Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Б
- Баҙнатлы тыныслыҡ яратыр
- Бай булмаһаң бай булма, ғилем-һөнәргә һай булма.
- Бай менән дуҫлашма, түрә менән талашма.
- Бай менән ҡоҙа булһаң, наҙланып маҙаңды алыр, ярлы менән ҡоҙа булһаң, теләнеп маҙаңды алыр.
- Бай бай өсөн тырыша, ярлы ярлыға булыша.
- Бай байға ҡарар, һыу сайға ҡарар.
- Бай байҙы оҙатыр — «ҡоламаһын» тип, ярлыны оҙатыр «урламаһын» тип.
- Бай байлығын итә: ай һайын ҡатын ала, ауыл һайын йорт һала.
- Бай байлығын һөйләр, ярлы ҡайғыһын һөйләр.
- Бай байыһа, хан булыр.
- Бай балаһы байға оҡшар, бей балаһы бейгә оҡшар.
- Бай балаһы байға оҡшар, бәйләнмәгән тайға оҡшар
- Бай балаһы ун бишкә еткәс баш,
Ярлы балаһы утыҙға еткәс тә йәш.
- Бай бар ерҙә «малым бар» тимә,
Ғазраил бар ерҙә «йәнем бар» тимә.
- Бай барын бирмәҫ, юҡ ҡарап тормаҫ.
- Бай барҙа ыҙан һыҙма, түрә барҙа түргә уҙма.
- Бай бер күҙһеҙ, ярлы ике күҙһеҙ
- Бай бисәһе — бей бисәһе.
- Бай бирмәҫ, ярлы ҡарап тормаҫ.
- Бай бирәсәген мал менән, ярлы бирәсәген тир менән түләр.
- Бай булһаң, балпан бул ярлы булһаң, ҡалтаң бул.
- Бай кешегә ҡәберең яҡың булмаһын.
- Бай күңелен май баҫыр.
- Бай ҡарғышы ярлыға төшмәҫ.
- Бай ҡашына барып ҡун — байымаһаң, миңә кил,
Юҡ ҡашына барып ҡун — юғалмаһаң, миңә кил.
- Бай малын һөйләр, ярлы зарын һөйләр.
- Бай менән бай — бер туған.
- Бай менән ҡоҙа булһаң, наҙланып маҙаңды алыр,
- Ярлы менән ҡоҙа булһаң, теләнеп маҙаңды алыр.
- Бай менән ҡуйҙың ҡойроҡ төбө һимеҙ — бай ғәйебен дә май ҡаплай.
- Бай рәхмәтен алғансы, ярлының йәне сығыр.
- Бай табышын һөйләгәндә, ярлы төшөн һөйләгән.
- Бай тамһа — ҡунаҡҡа, ярлы танһа — тамаҡҡа.
- Бай төшөмө менән маҡтаныр, ярлы; төшө менән маҡта¬ныр. :
- Бай туғандан болот яҡын.
- Бай туғайын танымай.
- Бай һылана ла һыйпана, ярлы ямана ла ҡыуана.
- Бай «ханға етһәм» тиер, хан «хоҙайға етһәм» тиер.
- Бай ярлыға мохтаж, ярлы аҡсаға мохтаж.
- Бай — ярлының аҙығы, ярлы — байҙың ҡаҙығы.
Байғ
үҙгәртергә- Байға бай килһә, ялсы ауыҙына май тейә.
- Байға барма, ярлыға бульцн.
- Байға барымта юҡ, ярлыға ҡарымта юҡ.
- Байға бирәсәгең, ярлынан-йласағың булмаһын.
- Байға бурысыңды бир, ҡылысыңды күрһәт.
- Байға бәлә юҡ, ярлыға ярҙам юҡ.
- Байға инанма, һыуға таянма.
- Байға көн дә байрам, көн дә туй,
Ярлыға көн дә хәсрәт, көн дә уй.
- Байға мал арты менән керә.
- Байға мал ҡиммәт, ярлыға йән ҡиммәт.
- Байға ут кәрәк булһа, ярлының ҡулын һоҫҡо итер.
- Байға хеҙмәт итһәң, алланан ҡаза күрерһең.
- Байға эшләп бай булмаҫһың.
- Байға ялланма, юҡҡа алданма.
- Байға ялынам тип, ярлының йөҙ һумлыҡ хаҡы сыҡҡан.
- Байға ялынғансы ике ҡулыңа ялын.
- Байға яраған бай булған.
- Байға ярлы дуҫ булмаҫ.
- Байҙан аҡмаһа ла тамыр.
- Байҙан батрак артмай.
- Байҙан йоҡмай, балдан йоға.
- Байҙар баштан һыйпамай.
- Байҙарҙың ҡоймаһы бейек булыр, эҫтәре көйөк булыр.
- Байҙы бай яҡлар, ярлыны ярлы яҡлар.
- Байҙы мал баҫыр, ярлыны бала баҫыр.
- Байҙы яманларһың, байға барырһың.
- Байҙы ярлы күтәрер.
- Байҙың аласағы, ярлының бирәсәге күп булыр.
- Байҙың ашағаны — бал да май.
- Байҙың башын бөгөү ҡыйын.
- Байҙың бер юҡлығы, астың бер туҡлығы бар.
- Байҙың биргәне — әҙәмдең имгәге.
- Байҙың бите туңғансы, ярлының ите туңған.
- Байҙың — ете тун, ярлының — ите тун.
- Байҙың ишеге байға асыҡ. ;
- Байҙың ишеге туң тимер: уны иретергә көс кәрәк.
- Байҙың ишегенән дә керә, тишегенән дә керә .
- Байҙың килене булғансы, ярлының ҡыҙы бул.
- Байҙың көнө ярлы менән.
- Байҙың күңеле малда.
- Байҙың күрке мал менән.
- Байҙың ҡатыны үлһә — түшәге яңырыр,
Ярлының ҡатыны үлһә — башы ҡаңғырыр.
- Байҙың ҡоло булғансы, әҙәмдең хуры бул.
- Байҙың ҡоло булғансы, ярлының улы бул.
- Байҙың ҡулы уйнағанда, ярлының күҙе уйнаған.
- Байҙың ҡыҙы урынлы.
- Байҙың ҡыҙы — яҙғы тай, ярлы ҡыҙы — йомарлаған май
- Байҙың малы бар, бай булһа ла, өйө тар.
- Байҙың малы — ярлының ҡаны.
- Байҙың мең һарығы араһында ярлының етем бәрәсен бүре алған.
- Байҙың татлы ашы — фәҡирҙең ҡанлы йәше.
- Байҙың тине илап тора, ярлының тине бейеп тора.
- Байҙың туйы булһа, ярлының туны туҙыр.
- Байҙың түр башынан ярлының ишек төбө артыҡ.
- Байҙың — түрендә, ярлының — гүрендә.
- Бай түшәге — тегәнәк, ярлыныҡы — мамыҡ
- Байҙың улы һыңар күҙле, хеҙмәтсеһе тома һуҡыр
- Байҙың һыйын бай күрер, ярлының хәлен ярлы белер.
- Байҙың эше фарман менән, ярлының эше дарман менән
- Байҙың — эше, ярлының — тамағы.
- Байҙың әтәсе лә күкәй һала.
- Байҙың «юҡмын» тигәненә, ярлының «туҡмын» тигәненә ышанма. \
- Байҙың ярлынан башҡа көнө юҡ.
- Баймын тип маҡтанма — ярлылыҡ бар.
- Байлыҡ аҙҙыра, ярлылыҡ туҙҙыра.
- Байлыҡ айырыр, фәҡирлек ҡушыр.
- Байлыҡ — бер айлыҡ
- Байлыҡ — боҙға яҙган.
- Байлыҡ ерҙә ятмай.
- Байлыҡ кешенең күңелен ташҡа, күҙен аҡҡа әйләндерә.
- Байлыҡ көнөңә инанма, ҡатындар һүҙенә алданма, йүгерек атҡа таянма.
- Байлыҡ — күгәрсен (оса ла китә).
- Байлыҡ морат түгел, ярлылыҡ оят түгел.
- Байлыҡтың мәшәҡәте үҙе менән артыр.
- Байлыҡтың тамыры Бохарала түгел.
- Байлығыңа маһайма.
- Байрам көндө мулла байыр, ярлы ас ҡалыр.
- Байҙың туйы яҙ булыр.
- Байлыҡ күрке — мал менән.
- Байтал яманы ике айғырҙы тибештерер.
- Байтал бейә булғансы, башыңа сал инә.
- Байтал менһәң — ҡолон юҡ, һауым мал екһәң — ҡымыҙ юҡ.
Баҡ
үҙгәртергә- Баҡра сәскән бойҙай урмаҫ.
- Баҡсасы менән дуҫ булһаң сәскәһенең еҫе йоғор,Күмерсе менән дуҫ булһаң күмеренең ыҫы йоғор.
- Баҡырҙы ялтыратыуҙан алтын булмаҫ
- Бала — ата-инәгә алтын бағана.
- Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.
- Бала күрмәгән — балдан ауыҙ итмәгән.
- Бапа ҡарыныңда саҡта — эсеңә ауыр, өйҙә саҡта — башыңа ауыр, ситкә китһә — йәнеңә ауыр
- Балаларыңды талаштырырға теләһәң, өй ҡалдыр
- Балалы тормош — мең хәсрәт, балаһыҙ — бер хәсрәт.
- Балаһыҙ кеше кеше һөйләр, балалы кеше балаһын һөйләр.
- Баланан бәхетең булһа — ҡарт көнөңдә йәш итер,
Баланан бәхетең булмаһа — иртә йәштән ҡарт итер
- Баланың балаһы — балдан татлы.
- Бала көлкөгә туймаҫ, ялҡау йоҡоға туймаҫ.
- Балаһыҙҙың малы хәрәм, эшлекһеҙҙең йәне хәрәм.
- Балсы ҡулынан бал тамыр, һауынсы ҡулынан һөт тамыр.
- Бал булһа, себене булыр, өҫтөн ябып тотмаһаң, малы булһа, ҡазаһы булыр, һаҡлай белеп тормаһаң.
- Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтле наҙы бар.
- Балдыҙы сибәр ҡатынының үлемен теләр.
- Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ.
- Балта оҫтаһы балтаһынан билгеле.
- Балта һабын тотам тигәнсе, балтаһын һыуға төшөргән.
- Балта сапҡансы, түмәр ял итә.
- Балта һабы беләктән башлана, үткерлеге — йөрәктән.
- Балтаң булмаһа, урманға барма.
- Балтасының балтаһы китек.
- Балтасының өйө терәүле.
- Балыҡ башынан серей, ә ҡойроғонан башлап таҙарталар.
- Балыҡ бирһәң — бәйләп бир, башын-күҙен сәйнәп бир
- Балыҡ тотһаң, башынан тот.
- Балыҡ аулаған байымаҫ.
- Балыҡ ашағың килһә, һыуҙан ҡурҡма.
- Балыҡ тота алмаған һыуҙы яманлаған.
- Балык тотҡан туҡ булыр, аяҡ-быуыны ныҡ булыр.
- Балыҡсының ҡулы аҡ, малсының йөҙө аҡ.
- Балыҡ башынан боҙолор (серер), ҡойроғонан таҙартырҙар.
- Балыҡсы күлен маҡтай,
Көнлөксө көнөн маҡтай.
- Балыҡты тотҡан уңмаҫ, ашаған туймаҫ.
- Балыҡты тотоуынан тотам тигәне ҡыҙыҡ.
- Балыҡты йөҙөргә, үгеҙҙе һөҙөргә өйрәтмәйҙәр.
- Барабан ҡаҡһалар — барабан артынан, ҡумыҙ тартһалар — ҡумыҙ артынан
- Бармағына күрә балдағы
- Бар барын һөйләр, кгк югыи һөйләр.
- Бар булһаң, биргәнеңде әйтмә, ир булһаң, еңелгәнеңде әйтмә.
- Бар өҫтөнә бар — май өҫтөнә бал.
- Барҙың барлығы тейә, юҡтың тарлығы тейә.
- Барҙың бары ла бар, юҡтың өйө лә тар.
- Барлы ярлы булмай.
- Барлыҡ пар иткән, юҡлыҡ тар иткән.
- Бар яраштыра, юҡ талаштыра.
- Барын биргән — байға һан.
- Барма бейгә — үҙе килер өйгә, барма ханға — үҙе килер малға.
- Бармаҡ менән бармаҡ тиң түгел, әҙәм менән әҙәм тиң түгел.
- Бармаған ерҙә баҡыр бар,
Күрмәгән ерҙә көмөш бар, Алмаған ерҙә алтын бар, Барһаң, тимер табылмаҫ.
- Бармағына ышанған — ҡашыҡһыҙ ҡалған.
- Бармаҡ йөрөт аң эйҙер, бәке йөрөт — ҡын кейҙер.
- Бармаҡ тоя белмәһә, ҡул тоя белмәй.
- Барған ереңә таш булып бат
- Баҫҡысҡа берәр аҙымлап менәләр
- Баталы ҡол арымаҫ, батаһыҙ ҡол йәлсемәҫ.
- Батша һарайын таҙартҡансы, ат һарайын таҙарт.
- Батшаның башы эшләмәһә лә эттәре тешләшә.
- Батшаның ҡоло буғансы, фәҡирҙең улы бул.
- Батша залим булһа — йорт туҙыр, батша ғалим булһа — йорт уҙыр.
- Батша талап ала, хәйерсе теләнеп ала.
- Батша әмере өс көн йөрөр.
- Батшаң һуҡыр булһа, бер күҙеңде ҡыҫып үт.
- Батшанан һалдат артмаҫ.
- Батшаның күҙе ҡанға туймай.
- Батыр - һуғышта, ҡурҡаҡ ҡыуышта үлә.
- Батыр бер үләр, ҡурҡаҡ мең үләр.
- Батыр кәрәк яу килгәндә, түрә кәрәк дау килгәндә.
- Батыр уртаҡ, бей уртаҡ — береһе илгә дан сәсә, икенсеһе ҡан сәсә
- Батырға ла ял кәрәк.
- Баш ауырта тип, башты ташҡа ормайҙар.
- Баш бармаҡ: «Бөгәм дә бөгәм»,
Күрһәткес: «Сүгәм дә сүгәм», Урта бармаҡ: «Сигәм дә сигәм», Исемһеҙе: «Тегәм дә тегәм», Бәпес бармаҡ: «Арағыҙҙа тик бер үҙем интегәм», — тип әйтер, ти
- Башҡорт байыһа, бисә ала, урыҫ байыһа, йорт һала.
- Башлыҡ булһаң — башлы бул, Йыйырылмаҫ ҡашлы бул!
- Башың ауыртһа — яулыҡ эсендә, беләгең ауыртһа — ең эсендә (булһын).
- Башлаған эш — бөткән эш.
- Башланған эштең бөткәне яҡшы.
- Башлаусыһы булһа, ҡеүәтләүсеһе табылыр.
- Башлы кеше ташты аш итер.
- Башлыҡ аҡылға бай, халыҡ күңелгә бай.
- Башлыҡ булһаң башлы бул, йыйырылмаҫ ҡашлы бул.
- Башлыҡҡа ла баш бар,
Тағанай башында таш бар.
- Башлыҡты башлыҡ ҡуя
- Башһыҙ илдә бәрәкәт булмаҫ.
- Башһыҙ өйҙә эт хужа.
- Башым китмәһен тип ултырған башлыҡтан илгә изгелек китмә.
- Башта уйла, унан эшлә.
- (Эштең) Башы нисек — ахыры шулай бөтөр.
- Башыңа төшһә, башмаҡсы булырһың.
Бей
үҙгәртергә- Бей башына ҡол етер
- Бей булмаған бей булһа, менмәгән тауҙың башын ҡал¬дырмаҫ
- Бей икәү булһа, дау дүртәү.
- Бейгә бирем яҡшы
- Бейә кешнәмәй айғыр тешләмәй.
- Бей икәү булһа, дау дүртәү булыр.
- Бейек тауҙың үре күп.
- Бейә эштә йөрөп тирләһә, ҡолон бушҡа йөрөп тирләй.
- Бейә күп булһа, ҡолон күп.
- Бейә менһәң- ҡолон юҡ, һаумал асһаң, ҡымыҙ юҡ.
Бейә һаумаҡ — ут йотмаҡ,
Ҡымыҙ бешмәк — йән сыҡмаҡ
.
- Бейәһенең серен эйәһе белер.
- Белеклегә бер әйтһәң - ҡолағының эсендә, белекһеҙгә биш әйтһәң дә - ҡолағының тышында.
- Белеме барҙың - ҡәҙере бар.
- Белемле белеменә таяныр, белемһеҙ - беләгенә таяныр.
- Белемле ҡыҙ - бирнәле ҡыҙ
- Белемлегә йот юҡ, белемһеҙгә ҡот юҡ.
- Белемле кеше юғалмаҫ.
- Белмәгәндең беләге тыныс
- Белмәгән беләгең тыныс булһа ла йөрәгең тыныс булмай.
- Белмәү ғәйеп түгел, белергә тырышмау - ғәйеп
- Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр.
- Белгән — юлда, белмәгән — түрҙә.
- Белгәнгә — ер, белмәгәнгә — гүр.
- Белмәгән белер, белмәгәндән көлөр.
- Белмәгән эшкә ҡатышма.
- Белмәгән эштән шайтан көлгән.
- Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең ике ҡулына ла көс.
- Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең йөрәге тыныс.
- Белгәнгә — яңылыш, белмәгәнгә — нағыш.
- Бер алдар - гел алдар.
- Бер бар - берәгәйле бар.
- Бер болғанмай һыу ҙа тонмай
- Бер аяғын күтәргәнсе, икенсеһен эт ашаған.
- Бер бирмәһәң, мең биргәнең юғалыр.
- Бер кешенең хатаһы йөҙ кешенең ғүмерен ҡыҫҡарта.
- Бер көндөң ни арыһы, ни биреһе!
- Бер тәртәгә егелгәс, тартмай хәлең юҡ.
- Бер эшсегә ун башсы.
- Бер йәҙрә берҙе үлтерер, бер һүҙ меңде үлтерер.
- Бер көн артта ҡалһаң, биш көн артынан йүгерерһең.
- Бер ҡаҙыҡҡа ике ат бәйләнмәҫ.
- Бер рәхәттең бер михнәте була.
- Бер тинлек ҡуян - ун тинлек зыян
- Берҙең көнө мир менән, мирҙең көнө ер менән.
- Берәүҙең быҙауы үлһен тиһәң, үҙеңдең үгеҙең үлер.
- (Эш) Бер кирегә китһә, гел кирегә китер.
- Бер ҡөн артта ҡалһаң, биш көн югерерһең.
- Бер ҡул менән төйөн бәйләнмәй.
- Бер тырышлыҡ унлата ҡайта.
- Бер эшен башлаған, икенсеһен ташлаған — береһен дә ослап сыға алмаған.
- Бер эшкә бәйләнгәс, билеңде бушатма.
- Бер эшлә, берәгәйле эшлә.
- Бер юлы ике кәмәнең ҡойроғон тотоп булмай.
- Бер тин һумды һаҡлай, бер көн йылды һаҡлай.
- Бер һыйыр аҫыра, берәгәйле аҫыра.
- Бер ат арҡаһында мең ат һыу эскән.
- Бер йортҡа ике бикәнең тауығы һыймаҫ.
- Бер кеше тәхеткә менһә, ҡырҡ кеше атҡа менә.
- Бер күктә ике ҡояш булмай.
- Бер ҡолас — ер түгел.
- Бер өңгә ике айыу һыймаҫ.
- Бер тәкә ҡайҙан китһә, бар көтөү шунан китә.
- Бер түрәгә дау килһә — түрәләр һөйөнөр,
Күп түрәгә дау килһә — түрәләр берегер.
- Бер йыл тартай һимерһә, бер йыл бүҙәнә һимерә.
- Бер кеше һабан артынан йөрөй, ете кеше ҡалаҡ тотоп йөрөй
- Бер көн көл булмайынса, бер көн килеп гөл булып булмай.
- Бер юлдан йөрөгән кешеләр берен-бере ашамай.
- Берәү аҡса таба, берәү муҡса тегә.
- Берәү ашағанға берәү туҡ булмаҫ.
- Берәү һыйыр һауа, берәү мөгөҙөн тота.
- Берәү туңып һикерә, берәү туйып һикерә.
- Берәү үлмәй — берәү көп күрмәй.
- Берәүгә алтын табаҡтан нан бирә, берәү нан хәсрәтенән йән бирә.
- Берәүҙең ер күтәрмәҫ малы бар, берәүҙең ат күтәрмәҫ да¬ны бар.
- Берәүҙәр түрә, берәүҙәр түрә янында көн күрә.
- Берәүҙәргә көн дә байрам, көн дә туй,
Берәүҙәргә көн дә һағыш, көн дә уй.
- Берҙең көнө ил менән, илдең көнө ер менән.
- Берҙә түгел, илдә көс.
- Берәүҙең бәхетенән берәү төшә тәхетенән.
- Береһен үлтермәй, береһен тергеҙеп булмай.
- Бесәй юҡта сысҡан баш.
- Бесән юҡта һалам да ҡурмы.
- Бесән яҡҡан, үҙе ятҡан.
Биҙ
үҙгәртергә- Биҙмән менән гер бергә
Ҡатын менән ир бергә
- Бикәләр түр өсөн талашыр.
- Бикәр эш битһеҙ булыр.
- Бил бөкмәйенсә белен бешмәй.
- Биле билтәк бишле айғыр алтыһында ат булыр.
- Биле ныҡтың иле ныҡ, иле ныҡтың биле ныҡ.
- Билдәһеҙ эштә тәүәккәллек ҡотҡара.
- Биргән бейгә яраған, ауыҙы-башы ҡанаған.
- Биргән бейгә яраған, бирмәгән кемгә яраған?
- Биргән менән мал бөтмәй.
- Бирәм тигән бей булмаҫ.
- Бирәйем тигән ҡолона — сығарып ҡуйыр юлына, Бирмәйем тигән ҡолона — тартып алыр ҡулынан
- Бирмәҫ ҡыҙҙың ҡалымы ҙур.
- Бирәм тигән ҡолона - сығарып ҡуйыр юлына!
- Бирһәң — алырһың, сәсһәң — урырһың.
- Бисәң матур - бай тирмәһендә ятыр.
- Бисмилла тигәнсе, ҡор үлеп бара .
- Бисәң матур булһа, байың үсле була.
- Битеңде биҙәмә, аҡылыңды биҙә.
- Биш мәртәбә уйла, бер мәртәбә эшлә.
- Бишек бауы билеңдә, имсәк һөтө иренеңдә .
- Биштең башы булғансы, алтының аяғы бул.
- Бойҙай сәсһәң, башағын йый, шалҡан сәсһәң, тамырын йый.
- Боландың мөгөҙө, сәсәндең һүҙе, филдең теше, оҫтаның эше ҡиммәт.
- Боло булһа, ҡоло табыла.
- Болот елгә ҡаршы йөрөмәй.
- Борос әсе, әсе телле унан да әсе.
- Бохар даны менән бүҙ үтер, атай даны менән ҡыҙ үтер.
- Бохарҙа малы барҙың күңеле туҡ.
- Бөркөт себен ауламай
- Бөгөнгө уй иртәгәгә ярамай.
- Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма.
- Бөлгән илгә бөкөрө билле бей килер.
- Бөлгән байға һан юҡ.
- Бөлгән илдән бүлтерек алма.
- Бөркөт ҡартайһа, сысҡан аулар.
Буй
үҙгәртергә- Буй эшләмәй, ҡул эшләй.
- Буйына ҡарама, ҡулына ҡара.
- Булган кешенең көрәге лә утын киҫер.
- Булдыҡлы булмағанды булдырыр.
- Булдыҡһыҙ балтанан күрер.
- Булдыҡһыҙҙан һөнәр сыҡмаҫ.
- Булдыҡһыҙҙың ҡоралы насар
- Булмаҫтай алтмышҡа етһә лә булмаҫ.
- Булмаҫтайға һүҙ әрәм.
- Булмаҫтайҙан булмаҫ:
Ул да тыумаҫ, ҡыҙ ҙа тыумаҫ, Тыуһа ла тормаҫ.
- Булмаҫ эште телгә алма.
- Булыр-булмаҫ кеше ат үлтерер.
- Булыр ир алты йәшендә башмын тир,
- Булмаҫ ир алтмыш йәшендә йәшмен тир.
- «Булыр» тигән — булдырған.
- Булырҙайҙың йөҙөнән, булмаҫтайҙың һүҙенән (билгеле)
- Булмаҫ иргә бөкөрө ҡатын.
- Буйың етмәгәнгә үрелмә.
- Булыр-булмаҫ егеттең әйткән һүҙе ел булыр
- Буран булһа, һунар юҡ, ямғыр булһа, туҙан юҡ.
- Буран булһа, һунар юҡ,
Ямғыр булһа, туҙан юҡ, Түрә килһә, майҙан юҡ.
- Бурҙы йөккә, мулланы мәктәпкә, кулакты колхозға яҡын ебәрмә.
- Бурысҡа алыуы еңел булһа ла, түләүе ауыр
- Буш башаҡ башын күккә сөйә, Туҡ башаҡ башын аҫҡа эйә
- Буш тоҡ тура ултырмаҫ.
- Буштың атаһы үлгән.
- Бушты бушҡа бушатма.
- Буянған ҡыҙҙан оялған ҡыҙ матур.
- Бүҙәнәңең өйө юҡ,
Ҡайҙа барһа — бытбылдыҡ.
- Бүре лә туҡ булһын, һарыҡтар ҙа иҫән ҡалһын.
- Бүрене аяғы туйҙыра.
- Бүренең көсө тешендә, кешенең көсө эшендә.
- Бүре тотор бурҙай эт бөйөрөнән беленер, бүре һуғыр ир-егет беләгенән беленер.
- Бүре ас булһа ла елкәһен көҙөрәйтер.
- Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай
- Бүре бәйләүгә күнмәҫ, әйҙәүгә килмәҫ.
- Бүре күләгәһендә ҡош туйыр.
- Бүре ҡартайһа ла, бер ҡуйлыҡ ҡеүәте ҡала.
- Бүре ҡуйға иш булмаҫ, ярлы байга дуҫ булмаҫ.
- Бүре менән дуҫ булһаң, этең яныңда булһын.
- Бүрегә аҙыҡ бирһәң, тешен һындырып бир.
- Бәз ҡәҙерен белмәҫ ҡулда ҡайсы уйнамаҫ,
Ат ҡәҙерен белмәҫ ҡулда ҡамсы уйнамаҫ.
- Бәлә бәләгә ҡул бирә.
- Бәлә күрһәтер булһа Аллаһ башта кешенең аҡылын алыр, ти
- Бәлә-ҡаза яңғыҙ йөрөмәй
- Бәләкәй һыуҙа оло балыҡ үҫмәй.
- Бәләкәй атты маҡта, оло атты ек.
- Бәндәнең үлгәндән һуң да өс көнлөк эше ҡалыр, ти
- Бығау, алтын булһа ла - бығау.
- Быҙау һайын — бухгалтер, һыйыр һайын — секретарь.
- Былтырғыны ҡар баҫҡан
- Бысаҡ ҡынын киҫмәҫ.
- Бысаҡ осонан һыныр.