Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/М
- Май сүлмәге тышынан билдәле
- Майҙан һуң ҡурмы уртаҡ.
- Майлы ҡулың менән тотма, һөйәкле ҡулың менән тот
- Мал аҙығы — йән аҙығы,
- Мал асыуы — йән асыуы.
- Мал арығын һимертһәң, ауыҙың-мороноң май булыр.
- Мал аҫыраған — май сәйнәгән.
- Мал башы — тауыҡ.
- Мал көрлөгө көтөүсенән.
- Мал көткән ашҡа туйыр.
- Мал күн булһа, ҡәҙере юҡ.
- Мал ҡазаһы баш ҡазаһы түгел,
- Мал табыла, баш табылмай.
- Мал ҡазаһы эткә яҡшы.
- Мал табылыр, иҫәп кәрәк.
- Мал эйәһенә оҡшай
- Малһыҙ донъя — һанһыҙ.
- Малы барҙың наҙы бар.
- Малы барҙың һыйы бар, малы юҡтың һыйы юҡ.
- Малы юҡтың йәне юҡ.
- Малы юҡтың ҡайғыһы юҡ.
- Малың булһа, көтөүсе табылыр.
- Маңлайы тирләмәгәндең ҡаҙаны ҡайнамай.
- Маңлайҙан аҡҡан әсе тир, ергә тамһа, ем булыр.
- Мал малдан үҫә, аҡса тиндән үҫә
- Малһыҙлыҡ ярлылыҡ түгел, аҡылһыҙлыҡ - ярлылыҡ.
- Мал ашаған еренә, ир тыуған иленә ҡайтыр.
- Мал торған ерен, ир тыуған илен онотмаҫ.
- Малсының инсеһе булыр, батшаларҙың илсеһе булыр.
- Матур - күҙ өсөн, аҡыллы - күңел өсөн.
- Матурлығы хәжәт түгел, аҡылы-тәүфиғы булһын.
- Матурлыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк.
- Мейес башында ятып ҡалас бешмәҫ.
- Мейесен яҡҡан, үҙе ятҡан.
- Мең башты бер баш юҡ иткән.
- Мең яманға баш булғансы, бер яҡшыға ҡуш бул.
- Мең кешегә -бер башсы, ун кешегә- бер ашсы.
- Минең бойороғом менән, суртандың ҡойроғо менән
- Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе.
- Мир бөтмәһә ир бөтмәҫ
- Мир елкәһе ҡалын.
- Мөхәббәт өсөн йән фиҙа.
- Мөхәббәт тамуҡ утынан ете өлөш артыҡ булыр, ти.
- Мөхәббәт таш ярҙырта.
- Мөхәббәт тешкә ҡарамай, эшкә ҡарай
- Муллаға тел тейҙерһәң — телең киҫелер,
Түрәгә тел тейҙерһәң — ҡулың киҫелер.
- Мыштыр кеше иртә лә мыштыр, кистә мыштыр.