Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Д
- Далаға ебәргән атыңа ышанма.
- Дала эсе — киң ер, оло-кесе тиң ер.
- Даланың бейе булғансы, ҡаланың эте бул.
- Данлы егет ил өсөн үлер.
- Даръя төбөндәге ынйынан тау башындағы таш артыҡ
- Даръяға төшкән - йыланға һарылған
- Дандың төбө хөрмәт, хөрмәт төбө хеҙмәт.
- Дегетсе күмерсегә, мине буяма, тигән
- Дегәнәк араһында үҫкән сәскәнән һаҡлан.
- Диңгеҙ баштан болғаныр.
- Диуанаға ҡайғы ла байрам
- Донъя - йоҙаҡ, асҡысы - белем.
- Донъя киң тип таралма, таралған тарыны тауыҡ сүпләй.
- Донъя күрке - йәр менән.
- Донъя ҡораманан башлана.
- Донъя - яйы менән, ҡоймаҡ - майы менән.
- Донъяны һүҙ биҙәр.
- Донъяның яйы китһә, Ҡоймаҡтың майы китә
- Донъяның рәхәтенән михнәте күп
- Донъя бөтөр, эш бөтмәҫ.
- Донъя эшен әхирәткә ҡалдырма.
- Донъяһына күрә түрәһе.
- Дөйә үҙ бөкөрөһөн күрмәҫ.
- Дуңғыҙҙан бер ҡыл, байҙан бер һөйәк (артмаҫ)
- Дуҫынан айырылған ете йыл илар,
Иленән айырылған илле йыл илар.
- Дәртһеҙ кеше - күҫәк, йәрһеҙ кеше - ишәк.
- Дәрүиш ашауынан, бай йәшәүенән билгеле
- Дәрт биргәнгә дарман бирер.
- Дәрт бар — дарман юҡ.
- Дәрт — даръя, дарман — донъя.
- Дәрт иткән эшләр.
- Дәртең булмаһа, дарманың булмай.
- Дәртле дарманын табыр.
- Дәртһеҙ егет йоҡосан булыр.
- Дәртһеҙ кешенән эш сыҡмаҫ.
- Дәртһеҙгә дан юҡ.