Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/У
- Уйламайынса башлама, башланыңмы ташлама.
- Уйламайынса ҡылған эштән аяғүрә күргән төш яҡшы.
- Уйламайынса эшләмә.
- Уйламай эшләһәң, ауырымай үлерһең.
- Уйлы уйлап торғансы, тәүәккәл эшен бөтөрөр.
- Уйламай һөйләгән - ауырымай үлгән.
- Уйнауын уйна, эшеңде лә уйла
- Уйнаш ингән йорт ҡорор
- Уҡыу - энә менән ҡойо ҡаҙыу.
- Ул ҡарғаһа — бер бәлә, ил ҡарғаһа — мең бәлә.
- Улай итмәй былай булмай
- Ултырған урыныңдан утын киҫмә.
- Ултырған ерҙән ут күҙәмә.
- Ултырып сыҡһаң, атың яҡшы булһын.
- Уңған игенде урыуы рәхәт.
- Ун һүҙеңдең береһен әйт, туғыҙы үҙеңдә ҡалһын
- Уңған ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр
- Уңған ҡулда - бәрәкәт.
- Уңғандың яланын ҡар баҫыр, уңмағандың аранын ҡар баҫыр
- Уңған бер үлер, ялҡау мең үлер.
- Уңған кеше баҫҡан ерендә ут сығара.
- Уңған кеше ҡылды ҡырҡҡа ярыр.
- Уңған кеше осон көн дә ураҡ өҫтө.
- Уңған кеше шул булыр — уянғас та аяҡта.
- Уңған кеше эш ырата, уңмағаны төш юрата.
- Уңған ҡулда бәрәкәт.
- Уңған ҡулда ут уйнай.
- Уңған тырышып эшләр, ялҡау бармағын тешләр
- Уңған юлда туҙан тотмаҫ, ялҡау эш тапмаҫ.
- Уңғандың аты уңға киткән.
- Уңғандың ҡулы алтын, юнһеҙҙең йөҙө һалҡын.
- Уңғандың яланын ҡар баҫыр, уңмағандың аранын ҡар баҫыр.
- Уңғандыҡы уртаҡ, ялҡауҙыҡы ағас башында.
- Уңмағанды ҡыума.
- Уңмағандың уғы ҡыйыҡ китер.
- Уңмаҫтың уғын ел борор.
- Урау булһа ла юл яҡшы, һуҡыр булһа ла ҡыҙ яҡшы.
- Ураҡ урмаҡ — уйнамаҡ, бесән сапмаҡ — йән сыҡмаҡ.
- Ураҡсының елкәһенә ҡарама, көлтәһенә ҡара.
- Уралмаған урағынан күрер.
- Урман үҫтергән аслыҡ күрмәҫ.
- Урманға балтаһыҙ, ураҡҡа ураҡһыҙ бармайҙар.
- Урманлы юл — бер ҡат тун.
- Урманым — бер ҡат юрғаным.
- Урманға утын ташыған.
- Урыр инем ураҡты, баҫыуығыҙҙың көйө юҡ
- Уҫаҡ утындың көлө әсе, тинтәктең теле әсе.
- Уҫаҡта алма үҫмәй.
- Утыҙға тиклем үлем артыңдан йөрөй, утыҙҙан һуң - алдыңда
- Утыҙҙа ир - ил күрке
- Утыҙҙа ир ут баҫыр
- Утыҙында уҡ атмаған ҡырығында ҡылыс сапмаҫ
- Ут янмай төтөн булмаҫ, ярты эш бөтөн булмаҫ.
- Ут төтөнһөҙ, ил етемһеҙ булмаҫ.