Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Т
- Табан аҫтындағын күрмә, танау аҫтындағын күр
- Табылмаған мал таш аҫтында.
- Таҙа орлоҡ таҙа иген үҫтерер,насар орлоҡ ҡырға сүп-сар тултырыр.
- Тай тулап, өйөрөнән сыҡмаҫ.
- Тай атҡа еткерер, ат моратҡа еткерер.
- Тай байталға еткерер,байтал атҡа еткерер,ат моратҡа еткерер.
- Талҡый-талҡый киндерҙән ебәк булған
- Тамырын белмәгән — тере йәтим
- Тамғалы мал юғалмай.
- Тамыр тартҡан тарыҡмаҫ.
- Таналының тамағы туҡ.
- Таныған ерҙә буйға хөрмәт, танымаған ерҙә тунға хөрмәт.
- Тапма ла, өләшмә лә.
- Тау менмәгән тауҙы белмәҫ
- Талпынған тауға менер.
- Тал ы м л ы ға аш килешмәҫ, ялҡауға эш килешмәҫ.
- Тау билһеҙ булмаҫ, әҙәм илһеҙ булмаҫ.
- Тау бүреле булһа, ил ороло була
- Тау ҡаяһыҙ булмай, бөркөт ояһыҙ булмай.
- Тау ташһыҙ булмаҫ, ил башһыҙ булмаҫ.
- Тауға тау ҡушылмаҫ, илгә ил ҡушылыр.
- Тауына күрә төлкөһө.
- Тауҙай талабың менән бергә күбәләй эшең күренһен
- Тауҙың күрке таш менән, табаҡ күрке аш менән;
- Табаҡ күрке аш менән, ирҙең күрке эш менән
- Тауыҡ менән ят, әтәс менән тор
- Тауға ҡарап тау булып булмай
- Тауыҡ тауға менгәс, әтәс булып ҡысҡырған.
- Татлынан-татлы — яҡшы һүҙ, затлынан-затлы — яҡты йөҙ
- Татыр, татырҙа мал ятыр.
- Тауышлы йорттан фәрештә ҡасҡан
- Таш менән атҡанға аш менән ат
- Ташлама илеңде: ҡан баҫыр юлыңды.
- Ташта тамыр юҡ, түрәлә бауыр юҡ.
- Таяҡ тайға еткерер,
- Таянма билеңә, таян илеңә.
- Тегеүсенең төймәһе булмаҫ.
- Тегеүсе боҙа, үтек төҙәтә.
- Тегеүсенең туны юҡ.
- Тейҙерә алмағандың уғы кәкере.
- Теле ямандың көнө яман.
- Теле оҫта, ҡулы ҡыҫҡа
- Тел менән тирмән тарттырып, онло булып булмай.
- Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт
- Тел һөйләй, ҡул эшләй.
- Телеңдән килгән ҡулыңдан килһен.
- Телең һөйләһен, ҡулың эшләһен.
- Телеңде бәйләп ҡуй ҙа, ҡулыңды эшкә ҡуш.
- Телеңә таянма, көсөңә таян, көсөңә таянма, эшеңә таян.
- Теләк булһа, беләк ҡарышмай.
- Теленең өҫтө — һөт, аҫты — ҡорт.
- Телеңә урын тапмаһаң, тешеңә ҡыҫтыр
- Телеңде теш артында тот, ҡолағыңды киҫмәһен.
- Теләге булған яйын эҙләр, теләге булмаған сәбәбен табыр.
- Теләгән түш ите ашаған.
- Тернәкле әҙәм түрәне ҡол итер.
- Тернәксел кеше ат тиҙәген дә алтын итер.
- Теш телде тешләр, эшле бергә эшләр.
- Тешең барҙа ашап ҡал, көсөң барҙа эшләп ҡал.
- Тешләүенә ҡарама, эшләүенә ҡара.
- Тибешеп ятһа ла тиңең булһын.
- Тиле ҡыҙ туй иткән, үҙе түргә менеп ултырған
- Тилене килегә һалып төйһәң дә тиле
- Тиленең уйында ни, телендә шул.
- Тик йөрөгәндән тәңре биҙер.
- Тик торған тиктән үлгән.
- Тик торған отторған, тик тормаған — туҡ торған.
- Тик тормаҫ йә теленән табыр, йә ҡулынан табыр.
- Тик тормаҫта бөлә бар.
- Тик ултырған тиле булған.
- Тик ятҡан ятып ҡалыр, тик ятмаған атып ҡалыр.
- Тик ятҡандың ҡабырғаһына көс
- Тик торған да юҡ, эш ҡырған да юҡ.
- Тик торгансы, тун сабыуыңды ыуа тор
- Тик ятырға үлгәс тә өлгөрөрһөң.
- Тимерҙе ҡыҙыуында Һуҡ.
- Тимерсе бысаҡҡа йәлсемәҫ.
- Тимерселә бысаҡ — бер ҡосаҡ.
- Тимерсенең балтаһы булмай.
- Тинтәк башым һау ҡалһа, тик ятҡаным ҡулайлы.
- Тинтәк илде еңмәҫ.
- Тинтәк түрә булмаҫ.
- Тиң — тиңе менән, йүнле эш — йүне менән.
- Тир таммайса, ер бирмәй.
- Тир түкмәйенсә труддень булмаҫ,
Бил бөкмәйенсә бураң тулмаҫ.
- Тиреҫ сығарһаң ереңә, ташып бөтөрә алмаҫһың өйөңә.
- Тиреҫте ҡалын түшәһәң, амбарың буш булмаҫ.
- Тирәктең сайҡалыуы елдән, түрәләрҙең көн күреүе — илдән.
- Тирәгең булһа, терәгең булыр.
- Тирең кипмәһә, байлығың китмәҫ.
- Тирләп эшләһәң, тәмләп ашарһың.
- Тишек йортҡа тамсы тамыр, иренгән атҡа ҡамсы яуыр,
- Тоҙҙай әсе булма, Балдай татлы булма
- Тота белгән — арба менән ҡуян тотҡан.
- Төлкө ҡыуҙым — тотторманы, ҡуян ҡыуҙым — еткермәне
- Төлкө ҡойроғо менән, түрә бойороғо менән.
- Төнгө эштән көндөҙгө эш көлгән.
- Төндө көнгә ауҙарма.
- Төҫ менән түгел, эш менән.
- Төҫө барҙан төңөлмә.
- Төҫөң һары булһа ла йөҙөң нурлы булһын
- Төҫ бирмәгән малды аҫырама.
- Төшкән ереңә таш булып бат.
- Туғандарҙың татыулығы бар байлыҡтан артыҡ
- Туйға барһаң туйып бар, Асыуыңды ҡуйып бар
- Туйғанға тауыҡ ите лә тупраҡ тәме итер
- Туйғансы аша, тирләгәнсе эшлә.
- Туйҙың булғанынан була тигәне ҡыҙыҡ
- Туй үткәс, дөмбөрөнә
- Туймаҫ элек туя бел, ҡалағыңды ҡуя бел
- Туйған ерҙән тыуған ер яҡшы.
- Туйынған да — ер, һыйынған да — ер.
- Тун яғаһыҙ булмаҫ, ил ағаһыҙ булмаҫ.
- Туҡһан билең бөкөрәйтер, ике күҙең секерәйтер
- Туҡлыҡ йыл яҙынан билгеле.
- Туры ат еккән тура киткән.
- Турпыша төбөн еҫкәмәк, ат туймай
- Тупраҡ игеп, тары урмаҫһың.
- Тура бармаҡҡа май эләкмәй
- Тура барһаң - уңырһың, кәкре барһаң - туңырһың.
- Тура әйткән хатта туғанына ла ярамаған!
- Туя ашама — ҡуя аша.
- Түҙемһеҙ — уңмаҫ, түҙемле — уңыр
- Түккән көсөң буш булмаҫ, эшләгән күңел хуш булмаҫ.
- Түрә түрәнең бойороғон боҙмаҫ.
- Түр кемдеке булһа, мендәр шуныҡы,
Ер кемдеке булһа, түрә шуныҡы. Түрә аяғы тайғаҡ, түбә башы һайғак.
- Түрә барҙа түргә уҙма.
- Түрә-бейҙә туған юҡ, туған бейҙә имам юҡ.
- Түрә бойороғона, толко ҡойроғона, ярлы беләгенә, егет йөрәгенә ышаныр.
- Түрә булһаң, түҙем бул, телгә татлы йөҙөм бул.
- Түрә күп булһа, дау күп булыр
- Түрә ҡуштанды һөймәҫ — унһыҙ көн күрмәҫ.
- Түрә ни әйтһә, шул дөрөҫ.
- Түрә саҡта түрҙә, түрәлектән төшһә, күрмә.
- Түрә түрен бирмәҫ.
- Түрә түрәне яҡлар.
- Түрә «тәнҡит», «тәнҡит» тиһә лә, үҙен тәнҡит иткәнде яратмаҫ.
- Түрә һимерһә, ҡырғын килә.
- Түрәгә бармаҡ һелкмә.
- Түрәгә тел тейҙермә, телһеҙ ҡалырһың.
- Түрәгә ышанма, һыуға таянма.
- Түрәнең атын, һунарсының этен ҡаҡма.
- Түрәнең түрен күрмәҫһең, йыландың аяғын күрмәҫһең.
- Түрәнең урыны түрҙә, байҙар менән бергә.
- Түрәнең һүҙе һүҙ, ни әйтһә шул төҙ
- Тымыҡ өйҙә тын тарығыр,
- Тыныслыҡтың төбө — уңышлыҡ
- Тырыш тәкә һуйғанда, байғош йүкә һуйған.
- Тырышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.
- Тыйнаҡлының ҡулы эшләр, маҡтансыҡтың теле эшләр.
- Тырнамаған тауыҡтың тамағы туймай.
- Тырыш таш тишер.
- Тырыш тәкә һуйғанда, байғош йүкә һуйған.
- Тырыш эшкә һырышыр, ялҡау атҡа һырышыр.
- Тырышҡан кеше ас ҡалмаҫ.
- Тырышҡан — моратына ирешкән.
- Тырышҡай моратына етер, ялҡауҙың абруйы китер.
- Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр.
- Тырышҡан табыр, эшләгән ҡабыр.
- Тырышҡан эшләр, тырышмаған нишләр?
- Тырышҡан ярпайған, иренгән янтайган.
- Тырышҡанға дәүләт бар.
- Тырышҡандың даны сыға, иренгәндең йәне сыға.
- Тырышлыҡ — ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ — хурлыҡ.
- Тырыштан тир кипмәҫ, ялҡауҙан сир китмәҫ.
- Тырышыу бушҡа китмәҫ
- Тыуған ерҙең туҙаны ла ҡәҙерле
- Тыуған ерҙең әреме лә хуш еҫле.
- Тыуған ерҙәй ер булмаҫ, тыуған илдәй ил булмаҫ.
- Тыуған ерем — тыуған тупрағым.
- Тыуған илдең ҡәҙерен ситтә йөрөһәң белерһең.
- Тыуған илдең эте лә яҡын.
- Тыуған ер — яҡын, тыуған ил — алтын.
- Тыуған илдән туйған юҡ.
- Тыуған тупраҡ һыуытмай.
- Тәгәрмәс өйләнгәндә, күсәренә көс төшөр.
- Тәмле тел — ағыу, әсе тел — дарыу.
- Тән зиннәте — кейем, аҡыл зиннәте — ғилем.
- Тәүфиҡҡа бәхет эйәрә.
- Тәңре эше фарман менән, бәндәнеке — дарман менән.
- Тәүәккәл булмаған ғүмер буйы уңмаған.
- Тәүәккәлләгән таш йотҡан.
- Тәүәккәл таш ярыр, булдыҡһыҙ баш арыр.
- Тәүәккәллә лә — билеңде бәйлә