Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Ә
- Әбей белен бешерә, бабай ҡабыҡ төшөрә.
- Әҙәм алаһы эсендә, хайуан алаһы тышында
- Әҙәм арығын аҫыраһаң, ауыҙың-мороноң ҡан булыр, Мал арығын аҫыраһаң, ауыҙың-мороноң май булыр.
- Әҙәп барҙа оят бар.
- Әҙәпһеҙҙән әҙәп өйрән.
- Әҙәпкә ғәҙәтләнһәң - әҙәм булырһың, яманға ғәҙәтләнһәң - әрәм булырһың.
- Әҙәмдең яҡшыһы эштә беленер.
- Әйткәндән телең ҡалмаҫ, эшләгәндән ҡулың ҡалмаҫ,
- Әйтмәһен кеше, әйтеп торһон эше.
- Әкрен барған ҡалыр, йүгереп барған алыр
- Әкрен барһаң, етерһең,
Шәп барһаң, бөтөрһөң
- Әкрен эшен бөтөрөр,
Шәп тешен бөтөрөр
- Әкрен эшен бөтөрөр, ҡыҙыу тешен бөтөрөр.
- Әкрен иргә ҡатын баш
- Әмәлен белмәһәң, балыҡ та тоттормай.
- Әрем ашаған кәзәнең ите ни ҙә, һөтө ни.
- Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын ҡос.
- Әсәй - ҡаҙна,
Атай - еҙнә
- Әтәс үҙ сүплегендә үҙе мырҙа
- Әтәлгене тый, ҡарсығаны һуй.
- Әсе тир менән тәмле аш табыла.