? Әйҙәгеҙ, был һорауға бергәләп яуап эҙләйек?

06.01.2020

302-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Халҡыбыҙҙы һаҡлап тора йөрәгеңдәге хоҙай!

Зөлфиә дуҫымдың 50 йәше тулған саҡта өндәшмәй ҡалһам, яҙыҡ булыр тием. "Дуҫым" тигәс, аптыраусылар ҙа булыр, аптырамағыҙ, беҙ уның менән ана шулай бер-беребеҙҙе дуҫ тип атап йөрөтәбеҙ. Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ араһында дуҫлыҡ булмай, тиҙәр, әммә беҙ был ҡағиҙәгә буйһонмайбыҙ. Серен әйтәйемме?

Сере шунда: Зөлфиә шул тиклем һөйкөмлө, шул тиклем ихлас, шул тиклем эскерһеҙ йән эйәһе — уның менән дуҫ булмау мөмкин түгел. Дуҫлығыбыҙ уның булмышынан, асылынан килә!

Яңы йыл байрамдары алдынан уның тыуған яғында уҙған юбилей сараларында ҡатнашыу бәхете тейҙе миңә. Эх, белһәгеҙ ине дыуандарҙың, салауаттарҙың, мәсетлеләрҙең, ҡыйғыларҙың, балаҡатайҙарҙың Зөлфиәне нисек яратыуҙарын, нисек тәбрикләүҙәрен! Ғөмүмән, дуҫымды тыуған төйәгендә генә түгел, барлыҡ төбәктәрҙә лә яраталар, хөрмәт итәләр! Ҡайҙан килә икән уға ошондай мөхәббәтле мөнәсәбәт? Әлеге лә баяғы уның булмышынан, асылынан. Уның Хоҙай Тәғәләгә мөнәсәбәтенән, ҡылған доғаларынан! Зөлфиәнең Үҙенә ҡарата булған һөйөүен Хоҙай башҡаларҙың ихтирамы, рәхмәте итеп ошо рәүешле ҡайтара! Собханаллаһ!

Дуҫыма шиғыр ҙа бағышланым:

ИХЛАСЛЫҠ

Зөлфиә Ханнановаға

Хоҙай, ахыры, һине шулай
Һоҡланһындар өсөн яратҡан.
Яратҡан да, ситтән ҡарап тороп
Һоҡланғандыр үҙе аҙаҡтан.
Рафаэль Сафин

Кейенгәнең – миһырбанлыҡ,
Төрөнгәнең – инсафлыҡ.
Ҡарашыңда – шәреҡ нуры,
Йөрәгеңдә – ихласлыҡ.

Һоҡланырға һиңә ҡурҡам,
Һоғом тейеп ҡуймаһын.
Беләм хозур икәнлеген
Һин йәшәгән донъяның.

Маҡтарға ла һине ҡурҡам,
Тейеп ҡуймаһын һоғом.
Шундай күркәм бер сифатың
Миңә лә ҡалды йоғоп.

Ояла белмәгәндәр өсөн
Һинең кеүек оялам.
Башҡа өсөн ҡыҙарғанда
Һинең кеүек тын алам.

...Шиғриәттең күгендәге
Һин балҡыған йондоҙҙай.
Халҡыбыҙҙы һаҡлап тора
Йөрәгеңдәге Хоҙай!

10.01.2020

303-сө күҙәтеүем

үҙгәртергә

Рәхмәт һеҙгә!

Бөгөн Бөтә донъя Рәхмәт әйтеү көнө. Шул уңайҙан Әбйәлил районының Буранғол ауылында йәшәүсе бер ғаиләгә күптән әйтә алмаған рәхмәт һүҙҙәремде еткерергә булдым. Ике йыл элек Яңы йыл байрамы алдынан ғаиләм менән тыуған яғыбыҙға ҡайтып барғанда Буранғолға етер алдынан машинабыҙҙың камераһы тишелде. Запасканы ҡуйып алып бер саҡрым да үтеп өлгөрмәнек, йәнә бер тәгәрмәс бушаны. Нишләргә? Эңер төшөп килә.

Йүгерҙем Буранғолға. Урамда һөйләшеп торған ирҙәргә мөрәжәғәт иттем. Улар минең марка машинаһы булған өйҙө өйрәтеп ебәрҙе. Йорт хужабикәһе, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Зөлфирә Нәбиуллина, бер һүҙҙән хәлемде аңлап, гараждан улы Шайморат менеп йөрөгән ҡорос аттың запас тәгәрмәсен тоттороп, кейәүен саҡырып алып, машина менән оҙатып ҡалды. Кейәүе лә ярҙамсыл кеше булып сыҡты, тәгәрмәс ҡуйышты. Кире баш ҡалаға юлланғанда тәгәрмәсте алып килдем. Рәхмәт тә әйтә алманым үҙҙәренә. Бына бит яйы сыҡты: Бөтә донья Рәхмәт әйтеү көнөндә "Ағиҙел" журналының меңәрләгән уҡыусылары шаһитлығында ошо изге йәнле, ярҙамсыл кешеләргә оло Рәхмәтемде еткерәм! Хоҙай һеҙҙе мәрхәмәтенән айырмаһын, сауаптарын насип итһен, хөрмәтле милләттәштәрем!

11.01.2020

305-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Әлексәнкә

Бөгөн "Өс егет" ғәҙәти булмағанса кейенеүселәр хаҡында әңгәмә ҡорҙо. Студент саҡта диплом алған бер егеттең трусиксан ғына көйө, яланғас тәненә галстук тағып, өҫтөнә тун, аяғына быйма, кәпәс кейеп, дипломын бау менән тағып, коридор буйлап һөйрәп алып йөрөүе иҫкә төштө. Үҙе: "Мин һинең арттан 5 йыл йөрөнөм, хәҙер һин минең арттан эйәр",— тип ҡабатлай. Быныһы һүҙ ыңғайында ғына. Беҙҙең ауылда, мәҫәлән, ҡалаға барып ҡайтып, ҡаласа фырт кейенеп йөрөүселәрҙе "Әлексәнкә" тиҙәр. Тарихын белмәй инем. Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылы ир-уҙаманы Фәйзрахман ағай Усмановтан шылтыратып һораштым. Тарихы түбәндәгесә:

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа беҙҙең төбәктә Александра тигән бер мәрйә ауылдан-ауылға йөрөп кейем-һалым, башҡа ваҡ-төйәк һатып йөрөгән. Баймаҡ, Сибай яғынан килгәндер инде. Мәрйә үҙе бик фырт кейенеп йөрөгәндер инде. Исемен әйтергә теле әйләнмәгән ололар уны "Әлексәнкә" тип йөрөткән. Аҙаҡтан фырт кейенеп йөрөүселәргә ҡарата ҡулланыла башлаған был һүҙ. Фәйзрахман ағай һөйләүенсә, Александраның тормошона бәйле лаҡап та билдәле булды. Бер мәл Александраны ире улын эйәртеп ташлап сығып киткән. Ҡатын ауыл халҡына ошо хәлде: "Лукьян провались, Андрея жалко..." — тип зарланған, имеш. Был һүҙ лаҡапҡа әүерелеп, кешеләр урынлы-урынһыҙға, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуһа, шуны ҡабатлаған. 15.01.2020

306-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Байыҡ

Һөйөнсө, дуҫтарым! Шиғыр яҙҙым. Мин уны "Байыҡ" телевизион конкурсы етәксеһе, яҡташым Рита Өмөтбаеваға бағышлайым. Был проект уның фиҙаҡәрлеге һөҙөмтәһендә йәшәүен дауам итә:

БАЙЫҠ

Рита Өмөтбаеваға

Ат тояғы тауыштары килә
Бөгөнгөгә, сал тарихтан алып.
Йөрәктәргә күскән шул дөпөлдәү
Башҡорт бейеүе ул ярһыу “Байыҡ”!

Урал батыр дәүеренән ҡояш
Миллиард тапҡыр ҡалҡҡан, миллиард байып.
Уралтау ҙа тигән таш сәхнәлә
Башҡорт азаматы баҫа “Байыҡ”!

Сит-ят көйҙәр инде ымһындырмаҫ,
Йөрәккәйе ҡупҡалйыһа халыҡ...
Егерме бер тупһаһында бөгөн
Һыңҡылдата баҫып бейей “Байыҡ”!

Тик ҡаһарман, батыр халыҡ ҡына
Ошондай ҙа талпыныуға лайыҡ.
Милли асылыңа, булмышыңа
Елтерәтеп ҡайтарыр ул “Байыҡ”!

Кемдер ә йтер, һаман бейейһегеҙ,
Бейеү менән, тиеп, булмай байып...
Ахмаҡ ҡына рухты шулай үлсәр,
Халҡым хазинаһы – мәшһүр “Байыҡ”!

Ағиҙелгә йүгергәндәй Нөгөш,
Һаҡмарына ашҡынғандай Яйыҡ.
Нәзәкәтлек, туй-тантана итә,
Ҡыҙҙарыбыҙ бейеп китһә “Байыҡ”!

Эй, арыҫлан батыр, һары балды
Һалһалар ҙа, йотма, бул һин айыҡ.
Ғәмһеҙлектең нәҫ-саңдарын ҡағып,
Ер һелкетеп, әйҙә, бейе “Байыҡ”!

Ҡурайыбыҙ, моңдарыбыҙ барҙа,
Беҙ боронғо һәм мәңгелек халыҡ.
Халҡым күкрәгендә дөп-дөп типкән
Йөрәк кеүек мәшһүр бейеү “Байыҡ”!

307-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Ханымға ишек астым да...

Бөгөн бер бинанан сығып килгәндә ҡыҙыҡ та, ҡыҙыҡ та булмаған бер хәл-күренешкә дәл булдым. Тупһала мөләйем ханым күренде. Ул бинаға инеп килә. Ошондай осраҡ өсөн хас булғанса ишекте астым да, ханымды эскә үткәреп ебәрергә иттем. Әммә...

Йылмайып килгән ханым ҡапыл туҡталды, миңә ғәжәпләнеү ҡатыш сәйерһенеү менән шундай итеп ҡараны, ҡолап китә яҙҙым. Рәхмәт тә әйтмәне, һис юғы йылмайманы ла! Үҙемсә шундай һығымталар яһаным был хәлдән:

  • ханым әллә мине бәйләнергә һылтау эҙләп, ишек асамы икән, тип уйланымы;
  • сибәр ине, шуға бәлки мине тиң күрмәгәндер;
  • заманалар боларған бер мәлдә һаҡланып ҡалған һуңғы хыялый тинеме;
  • юрый шаярта тинеме?
  • кем белә, бәлки уға үҙ ғүмерендә бер ваҡытта ла ишек асып индереүсе булмағандыр. Һ.б.

Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтарым! 17.01.2020

308-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Сәсән тыуҙы бөгөн

Хәт-тәр заманда йәшәйбеҙ. Элек кешеләр менән юлдарҙа, мәжлестәрҙә, ниндәйҙер эш башҡарғанда, хатта һуғышып та (һуңынан дуҫлашып) таныша инек. Хәҙер иһә бөтөнләй йөҙөн күрмәгән, тауышын ишетмәгән кеше менән дә танышып, хатта ки дуҫлашып була икән. "Киске Өфө" гәзитендә эшләгәндә Баймаҡ яғынан "Икен Этҡолов" тигән бер бәндә (Аллаһтың ҡоло була) Йылайыр районы менән Баймаҡ районы сигендә район атамаһы башҡортса яҙылмауы хаҡында мәҡәлә ебәрҙе. Артабан да ул шуға оҡшаған башҡа хәбәрҙәр яуҙырырға тотондо. Исемен белә алманыҡ уның. Бер мәл гәзиттә смс конкурс иғлан иттек. 2-се конкурс башланғас, йәнә лә "Айытҡужа" тигән бер бәндә уҡығанда йығылып китерлек шиғырҙар, төртмә таҡмаҡтар ебәрергә тотондо. Үҙен еңеүсе итеп, бүләк бирергә ҡарар иттек. Бүләкте тапшырыр өсөн паспорт күрһәткестәре кәрәк булып, үҙенә шылтыраттыҡ. Кем булып сыҡты тиһегеҙме?

Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылынан Әкрәм Ҡәйепҡолов тигән ир-уҙаманы! Әйткәндәй, Яңы йыл алдынан уның Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә шиғыр китабы донья күрҙе. "Ағиҙел" журналының яҡын дуҫы Әкрәм ағай. Журналды үҙ төбәгендә яҙҙырыусы һәм таратыусы. Уның бөгөн юбилейы. Дуҫыбыҙҙы оло байрамы менән ҡотлайбыҙ, һәр ваҡыт та һап-һау, шаян, йәш булып ҡалыуын теләйбеҙ!

Кесерткәндәй саға әйткән һүҙең,
Тыңлағанға уны бирһен түҙем,
Егеттәргә биргеһеҙһең үҙең,
Уралтауға баҡҡан ике күҙең,

17-лә кеүек һаман үҙең,--
70-кә лә еттең, ыста, нежүл?
Хатта христиандар һыуҙа йөҙөп,
Ҡыуаналар:"Сәсән тыуҙы бөгөн!"
19.01.2020

309-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Безнең... башҡортларымыз...

"...Безнең урман тарафлы халайыҡларымыз — башҡортларымыз вә ғәйрәтләремез ғәйәт дә пәһлеүәнләрдер. Вә һәм уҡ атарға мәргәнләрдер... Ботаҡҡа ҡунған тейенне, сусарны атҡанда ботағы берлә өзеп төшөрәдер. Вә һәм саңғы берлә йөрөргә шул ҡәдәр осталар, урман эчендә ҡачҡан кейек ҡотолмайдыр. Алдына арҡылы ятҡан ат бейеклеге агачларны аша сикереп чыгалар. Юлдан елеүче аҡ ҡардан елгән саңғылы кешеләремезгә етмәйдер. Вә һәм йөрәклелек дә шул ҡәдәр..."

Был юлдарҙы кем яҙған тиһегеҙме?

Шлиссельбург төрмәһендә ултырыусы Батырша батшаға яҙған хатында төньяҡ-көнбайыш башҡорттарын ошо рәүешле тасуирлай. Шундайын ғәйрәтле вә йөрәкле бәһлеүән башҡорттарҙың хәҙерге көндә йәшәүсе вариҫтары үҙҙәрен нисек итеп тоя икән? 21.01.2020

310-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Кемдәр йыртҡыс: бүреләрме?

Һуңғы көндәрҙә "Бәйләнештә" селтәрендә, ватсапта бүреләргә һунар итеүгә бәйле ытырғандырғыс, йән өшөткөс видеояҙмалар, фотоһүрәттәр пәйҙә булды. "Йыртҡыстар кемдәр һуң: бүреләрме, әллә һунарсылармы?" тигән һорау тыуҙы күңелдә?

Хоҙай бүреләрҙе аҙау тешле, ит менән туҡланыусы йәнлек итеп яралтҡан икән, уларҙың йәшәү рәүеше йыртҡыслыҡ тип баһаланырға тейешме? Бүреләр бесән менән туҡланыусы зат булһа, беҙ уларҙы ит ашағаны өсөн йыртҡыс тип атай алыр инек. Ярай, бүреләргә һунар ҙа кәрәк икән, уларҙың үрсеүен контролдә тотоу ҙа кәрәк икән,ти. Ә ниңә һуң уларҙы, йәне сыҡмаған көйөнә бахыр хәленә төшөрөп, бүрелегенән көлөп, мыҫҡыл итергә һуң? Инә бүренең рәнйеше төшә тигәнде ишеткәнем бар. Тәбиғәттә, йәмғиәттә, тәғлимәттә "бумеранг ҡануны" тигән күренеш бар. Йәғни кемделер рәнйетеүсе үҙе лә уның хәленә ҡала...

311-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Үлем ҡурҡынысмы? Инспектормы?

Бер күренешкә аптырайым. Руль артында китеп барғанда ҡаршы килгән машина сигнал биреүе була, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктерә һалабыҙ...

Йәғни, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторынан ҡурҡыуыбыҙ ҡайышты эләктертә. Хоҙай һаҡлаһын, аварияға эләгеп һәләк булыу ҡурҡынысы түгел. Ни өсөн икән?

07.02.2020

313-сө күҙәтеүем

үҙгәртергә

Яҡшы кеше насармы?

"Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел", тип өйрәтә халыҡ аҡылы. Ҡыҙыҡ. Тимәк, яҡшы кешеләр менән бер рәттән, насарҙары ла әүлиә булып сыға түгелме? Әйтерең бармы? Ошо хаҡта уйланып йөрөй торғас, шундай уйҙарға ла килдем: идеаль кеше булмағанлыҡтан, бөтәһенең дә плюстары һәм минустары була. Әгәр ҙә ҡапма-ҡаршы ошо ике заряд булмаһа, эйе нимә, энергия булмай һәм лампалар янмай. Тимәк, тик яҡшы йә тик насар кешенең эргәһендә ҡараңғы буламы? Тимәк яҡшы кеше лә насармы? Ҡыҙғаныс!..

Ошо хаҡта уйлана торғас, яҙылды ла инде ошо шиғырым:

ПОЛЮСТАРЫМ

Йәшәнем дә, йәшәмәнем кеүек
Йөҙ һыуымды түгеп, көн өсөн.
Ғәфү итерһегеҙ, дуҫҡайҙарым,
Плюстарҙан артһа минусым.

Төрлө саҡтар булды, ҡайһы берҙә
Минустарҙың еңде бизмәне.
Биҙгәк тотор саҡтар булды, әммә
Йәшәүемдән һис тә биҙмәнем.

Уҡытыусыларым теләгәнсә
Көндәлегем тулһа плюстар, –
Энергия булмаҫ, ток та булмаҫ,
Бериш икән әгәр полюстар.

Һеҙ йәшәгән ошо донъяларҙы
Гел яҡтыртыр өсөн киремен.
Энергиям булғас, ток та булғас,
Был донъя бармын, теремен.
10.02.2020

314-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Киҙеүҙән битлек һаҡлаймы?

Киҙеү хаҡында Интернетҡа ҡуйылған мәғлүмәт самаһыҙ күп. Уларҙың ҡайһылары бер-береһенә ҡаршы килеп тә, бер-береһен инҡар итеп тә ҡуя. Асып уҡый, өйрәнә торғас, шундай һығымтаға ла килеп ҡуйҙым: эйе, медицина битлеге кешене киҙеүҙән һаҡламай, киреһенсә, ул киҙеү йоҡтороуға ла булышлыҡ итә икән. Ни өсөн тигәндә.

Киҙеү вирустары йылыны ла, һыуыҡты ла яратмай. Тимәк өйҙә лә ултырмай, тышта ла йөрөмәй. Улар йорттарға, биналарға тыштан ингән урындарҙа: соландарҙа, фойеларҙа, йәғни тыш менән өйҙөң, бинаның буфер зонаһында, һыуыҡ менән йылы осрашҡан урында мыжғып тора, имеш. Беҙ кейеп йөрөгән битлек тә шундай зонала: тыныбыҙ менән сепрәктең эске йөҙлөгө тап уларҙың яратҡан урыны. Тимәк, беҙ битлек кейеп йөрөп, вирустарҙы үҙебеҙгә йыйып йөрөйбөҙ икән дә. Кем белә, бәлки киҙеүҙән һаҡланыу өсөн түгел, уны башҡаларға йоҡтормаҫ өсөн кейергә кәрәктер битлекте. Кем нисек уйлай? Алло, табиптар!

13.02.2020

315-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Шәжәрәһен белгән — оҙаҡ йәшәгән...

6 февралдә Баймаҡта үткән әҙәби осрашыуҙа Сәлимә һеңлем ошо күҙәтеүҙе яҙырлыҡ ҡыҙыҡлы бер һүҙ әйтеп ҡуйҙы: "Әхмәр ағай ауылға ҡайтҡан һайын беҙҙе яңы табылған бер туғаныбыҙ менән таныштыра..." Шундайыраҡ ғәҙәтем бар шул. Минән дә күберәк Баймаҡ районының Йылым ауылында йәшәүсе Ғәли ағайым Фәхритдинов туғандарыбыҙҙы юллап, шәжәрәләр төҙөй. Рәхмәт уға! Нимә генә тимә, туғанлыҡ менән көслө халҡыбыҙ. Башҡорт ғалимы М. Өмөтбаев юҡҡа ғына шәжәрәңде белеүҙе аҫаба башҡорттоң төп йәшәү шарты тип һанамаған. Мин үҙем, мәҫәлән, тамырҙарымды күберәк белгән һайын комлекстарымдан ҡотола, һауыға барам. Эйе, һаулығым... нығына, алдағы көндәремә ҡарата өмөт-ышанысым арта. Шәжәрәңде белеүҙең билдәле дөйөм әһәмиәтенән тыш үҙемсә ошондай ҙа һығымталар яһаным:
— Бығаса билдәле булмаған туғанлыҡ ебеңде табыу һине ошо тупраҡҡа, ошо халыҡҡа бәйләүсе тағы бер тамырҙы табыуға тиң. Тамырҙар күберәк, тәрәнерәк булған һайын ағас та ерҙә нығыраҡ , оҙағыраҡ ултыра. Ныҡлыҡ, оҙайлыҡ — һаулыҡ билгеһе;
— "Беҙ күп һанлыбыҙ, күмәкбеҙ"тигән психологик фактор. Хатта ки кешене закон яҡламаған хәлдә лә туғандары яҡлай. Ундай кеше хатта ки эшһеҙ, йортһоҙ тороп ҡалған саҡта ла, урамда һәм ас ҡалмаясаҡ.Ҡыҫҡаһы, туғандарының күплеген белгән кешелә кәмһенеү комплексы (комплекс неполноценности) булмайҙыр, ундай кеше рухи яҡтан да, физик йәһәттән дә һау булалыр, тием.

15.02.2020


316-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Һөйләшеп һүҙҙәр, көйләшеп көйҙәр бөтмәне...

Студент саҡта бер ятаҡ бүлмәһенә барып ингәндә хайран ҡалырлыҡ күренештең шаһиты булдым. Бүлмәлә байтаҡ ҡына кеше күренә. Улар миңә иғтибар ҙа итмәне, сөнки диҡҡәттәре бөтөнләй башҡа кешелә. Ихластан да ихласыраҡ, таныш булмаған егет бүлмәләгеләрҙе ауыҙына ҡаратып, әңгәмә ҡороп ебәргән. Ҡараштарынан нур бөркөлөп тора, тауышы туғаныңдыҡы кеүек яҡын, йылы, йомшаҡ, яғымлы. Тыңлаусыларға мин дә ҡушылдым...

Башҡорт халыҡ йырҙарының, боронғо ҡомартҡыларыбыҙҙың әһәмиәте, ҡабатланғыһыҙ моң йөкмәткеһе, текстарындағы фәлсәфә, кинәйә, төрлө йырҙарҙың варианттары хаҡында икән уның әңгәмәһе. Хәйбулла районының Әбеш ауылы ир-уҙаманы Камил Илембәтов менән шул рәүешле таныштым. Шул саҡтан алып уның менән өс тиҫтәләп йыл танышбыҙ, дуҫбыҙ. Үтә лә кеселекле, кешелекле шундайын хайран кеше менән дуҫ булмайса мөмкин дә түгелдер. Хоҙай уны юлыма тиккә сығармаған! Ҡурайсы, йыраусы, педагог, ауыл хужалығы белгесе, һоҡланғыс атай, ғаилә башлығы Камил дуҫым. Һуңғы йылдарҙа дингә килде, тыуған ауылында мәсет төҙөүҙә ҡатнашты. Хәҙерге ваҡытта Сорғот ҡалаһы мәсетендә имам-хатиб булып тора. Маҡсаты: ситтә йөрөгән яҡташтарыбыҙға үҙ телебеҙҙә вәғәздәр һөйләү, дин юлына күндереү. Кисә көтмәгәндә-уйламағанда редакциябыҙ ишеген асып килеп инде ул. Мине лә юбилейым айҡанлы ҡотланы, бүләктәр бирҙе. Һәр ваҡыттағыса, һөйләшеп һүҙҙәр, көйләшеп көйҙәр бөтмәне. Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, имен-аман йөрө, Камил дуҫым, Хызыр Илъяс юлдаш булһын үҙеңә! Һоҡланғыс көйҙәребеҙҙе йырлашып, хәл белешеп, бер шағир әйтмешләй, һүнеп барған күңелдәргә йән йылылығыбыҙҙы өләшеп, йәшәйек әле фани донъяларҙа!

18.02.2020

320-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Карантин һабағы

Бөгөн "Теге өсәү" мәктәптәрҙә тәртип мәсьәләһенә бәйле әңгәмә ҡорҙо. Һорау шулайыраҡ ҡуйылды: "Әгәр ҙә уҡыусы бала уҡытыусыһын ҡыйырһытһа, ҡул күтәрһә (һуңғы ваҡытта бындай хәлдәр йыш ҡабатлана икән!), уларҙың ата-әсәһенән штраф түләтеү дөрөҫмө?" Баҡтиһәң, был хәлде закон көсөнә индерергә теләүселәр ҙә бар икән. Ғөмүмән, балалар ни өсөн тәртипһеҙ һуң? Был йәһәттән ата-әсәләр шундай талап ҡуя: уҡытыусы әгәр ҙә уларҙың балаһын уҡытҡан өсөн эш хаҡы ала икән, тәрбиә эшен дә улар алып барырға бурыслы. Ә уҡытыусылар әгәр ҙә балаға ғаиләлә тәрбиә нигеҙе һалынмаһа, мәктәп кенә көсһөҙ бында, тип иҫәпләй. Һуңғы йылдарҙа ата-әсәләр үҙ балаларын ҡурсалап уҡытыусыға ябырылыуы бер кемгә лә сер түгел. Ысынлап та, кемдәр хаҡлы һуң бында?

Был урында ике яҡтың да хаҡ йә хаҡһыҙ икәнлеген раҫлап бихисап дәлилдәр килтерергә мөмкин булыр ине. Мин иһә бер генә дәлил килтереп, мәсьәләне хәл итеү юҫығын һәр кемдең үҙ ихтыярына ҡуям. Киҙеү, коронавирус таралыу ҡурҡынысы барлыҡҡа килеү сәбәпле мәктәптәрҙә оҙайлы карантин иғлан ителде. Күп кенә ата-әсәләр ошо ваҡыт арауығында балаларының өйҙәрендә булыуын, уларҙы контролдә тотоуҙоң ни тиклем яуаплы һәм ауыр ғәмәл икәнен аңлап, мәктәптәрҙә тиҙерәк уҡыуҙар башланыуын түҙемһеҙлек менән көтөүе хаҡында белдереп, уҡытыусыларына шылтырата башланы. Хоҙай бер нәмәне лә былай ғына бойормай тиҙәр бит. Кем белә, бәлки Ул уҡытыусы һөнәренең ни тиклем ауыр һәм яуаплы икәнен ата-әсәләргә аңлатырға теләйҙер.

27.02.2020

322-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Ҡорбанлыҡ психологияһы

"Домашний" телеканалы аша ял көндәрендә "Гүзәл быуат" телесериалы күрһәтелә башланы. Ул тәүге тапҡыр 2011-2014 йылдарҙа эфирға сыҡты. Телесериал барлығы 139 сериянан тора. Донъяның күп миллион тамашасыһының һөйөүен яулаған фильмдың уңыш сере нимәлә һуң? Бында күп кенә дәлилдәр килтерергә мөмкин булыр ине. Әйтергә кәрәк, фильмды төшөрөүселәр сериянан серияға тамашасының иғтибарын көсөргәнештә тотоуға өлгәшкән. Мине, мәҫәлән, телесериал геройҙарының береһенең дә ысын мәғәнәһендә бәхетле була алмауҙары ныҡ аптыратты. Ни өсөн шулай һуң? Был һорауға яуап бирер өсөн Ғосман империяһы тарихына күҙ һалыу кәрәктер. Уғыҙ нәҫеленең төркмән ҡайилары нигеҙ һала был дәүләткә. Дәүләтте ҡороу ғына түгел, уны һаҡлау ҙа ҡорбандар талап итә. Телесериал "Гүзәл быуат" тип аталһа ла, уның йөкмәткеһе тап шундай ҡорбанлыҡ хаҡында. Ундағы һәр бер персонаж солтанатта тәртип һаҡланһын өсөн үҙенең ниндәйҙер хоҡуғы, ихтыяжы, һуңғы сиратта бәхете менән ҡорбан итә. Ә бит төрөктәр был дәүләтте үҙ ҡәүемен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн төҙөй. Был күҙлектән ҡарағанда ҡорбандар аҡланған да һымаҡ. Беҙ ҙә дәүләтебеҙ именлеге хаҡына күп кенә хоҡуҡтарыбыҙҙы, ихтыяждарыбыҙҙы ҡорбан итеп йәшәйбеҙ бит.

02.03.2020

323-сө күҙәтеүем

үҙгәртергә

Улдарҙы һаҡлау ысулы

Атайым 2010 йылдың 11 ноябрендә ысын донъяға күсте. Вафатына ике аҙна самаһы ваҡыт ҡалғанда миңә ризалығын биреп, ғүмерлек бер серен асты. — Былайтып ятҡас, әжәлдән ҡотолоп булмаҫтыр. Һикһәнемде тултырып үләм, улым. Мин бығаса 1932 йылғы булып йөрөнөм, ысынында 1930 йылғымын. Герман һуғышына алынып, бик күп улдарын юғалтҡан әсәләр, уларҙы һаҡлар өсөн һәр ваҡыт йәшен кәм яҙҙырған. Мине лә ҡарсәйең ике йылға һуңыраҡ теркәткән. Ҡәбер ташыма ысын тыуған йылымды яҙырһығыҙ...

16.03.2020


324-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Альберттарҙы бөтөрә алмайбыҙ

Был хәл булғанмылыр-юҡмылыр, беҙҙең яҡта бер ир һуғышҡа алынғас, ҡатынынан шундай хат килгән: "Ҡотлайым, һин тағы атай булдың. Улыбыҙ тыуҙы, уға Альберт тип исем ҡуштыҡ. Гитлерҙы өңөндә дөмөктөрөп, тиҙерәк еңеү менән әйләнеп ҡайтыуыңды көтәбеҙ..." Күпмелер ваҡыт үткәс ҡатыны фронттағы иренән асыулы хат алған: "...Ҡаҡшатҡанһың икән, беҙ бында бер альберттарҙы бөтөрә алмай йөрөйбөҙ..."

Был ваҡиғаның аҙағы нисек бөткәндер, тарих быны белмәй. Кем белә, бәлки германдарҙың данлыҡлы Альберт исеме беҙгә тап һуғыш арҡаһында килгәндер.

17.03.2020


325-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Башҡортлоҡ - ул милләт кенә түгел...

Тыуған ауылым Буранбайҙа тик боронғо халыҡ йырҙарын башҡарыу ғына йырлай белеүгә иҫәпләнә. Заман йырҙарын башҡарыусылырҙы "таҡмаҡсылар" тип атайҙар. Бәлки был һүҙҙәр ҡатыраҡ та әйтеләлер. Әммә Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми беҙҙекеләрҙән дә уҫалыраҡ итеп әйткән бит.

Башҡортлоҡ – ул милләт кенә түгел,
Ҡурай кеүек ябай, ҡатмарлы.
Ерҙә әле рух бар – халыҡ рухы,
Ҡабул итмәй ул рух юҡ-барҙы.

Халыҡ рухы — халыҡ ҡанынан ул,
Ул бөйөк hәм изге төшөнсә.

Ул мөҡәддәс! Борғоларға уны
Тейеш түгел hәр кем үҙенсә.

Халыҡ рухы hәр кем йөрәгендә
Ул дөйөм дә hәм ул үҙ аллы.
Әгәр ҙә hин ысын башҡорт икән,
Йырлап күрhәт миңә "Урал"ды...

18.03.2020

326-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Ерҙә ожмах булмаһа ла. Ете миллиард кеше яҡшы йәшәй алырлыҡ...

Халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы, ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Хәлил Әбүбәкер улы Барлыбаевты һуңғы юлға оҙатыуға арналған матәм митингыһына килеүселәрҙең күҙҙәренә эленгән йәш тамсылары яҙғы ташҡындарға ҡушылды.

Әммә яҙғы даръялар ғына юя алырмы йөрәктәргә уйылған юғалтыу хисен?

Былтыр "Ағиҙел" журналының 2-се һанында "Донъяның режиссеры булһам" тигән рубрика аҫтындағы әңгәмәлә ул "Әгәр ҙә донъяның режииссеры булһағыҙ, уны тарихтың ҡайһы еренән башлап нисегерәк итеп ҡорор инегеҙ?" тигән һорауға түбәндәгесә яуап биргәйне:

"...Иң элек ер шарындағы һәр дәүләт етәксеһен йыйып, уларҙы Рим папаһын һайлаған епископтар һымаҡ итеп бер урынға бикләп, бар донъяла бөтә ҡоралды, армияларҙы, ҡорал етештереү йыһаздарын юҡ итеп, уларға сарыфлана торған аҡсаны донъялағы бар илдә эш урындары булдырыуға, социаль-мәҙәни һәм экология мәсьәләләрен юлға һалыуға йүнәлтелгән ҡәтғи үтәлә торған договор төҙөргә мәжбүр итеп, уны төҙөмәйенсә уларҙы бикләнгән урындан сығармаҫ инем. Шулай уҡ именлек һаҡлау өсөн етерлек кимәлдә полиция хеҙмәткәрҙәрен ҡалдырып, ҡалғандарын отставкаға ебәрер инем. Шунан һуң бөтә ғалимдарҙы йыйып, нисек итеп бөгөн донъяла хакимлыҡ иткән аҡсаны бөтөрөп, урынына һәр кешенең йәмғиәткә килтергән файҙаһын һәм уның йәмғиәт фондынан ала торған матди өлөшөн һанай торған икенсе яңы система булдырыу ысулдарын табырға тәҡдим итер инем. Ул ысул табылғас, бөтә донъялағы кәрәкмәгән аҡса эшләү йыһаздарын, банктарҙы, финанс министрлығын һәм органдарын, бухгалтерияларҙы, магазиндарҙы, кассаларҙы, төрлө билеттәр һатыуҙы, квитанциялар таратыуҙы һәм башҡа файҙаһыҙ урындарҙы һәм шөғөлдәрҙе юҡ итер инем. Бындай осраҡта бөгөнгө артыҡ байлыҡта йөҙгән паразит байҙар үҙенән-үҙе юҡҡа сығыр ине. Шул эштәр тормошҡа ашырылһа, Ерҙә ожмах булмаһа ла, һәр бер ете миллиардтан артыҡ кеше үҙе ҡәнәғәт булырлыҡ йөкмәткеле көн күрер ине. Ана шул файҙаһыҙ эштәргә сарыф ителгән аҡса бөгөн дөйөм донъя йәмғиәте мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелһә, хәҙер ер шарында көн һайын тәрән аслыҡ кисергән, эсер һыуһыҙ зарыҡҡан йөҙ миллиондан ашыу һәм дөм-ҡара фәҡирлектә, төрлө ауырыуҙарҙан интегеп, наҙанлыҡта көн күргән бер миллиардҡа яҡын кеше бөгөнгө заман цивилизацияһына ҡушылып йәшәр ине. Тағы ла, күрһәтелгән кәрәкмәгән, файҙаһыҙ һәм зыянлы эштәр һәм расходтар урынына, донъя халҡын, бөтә илдәрҙе берләштереп, бергәләп космосты үҙләштереү, ер шарының әле өйрәнеп һәм эшкәртеп бөтмәгән урындарын табып файҙаланыуға тотоноу, глобаль климат йылыныуына ҡаршы тороу һәм башҡа шундай дөйөм кешелек мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырыу зарур..."

20.03.2020

327-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Академтеатр эргәһенән үтеп барһам актер Айҙар Шәмситдиновты осраттым. Ул театрға килгәндә Хәким Мортазин шулай тип әйткән, имеш:"Ғәрлек бит, йәмәғәт, ғәрлек, минән дә оҙонораҡ кеше театрға килде..." Әйтегеҙ әле, йәмәғәт, тағы ла ниндәй театр Хөрмәт Үтәшев, Фидан Ғафаров, Хәмит Шәмситдинов (мәрхүм), Хәким Мортазин, Айҙар Шәмситдинов кеүек баһадирҙары менән ғорурлана ала! Улар янында үҙебеҙҙе малай кеүек[35] тойһаҡ та, ғорурлығыбыҙ Ирәмәлдәй юғары! Айҙар минең туғаным да. Уның ҡартәсәһе (атаһының әсәһе) беҙҙең аранан. Ҡартатайҙарыбыҙ шулай оҙон буйлы булған, күрәһең, уға ДНК күберәк эләккәндер. Буранбай сәсән ҡаны ла тибә Айҙар ҡустымда!

24.03.2020

328-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

329-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Сабир ағай менән осрашҡандыр инде

Дуҫтарым Райман Ишбаев менән Рәйес Түләк ғүмерҙәренең аҙағында икәү-ара ниндәйҙер идея-ниәт менән йәшәнеләр һымаҡ. Раймандың машинаһына ултырып Өфө буйлап елдереп тә йөрөнөләр, һәр хәлдә, икеһенең дә ҡылын тартып ҡараһам да, ваҡыты еткәс үҙең белерһең, тигән һымағыраҡ ишара менән серҙәрен сисмәнеләр. Шулай итеп, бер-береһенән 4 айға ғына ҡалышып, баҡыйлыҡҡа күстеләр. Был хәл осраҡлы ла булып тойолор ине, әммә Сабир ағай Шәрипов менән Дамир Шәрәфетдиновтың да ысын доньяға уҙышып үтеүҙәре тетрәндерҙе. Ни өсөн тигәндә сәбәптәре булмаған көйө, Харис ағай Сәғитов машинаһы менән баҡсаһынан алып киләм, тип барғанда ла, Дамир Сабир ағайҙы һуңғы юлға оҙатырға килмәне лә ҡуйҙы. Быны вайымһыҙлыҡ тип тә атарға мөмкин булыр ине. Әммә һуңынан Дамирҙан ни өсөн килмәүе хаҡында һорашҡайным[36], ул тыныс ҡына итеп: "Беҙ бит Сабир ағай менән һөйләштек"— тине лә ҡуйҙы. Тап шул саҡта Райман менән Рәйес иҫкә төштө лә инде. Баҡыйлыҡ хәлдәре, унда күсеү йолалары башҡасараҡ, күрәһең. Бөгөн Дамирҙың баҡый доньяға күсеүенә 40 көн. Тап ошо көндә мәрхүмдең хәтере доньялыҡтан айырыла, ҡырҡыла, баҡый доньяға ялғана тиҙәр. Яҡташы, дуҫы, яҡын ағаһы, Баҡый ауылы уҙаманы Сабир ағайҙың рухы менән бөгөн дуҫыбыҙҙың йәне баҡыйлыҡта осрашҡандыр инде.

Алдан һөйләшеп килешкәнсә...

31.03.2020


330-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Замандың "Кураж мамашалары"

Был күренеште нәфсенең шашыуы тип кенә атап булмайҙыр. Тәрәнерәк йәшеренгән ауыр көндәр килгәндә байып ҡалырға ынтылыу күренеше. Немец драматургы Бертольд Брехттың "Мамаша Кураж һәм уның балалары" тигән пьесаһындағы ваҡиғалар тарихта "Утыҙ йыллыҡ һуғыш" (1618-1648) тип нарыҡланған заманда бара. Унда Кураж (Анна Фирлинг) һуғыш яланында үҙенең ылауы менән һатыу итеп йөрөй. Һуғыш уға табыш килтерә. Йән ҡыйышыуҙар әҙгә генә туҡталып ҡалһа, Кураж, бөлгөнлөккә төшөүенән ҡурҡып ҡайғыра башлай. Кураж А.С. Пушкиндың "Табутсы" повесындағы "мәрхүмдәрҙең һаулығы өсөн эскән" Адриан Прохоровты ла хәтерләтә. Карантин алдынан беҙҙең магазиндарҙа ла тәүҙә имбиргә хаҡ бер нисә тапҡыр күтәрелгәйне. Хәҙер иһә "Кураждар" менән "Адриандар" үҙ эшен белә.[37]

01.04.2020


331-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

332-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Көлөн ашап, ҡурай уйнап буламы?

Ысынлап та, бик ҡыҙыҡ һорау: көлөн ашап, ҡурайҙа уйнарға өйрәнеп буламы икән? Бала саҡта һыуыҡ мунсала ауыҙҙар ҡап-ҡара булып, ҡурай үләне яндырылған көлгә сәсәп ултырған ваҡыттар иҫкә килеп төшһә, йығылып ятып көләбеҙ. Атайыбыҙ беҙгә бының өсөн фәҡәт мунсаға барырға ҡушыр ине. Хәйер, был хаҡта Тамсы ҡыҙыма һөйләп бирҙем. Берыңғай, атайым өйрәткәнсе, ҡурай ҙа яһап күрһәттем[38].

8.04.2020

333-сө күҙәтеү

үҙгәртергә

Аҙ – ике генә хәрефтән торғас, аҙҙыр, күрәһең.

Үҙизоляция быға тиклем ниәтләнеп тә, ваҡыт йә форсат табылмаған күп кенә ғәмәлдәремде атҡарырға ярҙам итте. Айырым һүҙҙәрҙең яңғырашынан, төҙөлөшөнән, йә башҡа сифатынан ниндәйҙер мәғәнә йә мәрәкә эҙләү ғәҙәтемә ингән. Тик уларҙы ниндәйҙер бер системаға һалырға бығаса ҡул теймәне. Ваҡытында сатирик шағир, мәрхүм дуҫым Буранбай Исҡужин хатта ошо йүнәлештә махсус “Беҙҙеңсә-һеҙҙеңсә һүҙлек” тигән әкәмәт тә төҙөгәйне. Ә мин иһә бындай яҙмаларымды “Уйынлы-ысынлы, килделе-киттеле һүҙлек” тип атаным. Исеменән күренеүенсә, был һүҙҙәргә аңлатмаларҙан логик нигеҙләү эҙләргә кәрәкмәй. Шулай уҡ ҡыҙыҡлы тойолған ҡайһы бер диалект һүҙҙәрен дә килтереп үтәм. Рәхәтләнеп көлһәгеҙ йә һис юғы йылмайып ҡуйһағыҙ, шат булыр инем. Бисмиллаға “А” хәрефенән башлайым.
А: Абрикос – һутын һығып алһаң, абрисок була. Авиапочта – класта артҡы партала ултырған ҡыҙҙарға осоролған самолет-хат. Автобиография – үҙең яҙған яҙмыш. Автобус – автомуйынсаҡ. Автомат – автоһүгенеү. Ағыу – аҡ төҫтәгеһе – ағыу (аҡ ыу), һарыуы – һарыу, ҡараһы – ҡарыу микән? Аҙ – ике генә хәрефтән торғас, аҙҙыр, күрәһең. Аҙғын – аҙ ғынаға риза булмаусы. Аҙыҡ-түлек – аҙыҡты түләп алырғамы, әллә аҙаҡ түләпме? Аҙым – алға барһаң – аҙым, артҡа баҫһаң – мыҙа. Межа, межалау ошонан алындымы икән? Азбука – “Алфавит”та – 33, “Әлифба” ла – 42 хәреф булғас, “Әҙ букв” була инде. Айбаныу – ай, Баныу, тип Баныуҙы күреп онотолоу. Академик – (ҡаҙаҡ һүҙе), әкә (ағай) тимәк. Беҙҙеңсә “ағай тимәк”. Акация – сейә эргәһендә үҫкән ағас. Аккомпанемент – бер компанияла йөрөүсе мент. Акро – (грек һүҙе), һуңғы сик, алыҫ, бейек. Ә ҡысҡырыуҙың һуңғы сиге – аҡырыу (акро). Актуаль – аҡ бәҙрәф. Акционер – аҡса инер йәмғиәт. Алама – аномаль. Албырғау – антонимы – артбырғау. Алгебра – математика алға бара. Алйот – “ал” һәм “йот”тан яһалған. Тәмен дә тәмләмәйенсә йотҡас, алйоттор, күрәһең. Алкауник – бер инәй һөйләне: “Күршеләремдең бер улы врач, бер улы мәктәп лиректоры, өсөнсөһө – балкауник, минең малайҙар өсөһө лә – алкауник...”; Алмағас – алмаһын алмағасығыҙ, өҙөлөп төшкәнсе ултыра инде. Амбразура – үлемһеҙлеккә ишек. Амнезия – аңға зыян. Амплитуда – теге яҡҡа хәрәкәт, был яҡҡағыһы – амплисюда. Анализ – ана, Лиза китеп бара. Ананас – ул беҙҙе. Аңра – тамыры “аң” булғас, ниңә аңра икән? Аппаратура – ура, аппаратура килде! Апитерапия – әпәй терапияһы, икмәк ашап дауаланыу. Арбалет – осоп йөрөүсе арба. Арифметика – метиктың арифы. Армия – әрме һәм мин. Арыҫлан – Руслан менән Рөстәмдең ҡартатаһы. Асатай – атаҡлы йыраусы, яҙыусы, хужалыҡ етәксеһе Спартак Илъясов. Асыл – “асылыу”ҙан алынған. Йомоҡ, ябыҡ кешеләр йомол, ябыл буламы? Аскет – асҡа үлгән эт. Аспирант – ас пираттың анты. Асфальт – иң ҡыҫҡа ғүмерле юл ҡатламы. Атлет – осоп йөрөүсе ат.

20.04.2020

Һылтанмалар

үҙгәртергә